Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
15 Февраль 2019, 14:49

Ҙур еңеүҙәр һеҙгә!

Был тырыш, аҡыллы ҡыҙҙар ҡайҙа уҡый тип уйлайһығыҙмы?! Әлбиттә, ҡалабыҙҙың Башҡорт гимназияһында.

Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында ошондай матур, көләс йөҙлө ҡыҙ һәм малайҙар бик күп. Белем усағында тәрбиәләнеүселәр тырышып уҡыуҙарынан тыш, спортта ла, йыр-бейеүҙә лә һынатмай, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, тикшеренеү эштәрендә, робототехникала үҙҙәрен район-ҡалала ғына күрһәтеп ҡалмай, республика, Рәсәй, халыҡ-ара кимәлендә лә ҡатнашып, призлы урындар яулай. Был йәһәттән уҡыусыларҙың остаздарының да эше баһалап бөткөһөҙ. Улар ваҡытында балаларҙың һәләтен күреп, гимназистарға дөрөҫ йүнәлеш бирә. Уҡытыусылар ҙа дәрестәрен ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итеп, заманса алымдар ҡулланып алып бара. Тәрбиәләнеүселәре өсөн көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй, һәр кем өсөн янып-көйөп, мәктәп тормошо менән ҡайнап йәшәйҙәр. Шуға уҡыусылары төрлө күләмдә ҙур еңеүҙәргә өлгәшә лә инде. Гимназияның Х класында уҡыған ҡыҙ һәм егеттәр ҙә белем усағының намыҫын лайыҡлы яҡлайҙар. Яҡшы уҡыу, спортта, йыр-бейеүҙә үрҙәр яулау, төрлө саралар үткәреү уларҙың көсөнән килә. Ләйсән Үтәбаева һәм Элина Ғәлиева ла ана шундайҙарҙан. Тырыш ҡыҙҙар тик яҡшы билдәләргә генә уҡып ҡалмай, башҡа өлкәлә лә үҙҙәрен тапҡан. Х класс ҡыҙҙары бер нисә йыл рәттән “Йыл уҡыусыһы” исеменә лайыҡ булды. Ләйсән башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән, башҡа фәндәрҙән төрлө конкурстарҙа ҡатнаша. “Урал батыр” эпосын һөйләү буйынса ла республикала призлы урындарға лайыҡ, төрлө онлайн конкурстар ҙа уға яҡын. Ә Элина иһә ғилми-тикшеренеү эштәре менән шөғөлләнә. Ҡыҫҡаһы, ҡыҙҙарҙың ҡаҙаныштарын һанап бөтөрлөк түгел. Һуңғы еңеүҙәренең береһе - йыл аҙағында үткән халыҡ-ара тикшеренеү эштәренең фәнни-ғәмәли конференцияһы. Мәктәп уҡыусылары, махсус белем биреү һәм юғары уҡыу йорттарының I, II курс студенттары араһында үткән халыҡ-ара йәштәр конкурсына ебәрелгән 4 ғилми эштең 2-әүһе тәүге этаптан үтеп, ҡыҙҙар республика кимәленә сыға. Ләйсән Үтәбаеваның “Тәбиғи антибиотиктар”, Элина Ғәлиеваның “Мәктәп шарттарында хитозан алыу” темаһына әҙерләнгән эштәре юғары баһа ала.
Материалдың дауамын гәзиттең 14 һанында (15.02.19) уҡығыҙ.
Читайте нас: