Ысынлап та, мәктәп автобусы шоферҙары иңендә ҙур яуаплылыҡ ята. Уҡыусыларҙы ташыуҙа хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, маршруттар графигының теүәл үтәлеше лә уларҙың иңенә һалынған һәм ныҡлы күҙәтеүгә алынған. Район-ҡалала уҡыусыларҙы хеҙмәтләндергән автобустар паркы даими яңыртылып тора. Мәктәп автобусы водителдәренең күпселеге йөкмәтелгән бурыстарын ҙур яуаплылыҡ тойоп, намыҫ менән башҡара, шуға ла күптән инде балаларҙың да, ата-әсәләрҙең дә ихтирамын яулаған.
Был йәһәттән Сермән урта мәктәбенән Риф Әпҡәдиров һәм Василий Костенконы билдәләп үтергә кәрәктер. Ата-әсәләр уларҙың уҡыусыларға ҡарата иғтибарлығы, ярҙамсыллығы тураһында яҡшы хәбәрҙар. Сермән мәктәбенә күрше ауылдарҙан уҡыусыларҙы ике автобус ташый. Риф Нәҙербай улы маршрутында төп йүнәлеш булып Аҙнағол һәм Новобельский ауылдарында йәшәгән балаларҙы, ә Василий Владимирович иңендә Әзекәй уҡыусыларын алып килеү тора. Уларҙың эш көнө лә иртәнге сәғәт 7-лә башлана. Уҡыусыларҙы мәктәпкә алып киләләр, дәрестәр тамамланғас, балаларҙы кире илтәләр. Бынан тыш, балаларҙы төрлө конкурс-фестивалдәргә, олимпиадаларға, ярыш-походтарға ла йөрөтөү ҡаралған. Шул рәүешле көнөнә 50- 60 саҡрымлап юл үтергә тура килә уларға. Заманса автобустар менән йыраҡ ара ла түгел, әлбиттә. Шофер өсөн иң мөһиме - маршруттар хәүефһеҙ үтһен, ғәҙәттән тыш хәлдәргә юл ҡуйылмаһын. Был яҡтан ҡарағанда, ағайҙарҙың хеҙмәттәренә һүҙ тейҙерерлек түгел. Булдыҡлы водителдәрҙең техникалары ла һәр ваҡыт төҙөк. Әйткәндәй, хәҙерге ваҡытта идара иткән автобустары ла бер нисә йыл элек кенә сығарылған. Заманса автобустар ҙа йылы, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре лә теүәл үтәлә. Ә тәжрибәле шоферҙар уҡыусы-пассажирҙарҙы яҡты йөҙ менән ҡаршы алып, юлдарҙа иҫән-имен йөрөтә.
Улар башҡалар араһында балалар ташыуҙа ҙур тәжрибәләре менән дә айырылып тора. Риф Нәҙербай улының руль артында ултырыуына ла байтаҡ йылдар үткән. ДОСААФ-ты тамамлағандан һуң, колхозда, Асы санаторий-шифаханаһында водитель булып эшләй, хеҙмәт стажының һуңғы 15 йылы балаларҙы йөрөтөүгә бәйле. 13 йылға яҡынын Сермән балалар йортонда, Аҙналы мәктәбендә эшләй һәм бер нисә йыл инде Сермән урта мәктәбендә мәктәп автобусын йөрөтә. Василий Владимирович та һөнәрселек училищеһын тамамлаған, бөтә төр транспортты йөрөтөү хоҡуғына эйә тырыш водитель. Ул да, Риф Әпҡәдиров кеүек, бар ғүмерен рулгә бәйләгән. Белорет автотранспорт предприятиеһында хеҙмәт иткәндән һуң, бына 10 йыл инде ул мәктәп автобусы водителе. Балалар ташыу, уларҙың ғүмере өсөн ҙур яуаплылыҡтан тыш, тағы ла бер изге эш башҡара Василий Костенко. Ул - “Рәсәйҙең Почетлы доноры”. Был исемгә ул 10 йыл элек лайыҡ булған. Тимәк, уның хеҙмәте, башҡаларға күрһәткән изгелеге икеләтә яуаплылыҡ өҫтәй.
Тырыш, эшенә яуаплы ҡараған ағайҙарҙы мәктәп коллективы ла, ата-әсәләр, иң мөһиме, балалар ихтирам итә. Ә ихтирам яуаплы эштә бик мөһим.