Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Апрель 2019, 16:15

Балалар робот «уйнай»

- Минең робот, барыбер, һинекен еңәсәк. Хәҙер уйындан сығарам. - Юҡ, минеке һинең роботыңдан бәләкәйерәк булһа ла, еңәсәкмен. Бына шулай һүҙ “көрәштерә” “Йәш робототехник” муниципаль конкурсында ҡатнашҡан роботтар менән идара итеүсе малайҙар.

Мәктәптән тыш эштәр үҙәгендә эшләп килгән технопарктың Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында үткән “Йәш робототехник” муниципаль конкурсы - мөһим сараларҙың береһе. Ул ҡыҙ һәм малайҙарҙың конструкция төҙөүҙә техник оҫталыҡтарын күрһәтеү генә түгел, идеяларын практикала һынап ҡарау мөмкинлеге бирә. Бында көслө командалар сығыш яһай. Күрһәтелгән проекттар күләмле һәм уникаль. Был буласаҡ инженерҙар өсөн яҡшы старт.

Робототехниканы, программалаштырыуҙы популярлаштырыу һәм йәштәр араһында инженер һөнәрҙәренең мәртәбәһен күтәреү, балаларҙы һәм йәштәрҙе фәнни-техник ижадҡа ылыҡтырыу, инновация һәм юғары технологиялар өлкәһендә йәштәрҙе эшҡыуарлыҡҡа дәртләндереү маҡсатында үткәрелгән сарала 5 балалар баҡсаһынан һәм 15 мәктәп, гимназиянан технопарк тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты. Конкурста һәр йүнәлештә лә юғары әҙерлектәрен күрһәттеләр.

Конкурста ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл артыуы күҙәтелә. Былтыр 20 бала конкурста ҡатнашырға теләк белдерһә, быйыл 5 йәштән 15 йәшкә тиклем 65 бала ҡатнашты. Малай һәм ҡыҙҙары өсөн ата-әсәләре, олатай-өләсәйҙәре, уҡытыусылары “кѳйѳргә” килгән. 5-8 йәшлектәр һүрәткә ҡарап робот йыйҙы, 6-8 йәш категорияһына ҡарағандар “Внедорожник”, “Уҙыш” бәйгеһендә көс һынашты. 8-11, 12-16 йәшлектәр роботтары менән сумо көрәште, футбол уйнаны, лабиринттан, линия һыҙығынан үтте.

Ѳс сәғәтлек көсөргәнешле ярыштан һуң, еңеүселәр ҙә билдәләнде. 5-8 йәшлектәр араһында һүрәт буйынса робот йыйыуҙа I һәм II урындарҙы 27-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре Егор Недоспасов һәм Тимофей Иноземцев (етәкселәре Е. Иноземцева), III урындарҙы 3-сө балалар баҡсаһынан Степан Ефремов һәм Семен Капустников (етәкселәре Т. Ручкина) бүлеште. “Внедорожник”ты 29-сы балалар баҡсаһынан Әмир Гусейнов һәм Егор Әхмәтшин (етәкселәре Г. Юлсурина) иң яҡшы йөрөтөүселәр булды. 20-се мәктәптән Данил Шаһивәлиев, Ильяс Вәлиевтең (В. Ғөбәйҙуллин) роботтары финиш һыҙығын - икенсе, 3-сө балалар баҡсаһынан Арсен Сафуановтыҡы (Э. Сафуанова) өсөнсө булып үтте. Уҙышта 3-сө балалар баҡсаһынан Артем Ефремов (Н. Седова), Вероника Гулак (Э. Сафуанова) - I, Мәктәптән тыш эштәр үҙәге технопаркынан Егор Еремеев (Е. Бодрова) - II, шул уҡ технопарктан Дима Казармщиков, Валера Казармщиков (Е. Бодрова) III урындарҙы яуланы. Роботтарҙың “Сумо” көрәшендә башҡорт гимназияһынан Илнур Баҡыев, Аҙналы мәктәбенән Илгизәр Лоҡманов (етәкселәре Г. Юлсурина), Абҙаҡ мәктәбенән Арслан Ирғәлин (Х. Ишмырҙин) еңде. 8-16 йәш категорияһына ҡарағандар араһында линия һыҙығын Мәктәптән тыш эштәр үҙәгенән Дауыт Дауытов (Х. Ишмырҙин), Рушан Хәлитов (Д. Сәмсетдинов) һәм Никита Бороденко тәүгеләрҙән булып үтте. Лабиринтты үтеүҙә Динис Сәмсетдинов тәрбиәләнеүсеһе Артем Александров, Хәлит Ишмырҙин тәрбиәләнеүсеһе Илназ Ишмырҙин иң яҡшылары булды. Улар I һәм II урындарҙы бүлеште.

Үҫмерҙәр үҙҙәре лә, роботтары ла футбол уйнарға ярата икән. Быны улар муниципаль конкурста тағы ла бер тапҡыр иҫбатланы. Шулай итеп, I урында технопарк тәрбиәләнеүселәре - Иҙел Фәйзуллин, Артем Александров, Никита Бороденко (Д. Сәмсетдинов), башҡорт гимназияһынан “Арғымаҡ”тар - Илнур Баҡыев, Артур Латипов, Илнур Рәзәпов (Г. Юлсурина) - II, технопарктың икенсе командаһы Данил Хөсәйенов, Ильяс Шәмиғолов (Д. Сәмсетдинов) III урындарҙы яуланы.

Техник алға китеш тѳплѳ белемдән генә түгел, ҡыйыу аҙым яһауҙан да тора. Йәш робототехниктар ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс менән шѳғѳлләнеүҙән тыш, ҡаушап ҡалғандарҙан түгел икәнлектәрен күрһәтте. Киләсәгебеҙ ҙә бит нәҡ ошо буласаҡ инженерҙар һәм техник белгестәр менән бәйле.

Читайте нас: