Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Март 2019, 13:39

"Республикама дан йырлайым!"

Яҙҙың тәүге көнөндә Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында Башҡорт автономияһының 100 йыллығына арналған “Республикама дан йырлайым!” шиғыр һөйләүселәрҙең муниципаль конкурсы булып үтте.

Башҡорт гимназияһы ойошторған был сарала район-ҡаланан 13 мәктәп ҡатнашты.
Баш ҡалабыҙҙа башланып киткән “Йөрәк һүҙе” проектын тамашасы яратып ҡабул иткәйне. Тиҙ арала ул район-ҡалаларға, сит өлкәләргә лә барып етте. Ике-өс кешенең бергә шиғыр һөйләүе, унда моң да, музыка ла ҡушылып китеүе - үҙе бер йәнле тамаша булып ҡабул ителде.
Ҡала башҡорт гимназияһында үткән конкурс положениеһына ярашлы, ҡатнашыусылар уға етди әҙерлектәрен иҫбатланы. “Уҡытыусы-уҡыусы”, ”Уҡытыусы-уҡытыусы”, ”Әсәбалалар”, ”Уҡыусы-уҡыусы”, ”Атайул”, ”Өләсәй-ейәнсәр” номинацияларында ярышты шиғыр һөйөүселәр. Шиғриәт байрамын ойоштороусылар - алып барыусы һәм координатор, гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлназ Байрамғәлина, тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Зилә Мингәрәйева, мәғариф идаралығының башҡорт теле уҡытыусылары методисы Лариса Әхмәтшина уҡыусыларға, ата-әсәләргә оло юбилейға арналған конкурста уңыштар, яҡшы баһа, күтәренке кәйеф теләнеләр һәм ошо бәйгегә тура килгән Башҡорт ғаиләһе көнө менән ихлас ҡотланылар.
Башҡорт гимназияһы уҡыусылары бер сәхнә булып теҙелешеп, халыҡ шағиры Мостай Кәримдең “Ҡайын япрағы тураһында” шиғырын һөйләп, артабан конкурстың йәнле барыуына өмөт уятты. Шиғыр һөйләүселәр бөтәһе лә сәхнә биҙәге булды тип әйтерлек. Башҡорт гимназияһынан Гөлназ Тураева ҡыҙҙары Зарина һәм Камила менән, Үткәл мәктәбенән Рүзидә Ғәйфуллина улы Арыҫлан, ҡыҙы Айгүзәл, Шығайҙан Гөлсөм Йылҡыбаева менән уҡыусыһы Нилә Лоҡманова, Асынан Зөлфирә Йосопова ҡыҙы Сөмбөл менән, Йәмил Садретдинов менән улы Алмаз, Әлиә Ғәниева менән уҡыусыһы Гөлнәзирә Садретдинова, Мәхмүт мәктәбенән Мәхүбә Һибәтуллина ейәнсәре Лилиә менән, гимназиянан Айгөл Абдуллина улы Сәлих менән, Гөлнара Зикрина ҡыҙы Алтынай менән, Ғәбдөктән Рәүфә Айытбаева Һәм уҡыусыһы Айҙар Тәҡиуллин, Манышты мәктәбенән Ләйсән Фәйзуллина менән уҡыусыһы Амаль, Мәхмүт, Сермән, лицей-интернат, ҡаланың 14-се гимназияһы, 16-сы, 17-се мәктәптәре уҡыусылары башҡарыуындағы шиғырҙар уңышлы яңғыраны, күңел ҡылдарын сиртте. Манышты мәктәбенең VIII класс уҡыусыһы - төрлө музыка ҡоралдарында ла уйнаған Амаль Садекова ҡурайҙа һыҙҙырып ебәрҙе. Абҙаҡ мәктәбе уҡыусыларының ауылдаштары, шағир Әхмәҙин Әфтәх һәм Әнисә Ғәзизованың шиғырҙарын һөйләүе маҡтауға лайыҡ булды.
Баһалау комиссияһы ағзалары ҡатнашыусының сәхнәлә үҙен тота белеүенә, шиғыр һөйләү оҫталығына, тауыштың яңғырауына, тамашасыны йәлеп итә белеү маһирлығына, милли кейемдәргә, төрлө техник саралар ҡулланылышына иғтибар итте, шуға ярашлы баһа ҡуйҙы. Конкурста халыҡ шағирҙары Мостай Кәрим, Баязит Бикбай, Хәсән Назар, Рәми Ғарипов, Рауил Бикбай, Абдулхаҡ Игебаев, Лариса Абдуллина, Зөлфиә Ханнанова, Рәмил Йәнбәк һәм башҡа шағирҙарҙың шиғыр-поэмалары ишетелде. Республикабыҙ юбилейына арналған ҙур сара шулай тантаналы, йөрәктәрҙән йөрәктәргә үтеп инерлек аһәңле яңғыраны. Уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә һынатманы, бөтәһе лә маҡтауға лайыҡ. Һәр сығыш яһаусыны алҡышлап, йөпләп, уны илһамланып тыңланы тамашасы. Ә инде республикаһына дан йырлаусылар киләсәктә тағы ла яҡшыраҡ сығыш яһаясағына ышаныс, өмөт менән дәртләнеп, илһамланып ҡайтҡандыр. Һәммәһе лә туған республикаһын сикһеҙ һөйөүен, яратыуын, һоҡланыуын, уны һаҡларға һәм яҡларға әҙер булыуын әйтеп еткерә алды.
Урындар түбәндәгесә бүленде:
“Уҡытыусы-уҡыусы” номинацияһында I урын - Манышты мәктәбе, II урын - Шығай, Асы мәктәптәре, III урын - Ғәбдөк мәктәбе.
“Әсә-бала” номинацияһында I урын - Үткәл мәктәбенән Рүзидә Ғәйфуллина балалары Айгүзәл, Арыҫлан менән, Асынан Йәмил Садретдинов улы Алмаз менән. II урын - Мәхмүттән Мәхүбә Һибәтуллина менән ейәнсәре Лилиә, Башҡорт гимназияһынан Айгөл Абдуллина улы Сәлих менән. III урын - Асынан Зөлфирә Йосопова менән ҡыҙы Сөмбөл, Башҡорт гимназияһынан Гөлнара Зикрина ҡыҙы Алтынай, Гөлназ Тураева ҡыҙҙары Камила, Зарина менән.
“Уҡытыусы-уҡытыусы” номинацияһында I урын - Үткәл мәктәбе уҡытыусылары Нурсилә Йомағужина, Рүзидә Ғәйфуллина.
“Уҡыусы-уҡыусы” номинацияһында I урын - лицей-интернаттан Рәмилә Динисламова, Алмаз Малыбаев, Сермәндән Әҙилә Хаирова, Анелия Астангалина, ҡаланың 14-ce гимназияһынан Иҙел Әлхәмов, Динә Мөхсинова, Батырхан Мөхәмәтдинов. II урын - ҡаланың 16-сы мәктәбенән Самир Сәйфетдинов, Мәхмүт мәктәбенән Гүзәл Баййегетова, Алтынай Әбдрәхимова, Ғәбдөктән Нәркәс Әхмәтйәнова, Ильяс Шөғәйепов. III урын - лицей-интернаттан Гүзәл Аллаярова, Наҙгөл Нәбиуллина, 14-се гимназиянан Лилиә Аҡманова, Рената Шакирова.
Шцлай итеп, “Йөрәк һүҙен” йөрәктәр ҡабул итте. Шиғриәт байрамын баһалау комиссияһы ағзаһы, шағирә Зөһрә Үтәғолова шиғыры менән йомғаҡлап ҡуйҙы. Конкурста ҡатнашыусыларға Маҡтау ҡағыҙҙары һәм сертификаттар тапшырылды. “Республикама дан йырлайым!” байрамын башҡорт гимназияһы уҡыусылары йыр-бейеүҙәре менән биҙәне.
Читайте нас: