Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
9 Апрель 2019, 14:26

Ауыл киләсәге - мәктәп

Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, ауыл мәктәптәрендә заманса шарттар булдырыу дауам итә. Мәғариф өлкәһенең белем биреү системаһы бер туҡтауһыҙ үҙгәрештәр кисереп торһа ла, дәүләттең ауыл мәктәптәренең матдитехник базаһын нығытыуға ҙур иғтибар бүлә башлауы ҡыуаныслы күренеш.

Беҙҙең районда ла был йәһәттән ҙур эштәр башҡарыла. Күптән түгел Шығай мәктәбе уҡыусылары өсөн уңайлы шарттар булдырылһа, әле килеп Аҙналы мәктәбендә йылы бәҙрәф файҙаланыуға индерелде. Бының өсөн республика ҡазнаһынан 600 мең һум аҡса бүленде. Мәктәп бинаһын, тәү сиратта, һыу менән тәьмин итеү, канализация үткәреү сәбәпле сығымдар ҙа күберәк булды. Әммә тырышлыҡ бушҡа китмәне, октябрь уртаһында башланған эш декабрҙә тамамланып, мәктәп эсенә һыу йылытыу, ҡул киптереү ҡорамалдары ҡуйылды.
Мәктәптәрҙә йылы бәҙрәфтәр булдырыу артабан да дауам итәсәк. Әлеге ваҡытта Мәхмүт мәктәбе үҙендә уңайлы шарттар тыуҙырыу өсөн сират көтә. Бының өсөн тейешле документтар әҙерләнгән дә инде. Республиканан аҡса күсеү менән бында ла ҡыҙыу эш башланасаҡ. Ремонт эшен йыл аҙағына тамамлап, заманса санузелды файҙаланыуға тапшырырға тип хәл ителгән.
Аҙналы мәктәбендә башҡа ҡыуаныслы яңылыҡтар ҙа бар. Мәктәп директоры Әлфиә Сафуанова (һүрәттә) әйтеүенсә, мәктәпкә яңы йыһаздар алыу өсөн 80 мең һум аҡса бүленгән. Шул аҡсаға музыкаль аппаратура, дәүләт атрибутикалары, ашханаға яңы һауыт-һаба, хеҙмәт кабинетына теген машинаһы һатып алынған. Бынан тыш, коридорҙағы стендтар ҙа тейешле талаптар буйынса яңыртылған, кластарҙа уҡытыусыларҙың эш өҫтәлдәре алыштырылған, уҡытыусылар бүлмәһенә яңы мебель ҡуйылған, ваҡ ремонт эштәре өсөн кәрәк-яраҡтар алынған.
- Бөгөн мәктәптә 40 бала уҡый, уларға 12 уҡытыусы белем бирә. Һуңғы йылдарҙа мәктәп ҙур һынауҙар кисерҙе тип әйтһәк тә, хата булмаҫ. 2011 йылда ана ябыла, бына ябыла тигән ерҙән уны күмәк көс менән һаҡлап алып ҡалыуға ирештек. Бының өсөн ауылдың сыҡҡан билдәле кешеләр, старостабыҙ, ауылдың киләсәге өсөн битараф булмаған ауылдаштар, уҡыусылар, уҡытыусылар йыйылышып, баш ҡалаға юлландыҡ. Унда ауыл мәктәптәрен һаҡлап ҡалыу мәсьәләләре буйынса БСТ каналындағы тапшырыуҙа ҡатнаштыҡ. Йөрөүебеҙ бушҡа булманы. Мәктәп бөгөн дә эшләй, уны матурайтыу, һаҡлау өсөн төрлө юлдар эҙләйбеҙ. Был йәһәттән муниципаль мәғариф идаралығы, ауыл хакимиәте генә түгел, ата-әсәләр, эшҡыуарҙар ҙа ҙур ярҙам күрһәтә. Быға тиклем йыл һайын да үҙебеҙҙең көс менән мәктәпкә косметик ремонт яһап килдек. Тик мәктәптең ҡыйығынан һыу үтеү сәбәпле, эшләгәнебеҙ тиҙ арала юҡҡа сыға ине. Шуға күрә, 25 йыл буйы алыштырылмаған ҡыйыҡты ла быйыл яңыртырға уйлайбыҙ. Бының өсөн смета төҙөлгән дә инде, аҡса бүленеү менән эш башларға ниәтләйбеҙ.
Ауылдың киләсәге туранан-тура мәктәптең эшмәкәрлегенә бәйләнгән тиергә була. Балалар тауышынан гөрләп торған мәктәбе булған ауыл да, һис шикһеҙ, йәшәйәсәк. Шуныһы ҡыуаныслы, коллективҡа көслө, үҙ эшен белгән педагогтар тупланған. Шул арҡала уҡыусыларыбыҙ ҙа төрлө район, республика кимәлендә үткән конкурс, олимпиадаларҙа йыш ҡатнаша һәм еңеү яулай. Улар, ҡайҙа ғына уҡыһа ла, туған мәктәбе, атаәсәләре йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй. Балаларға белем биреүҙән тыш, уларҙың ижади һәләтен үҫтереү маҡсатында һүлпәнәйеп ҡалған түңәрәктәр эшен дә тергеҙеп ебәрергә уйлайбыҙ. Бының өсөн ҡумыҙҙар ҙа һатып алдыҡ. Үҙебеҙҙең ҡумыҙсылар ансамблен ойоштороп, бейеү түңәрәген йәнләндерәсәкбеҙ. Балаларҙа ҡыҙыҡһындырыу уятыу өсөн билдәле ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдиновты, 36 йыл филармонияла баянсы булып эшләгән Рәжәп Вәдүтовты осрашыуға саҡырҙыҡ. Улар уҡыусыларҙы ҡумыҙҙа, баянда уйнау нескәлектәре менән таныштырҙы.
Шулай ҙа иң мөһим маҡсатыбыҙ - мәктәпте һаҡлап ҡалыу. Бының өсөн ата-әсәләр, ауылыбыҙҙан сыҡҡан шәхестәр менән тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырып, артабан бергәләп эшләү юлдарын эҙләйбеҙ. Нимә генә тимәһендәр, мәктәп - ауылдың йөҙө. Шуға күрә, яңы мәктәп төҙөүҙәренә өмөтләнмәй, булғанды һаҡлап, уны эстән дә, тыштан да төҙөкләндереп, проблемаларҙы бергәләп хәл итеп эшләргә өмөтләнәбеҙ, - ти мәктәп директоры Әлфиә Шәкирйән ҡыҙы.
Күптән түгел үҙ өҫтөнә яуаплы бурыс алған йәш етәксенең пландары, һис шикһеҙ, тормошҡа ашыр, Аҙналы мәктәбе яңынан-яңы уңыштары менән һөйөндөрөр тигән ышаныс ҙур.
Читайте нас: