Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
8 Февраль 2019, 14:06

Һәр яңылыҡ - күптән онотолған элеккеһе

“Әйткән һүҙ - атҡан уҡ” тигәндәй, республика етәксеһе Радий Хәбиров беренсе мәктәп форумында биш көнлөк уҡыуға күсеү тәҡдимен индереүе булды, бер нисә көндә эшләп тә ҡуйҙыҡ.

Биш көнлөк уҡыуға күсеү тәҡдиме ата-әсәләрҙә, педагогтарҙа, мәктәп етәкселегендә хуплау тапты. Дәрестәр теҙмәһенә үҙгәрештәр, мәғариф программаларына, пландарына һәм графиктарына төҙәтмәләр индерергә генә кәрәк. Уҡытыусылар аҙнаны планлаштырғанда ҡайһы бер шарттарҙы иҫәпкә алырға бурыслы. Атап әйткәндә, көнөнә уҡыу йөкләмәһе I класс уҡыусылары өсөн дүрт, II-IV класс уҡыусылары өсөн - биш, V-VI класс уҡыусылары өсөн - алты һәм VIIXI класс уҡыусылары өсөн ете дәрестән дә артмаҫҡа тейеш. Биш көнлөк уҡыу аҙнаһына ике сменала эшләгән мәктәптәр ҙә күсә ала. Бының өсөн көндөң икенсе яртыһындағы дәрестәр 40 минутҡа тиклем ҡыҫҡартыла һәм уҡыу киске сәғәт 7-лә тамамлана. Айҙың бер шәмбеһе балаларҙы дөйөм үҫтереүсе сараларға бағышлана. Республиканың ҡайһы бер белем учреждениелары, айырыуса Өфө мәктәптәре, 1 апрелдән үк биш көнлөк уҡыу аҙнаһына күсәсәк. Ә ҡалғандар уҡыу йылы башынан биш көн уҡый башлаясаҡ.

Шулай уҡ сентябрҙән республикабыҙҙа “Үргә ос” яңы мәғариф проекты ла эшләй башлаясаҡ. Уның һынау этабында республика Мәғариф министрлығы 10-11 мәктәпте һайлап алып, уларҙа күләмле проектты һынай башлай. Яңы мәғариф проекты өлкән класс уҡыусыларын үҙаллы тормошҡа әҙерләү өсөн кәрәк, ти етәкселәр. Проекттың модулдәре танытманы мәктәптә үк алыу мөмкинлеген бирәсәк, уҡыусыларҙы дөрөҫ туҡланыу мәҙәниәтенә өйрәтеү өсөн уларға диетик аҙыҡ менән махсус меню төҙөләсәк, инглиз теленә һөйләшергә өйрәтәсәктәр, спорт төрҙәре менән шөғөлләнеүгә йәлеп итергә, 800- ҙән ашыу уҡыусы булған мәктәптәрҙә стоматология кабинеттары асыу, аҡыл һәләтен, фекерләүҙе үҫтереүҙә һәм уҡыусыларға классик бейеүҙәрҙе үҙләштереүгә ярҙам итәсәк. Бынан тыш, «Үргә ос» проекты ғаиләне, тыуған яҡты, милли традицияларҙы, мәҙәниәтте өйрәнеү дәрестәрен, милли спорт төрҙәренә, робот техникаһына һәм IT-технологияларға ылыҡтырыуҙы үҙ эсенә ала.


Ә бына район-ҡалабыҙ йәмәғәтселеге ошо турала нимә уйлай икән? Бигерәк тә балаларын уҡыуға ебәргән ата-әсәләр нимә тиер?

Ғаян АҘНАБАЕВ, Сермән мәктәбе директоры:

- Республикабыҙҙа тәүге мәктәп форумы үтте. Форумға беҙҙең район-ҡаланан да бер төркөм делегация барҙы. Унда мәғариф өлкәһендәге көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелде. Уҡытыусыларға гранттар биреү, биш көнлөк уҡыу системаһына күсеү, һынау проекттарының эшләй башлауы һәм башҡа күп һорауҙар көн тәртибенә ҡуйылды. «Үргә ос» һынау программаһына ла һайлап алынған ҡала һәм ауыл мәктәптәре гранттар аласаҡ.

Биш көнлөк уҡыуға күсеү, әлбиттә, һәйбәт. Шул уҡ ваҡытта уҡытыусыларҙың да эш хаҡтары кәмемәй, йөкләмәләр ҙә юғалмай. Әммә, ҡайһы бер мәктәптәр кеүек, 1 апрелдән яңы системаға күсеү иртәрәк әле. Сөнки уҡыу йылы аҙағына тиклем пландар яҙылған, программалар, дәрестәр теҙмәһе төҙөлгән. 1 сентябрҙән күсһәк, әлбиттә, яҡшы буласаҡ. Балаларҙың белеме генә зыян күрмәһен.

Динара СОЛТАНОВА:

- Ҡаланың 21-се мәктәбе биш көнлөк уҡыу менән күптән таныш. Бындай уҡытыу системаһы ғаиләбеҙгә, бигерәк тә өлкән класта белем алыусы ҡыҙыбыҙға оҡшай. Ул ял көндәрендә ваҡытын күберәк дөйөм һәм берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерлеккә бүлә. Ял итеп тә өлгөрә. Беҙгә, ата-әсәйҙәргә лә, бындай уҡыу ысулы уңайлы. Беренсенән, бала ла ял итә, икенсенән, ял көндәренә тәғәйен эштәребеҙҙе бергә, ғаилә менән башҡара алабыҙ. Ауылда йәшәгән туғандарыбыҙға барыу мөмкинлеге сыға. Мәктәптәр биш көнлөк уҡыуға күскәс, игеҙәктәребеҙҙе ниндәй белем усағына биреү мәсьәләһе лә хәл ителәсәк. “Үргә ос” проектына килгәндә иһә, ыңғай ҡараштамын. Уҡыһындар, белемдәрен камиллаштырһындар. Инглиз теле менән бергә башҡорт теленә лә иғтибар күберәк бүленһен ине.

Мәүсилә ШӘРИПОВА:

- Биш көнлөк уҡыуға күсеү, бер яҡтан, балаларыбыҙ өсөн ҡыуандырһа ла, икенсенән, был яңылыҡ артында ҡыҫҡартыуҙар, уҡыусыларға артыҡ йөкләмәләр тормаймы икән тип борсолаһың. Биш көнлөк уҡыу системаһына күсеү бигерәк тә балаларыбыҙ, ата-әсәләр өсөн ҡыуаныслы.

Илһам МӘХМҮТОВ:

- Бөтә яңылыҡ - күптән онотолған элеккеһе кеүек, хәҙер яңынан тергеҙәбеҙ түгелме? Ҡасандыр күпселек мәктәптәрҙә стоматология кабинеттары эшләне, балалар техника серҙәренә төшөндө. Йылдар үтеү менән улар яңынан әйләнеп килде. Республикалағы һынау проектының билдәләнгән модулдәре буйынса күп мәктәптәр эшләй ҙә инде. Тикшеренеү, проектлау эшмәкәрлеге буйынса белемдәрен үҫтерә. Хәҙер балалар сит телдәрҙе ныҡлап өйрәнә, бейеүгә, шахмат уйнауға иғтибар бүлә, спорт менән дә шөғөлләнә. Ә биш көнлөк уҡыу күптән кәрәк ине, сөнки балаларҙың йөкләмәләре ауыр. Башҡа эштәргә ваҡыттары ла ҡалмай.

Читайте нас: