“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” номинацияһында ҡатнашыусыларҙы нарыҡлаусы баһалама комиссияһы ағзаһы, Аҙналы мәктәбе уҡытыусыһы Фирүзә Талип ҡыҙы Тажетдинова асыҡ дәрестәр тураһында бына нимә ти: “Уҡытыусыларҙың әҙерлек кимәле, тәжрибәлелеге, ижади мөмкинлектәре һоҡландырҙы. Асыҡ дәрестәрҙең ойошҡанлығы, бер тынала үтеүе, төптө ят уҡытыусы менән уҡыусылар араһында тәү ҡараштан уҡ еңел мөнәсәбәт тыуыуы ҡыуандырҙы. Мәҫәлән, 3-сө мәктәптән Ынйы Залавинаның үҙе менән таныштырған саҡта исеменең мәғәнәһе, руссаға тәржемәһе арҡылы урыҫ телле балаларҙа үҙ шәхесенә, дәрескә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята алыуы иғтибарға лайыҡ, минеңсә”.
14-се гимназияның тамаша залында үткән йомғаҡлау сараһы үҙе бер оло байрамға әүерелде. 2019 йылдың “Театр йылы” булыуын күҙ уңында тотоп, кисәнең 20-се мәктәп уҡыусылары тарафынан уйналған көлкөлө сәхнә әҫәренән башланып китеүе тамаша залындағыларҙы шунда уҡ яҡшы кәйеф тулҡынына көйләне.
Еңеүселәрҙе тәбрикләү өсөн сараға мәртәбәле ҡунаҡтар - муниципаль район Советы рәйесе Дилә Рәшит ҡыҙы Хәмзина, хакимиәттең мәғариф идаралығы етәксеһе Марина Владимировна Саранцева, “Урал” гәзитенең баш мөхәррире Сатура Жәүәт ҡыҙы Минһажитдинова, мәғариф хеҙмәткәрҙәренең территориаль профсоюз ойошмаһы рәйесе Людмила Григорьевна Шалаева, мәғариф идаралығының төп белгесе Римма Кинйәбус ҡыҙы Цандыкова, идаралыҡтың методик бүлек етәксеһе Нелли Рәфҡәт ҡыҙы Польщикова һәм башҡалар саҡырылды.
- “Йыл педагогы” конкурсының әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Был ярыш - оло хеҙмәт, эмоциональ йәһәттән ғәйәт ҙур көсөргәнешлек, шул уҡ мәлдә һәр конкурсанттың һөнәри һәм шәхес булараҡ үҫешен тәьмин итеүсе иҫ киткес ҡеүәтле импульс ул. Тап ошо һынау арҡылы яңы һәләттәр асыла, өр-яңы технологиялар үҙләштерелә, тәжрибә уртаҡлашыу өсөн майҙан барлыҡҡа килә, уҡытыусы һөнәренең абруйы, дәрәжәһе арта, - тип билдәләне Дилә Хәмзина конкурстың мөһимлегенә баҫым яһап.
Онлайн тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса “Мин - уҡытыусы” эссе ярышында “Уңышҡа тәүге аҙым” номинацияһында ҡатнашҡан 17-се гимназия уҡытыусыһы Ольга Казарамщикова, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” номинацияһында - Абҙаҡ мәктәбенән Рәзилә Фазылова, “Уҡытыусы-стажист” номинацияһында 8-се мәктәптән Гөлсинә Лоҡманова еңеүсе тип табылды. Гөлсинә Хәким ҡыҙы шулай уҡ “Уҡытыусының иң яҡшы сайты” онлайн уҙышында ла алдынғылыҡты бирмәне.
Материалдың дауамын гәзиттең 14 һанында (15.02.19) уҡығыҙ.