Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
1 Март 2019, 12:38

Мостай рухы итте тантана

“Хәҙер беләм, башҡорт сәнғәте Үткәл, Шығай кеүек ауылдарҙан баш ала икән”. Мостай КӘРИМ. Халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 1995 йылда әйткән ошо һүҙҙәренә бөгөн башҡорт мәғрифәте, башҡорт мәҙәниәте тип тә өҫтәргә булыр ине. Был һүҙҙәрҙе, уҙған аҙнала Үткәл мәктәбендә “Мостай Кәрим уҡыуҙары” буйынса Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға - 100, Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға һәм Театр йылына, Халыҡ-ара туған тел көнөнә арналған район-ҡала конкурсын ҡарағандан һуң, лайыҡлы рәүештә әйтергә була. Был сара рух, ҡот, аманат байрамына әүерелде.

Үткәл, Шығай, Сермән, Аҙналы, Асы, Инйәрҙең 2-се, Исмаҡай мәктәптәре, ҡаланың Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы, лицей-интернат уҡыусылары һәм уҡытыусылары ҡатнашҡан конкурс масштабы яғынан да, йөкмәткеһе яғынан да билдәләнгән сиктәрҙе уҙып китте. Ул өр-яңы таланттар асты, ижад офоҡтарын киңәйтте, яңы йондоҙҙар ҡабыҙҙы. Жюри ағзалары ла район-ҡаланың һүҙ оҫталары - “Урал” гәзите мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Сатура Минһажитдинова, яҙыусылар, журналистар, Яныбай Хамматов исемендәге премия лауреаттары: Сабир Шәрипов исемендәге «Иҙел башы» яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе Мансур Һиҙиәтов, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Фәриха Вәлиуллина, Гөлсөм Мостафина, Линиза Шакирова, Әлиә Саматова һәм Сәғирә Шәрәфетдинова. Шулай уҡ Үткәл мәктәбенең уҡыу-уҡытыу буйынса директор урынбаҫары Дилә Йомағужина, башланғыс кластар уҡытыусыһы Фатима Хәлилова, тарих уҡытыусыһы Рузидә Ғәйфуллина, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Нурсилә Йомағужина, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлназ Байрамғәлина, ҡала лицей-интернатынан Эльза Сөләймәнова, Исмаҡай мәктәбенән Әнисә Хәйбуллина, Сермән мәктәбенән Нәсимә Шәғәлина конкурс эштәрен баһалауҙа жюри ағзалары булды. Шулай уҡ уларға уҡытыусылар Рәмзиә Сафиева, Гөлфирә Ғәлиастанова, Рәмзилә Хәлилова ярҙамлашты.
Нәркәс Йомағужина етәкселегендәге төркөм килгән ҡунаҡтарҙы икмәк-тоҙ менән матур итеп ҡаршы алды. Уҡытыусыларҙан алып уҡыусыларға тиклем барыһы ла сағыу төҫлө милли костюмда. Мәктәп директорынан алып уҡыусы малайҙарға тиклем милли биҙәк сигеп тегелгән ҡыҙыл галстуктар һәм ҡыҙҙарҙа тәңкәле ҡыҙыл түшелдеректәр. Ә инде конкурсты асыу тантанаһы үҙе бер һоҡланғыс сараға әйләнде. Алып барыусылар - Рузидә Ғәйфуллина менән Нурсилә Йомағужина үҙҙәрен ысын мәғәнәһендә һүҙ оҫталары ғына түгел, сәнғәт оҫталары итеп тә танытты. Конкурс шарттарына тура килтереп биҙәлгән сәхнә түренә Мостай Кәримдең портреты ҡуйылған. Ә инде уның тере тауышын ишетеү күңелдәрҙә әйтеп бирә алмаҫлыҡ хистәр уятты.
Иң тәүҙә һәммәһен дә Үткәл мәктәбе директоры Ринат Әшрәф улы Йылҡыбаев сәләмләне һәм, барыһына ла уңыштар теләгәндән һуң, ҡыҫҡаса мәктәп тормошо, ҡаҙаныштары, маҡсаттары һәм бурыстары менән таныштырҙы.
Мостай Кәримдең әҫәрҙәренән өҙөктәр күрһәтелгәндән һуң, Зилә Шәғәлина “Яҙмыштан уҙмыштар” йырын башҡарҙы. Ә Фатима Әйүп ҡыҙы Хәлилова Мостай Кәримдең 1995 йылда Үткәлгә килгән мәлен шул тиклем мауыҡтырғыс итеп һөйләне, хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Һуңынан жюри ағзалары, уҡытыусылар һәм уҡыусылар конкурстың секциялар ултырышына кабинеттар буйлап таралышты. Тамашасы ҡул эштәре күргәҙмәһе менән танышты, уҡыусылар викторинала ҡатнашты.
“Мостай Кәрим шиғырҙарын, әҫәрҙәренән өҙөктәрҙе яттан һөйләү” буйынса Үткәлдән иң йәш шиғыр һөйләүсе 4 йәшлек Азалия Мырҙабаева барыһын да хайран итте. Ул шағирҙың олораҡ балалар өсөн дә ауырыраҡ бирелгән “Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!” шиғырын хисләнеп, әҫәрләнеп, бер ерендә лә яңылышмай башҡарҙы. Был баланың үҙен тотошо, шиғырҙы матур итеп тамашасыға еткерә белеүе һоҡландырҙы. Мәктәпкәсә йәштәге балалар араһында бер үҙе булғанлыҡтан, уға лайыҡлы рәүештә гран-при тапшырылды һәм “Урал” гәзитендә уның тураһында мәҡәлә баҫыласаҡ, - тине Сатура Жәүәт ҡыҙы. I-II кластар араһында Инйәрҙең 2-се мәктәбенән Нураниә Сәмситдинова гран-при яулаһа, Йәсмин Исмәғилева, Илназ Мөфтәхетдинов, Илсиә Сөләймәнова - I, Айсилә Әһлиуллина, Фәиз Ямалетдинов, Рәзим Мөхәмәтдинов - II, Радмир Аҙнабаев, Ғәлиә Лоҡманова, Алтынай Зыкрина, Вилиә Шайморатова III урынға лайыҡ булдылар.
III-IV кластар араһында Тимерхан Эниев, Вадим Шәғәлин, Диана Садиҡова - I, Динислам Мырҙабаев, Гөлминаз Хафизова, Русалина Аҙнабаева, Алина Курова - II, Азалия Мөхәмәтйәнова, Айзилә Шәғәлина, Руфина Мөхәмәтдинова, Айрас Зыкрин, Раушания Әфләтунова, Зарина Алғазина III урындар яуланы.
V-XI кластар араһында ҡала лицей-интернатының XI класс уҡыусыһы Алмаз Малыбаев, Мостай Кәримдең “Үлмәҫбай” поэмаһын ятлап, гран-при яуланы. Инйәрҙең 2-се мәктәбенең IX класс уҡыусыһы Нәфис Сәғитуллин - I, ҡала башҡорт гимназияһының VII класс уҡыусыһы Розалина Мөхәмәтйәнова менән Шығай мәктәбенең VI класс уҡыусыһы Нилә Лоҡманова - II, Шығайҙан VIII класс уҡыусыһы Айвар Ғилманов, башҡорт гимназияһынан Роксана Исрафилова, Сермәндән V класс уҡыусыһы Алһыу Сафиуллина III урындарҙы алды. Был конкурстың жюри рәйесе Сәғирә Шәрәфетдинованың фекерен яҙып китеү урынлы булыр: “Шиғыр һөйләү сәнғәте - һүҙ бөйөклөгөнә бәрәбәр. Шиғыр һөйләүсе тыңлаусының ҡолағына ишеттереү генә түгел, күңелен борһаландырырға, күҙҙәренә йәш төйөлдөрөргә, уйланырға һәм башҡа тойғолар кисерергә мәжбүр итергә тейеш. Шуға ла шиғыр бер төрлөлөккә һәм тик хәбәр һөйләүгә ҡоролорға тейеш түгел. Шиғыр кисерештәрен күңелдән үткәреп ятлағанда ғына уңышҡа өлгәшергә мөмкин”.
Эйе, ярыш, конкурстарҙа еңеүселәр, еңелеүселәр була, әммә тап ошондай саралар үҙеңде һынау, сыныҡтырыу мөмкинлеге бирә, йөрәктә һәм күңелдә сәм, ғәм уята, алға ынтылыу өсөн көс бирә. Конкурста ҡатнашырға йөрьәт иткәндәрҙең һәммәһенә лә “афарин!” тип әйтке килә.
“Мостай Кәрим әҫәрҙәре буйынса эҙләнеү эштәре” конкурсы ла жюри рәйесе Гөлсөм Мостафинала иҫ киткес тәьҫораттар ҡалдырған: “Эҙләнеү эштәренең һәр береһе үҙенсәлекле, фәһемле булыуы менән айырылып тора. Һәр береһе маҡтауға лайыҡ. Бигерәк тә Әлиә Марс ҡыҙы Саматованың уҡыусыһы Алһыу Әхмәтованың ”Беҙҙең өйҙөң йәме” фильмын төшөргәндәге күренештәргә үҙ күҙлегенән сығып анализ биреүе, башҡорт малайы менән рус ҡыҙының мөнәсәбәттәренән сығып, башҡорт һәм рус халҡының йылы, тығыҙ бәйләнешен, дуҫлыҡ сағылышын тояһың. Иң ҙур маҡсат ошо түгелме ни?! Үткәл мәктәбенән Нурсилә Фәтих ҡыҙы Йомағужинаның уҡыусыһы Гөлсинә Йомағужина ла Мостай Кәримдең Белоретҡа сәфәре, ул үткән юлдар, осрашыуҙар тураһындағы тикшеренеү эше “Башҡорт халҡының рухи йондоҙо - Мостай Кәрим эҙенән” тип атала. Уның эше урындағы материал булыуы менән йәлеп итә. Үҙ маҡсатына ирешкән ҡыҙға ла “афарин” тип әйтергә ҡала. Ғөмүмән, Әлиә Кинйәбай ҡыҙы Ғәлиәкбәрованың уҡыусыһы Айзилә Сафиева ла, Эльза Ғәфүр ҡыҙы Сөләймәнованың уҡыусыһы Айгүзәл Ғәйфуллина ла, Гөлсөм Урал ҡыҙы Йылҡыбаеваның уҡыусылары Нилә Лоҡманова, Искәндәр Хәлилов та маҡтауға лайыҡ”.
Тулы материалды гәзиттең 18-се һанында (01.03.19) уҡығыҙ.
Читайте нас: