Унда республикабыҙҙың башланғыс класс, сит ил теле, тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү, рус теле һәм әҙәбиәте, физкультура, химия, биология, математика, физика дәрестәренән белем биргән 199 уҡытыусы үҙ көсөн һынап, мәртәбәле исемде яулау өсөн көрәште.
Беҙҙең район намыҫын ҡаланың Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренән белем биргән, былтыр район кимәлендәге “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы - 2018” конкурсында еңеү яулаған Сәриә ҠАҺАРМАНОВА (һүрәттә) яҡланы. Тәжрибәле педагог финалға сыҡҡан 5 кеше араһына үтте һәм “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы - 2019” конкурсының лауреаты булып танылды. Уға Мәғариф министрлығынан Диплом һәм кубок тапшырылды. Интернетта тауыш биреү юлы менән билдәләнгән “Тамашасы һөйөүен яулаусы” номинацияһында ла еңеү яулаған Сәриә Мөхәмәдйән ҡыҙы беҙҙең менән конкурс тәьҫораттарын бүлеште:
- Мәртәбәле конкурста еңеүсе исемен яулау өсөн тәжрибәле уҡытыусылар көс һынашты. Улар менән бер кимәлдә ярышып, лауреат исемен яулауымды күп йыллыҡ хеҙмәтемә оло баһа итеп ҡабул иттем. Конкурстың ҡытыршылыҡтары ла, күңелле мәлдәре лә булды. Финалға сыҡҡан уҡытыусылар араһында милли мәктәптәрҙән бер мин генә булыуым кәйефте ҡырҙы һәм аптыратты.
Форсаттан файҙаланып, “Тамашасы һөйөүен яулаусы” номинацияһында еңергә ярҙам итеп, минең өсөн Интернетта тауыш биргән барыһына ла ҙур рәхмәтемде белдерәм. Конкурс үҙемә ҡарата ышанысымды арттырҙы һәм артабан да янып эшләргә дәрт бирҙе.
Үҙ сиратыбыҙҙа, Сәриә Ҡаһармановаға артабан да тик уңыштар ғына теләйбеҙ һәм уға “Афарин!” тип кенә әйтергә ҡала.