Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
9 Апрель 2019, 14:36

Телен ҡәҙерләгән халыҡ ҡәҙерле булыр

10-12 апрелдә Өфөлә I Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезы үтә.

Республиканың 100 йыллығына арналған сара «Торатау» конгресс-холы майҙансығында ойошторола. Съезда Башҡортостан Республикаһындағы һәм Рәсәй Федерацияһы субъекттарындағы дөйөм белем биреү ойошмаларынан 600-гә яҡын башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, туған телдә уҡытылған дәүләт һәм муниципаль дөйөм белем биреү ойошмалары директорҙары, муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәренең мәғариф идаралыҡтары, бүлектәре белгестәре һәм методистары, юғары уҡыу йорттары, йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнаша. Башҡорт телен өйрәнеүсе башҡа төбәктәрҙән - Ырымбур, Силәбе, Ҡурған, Һамар, Һарытау, Свердловск өлкәләренән, Татарстан Республикаһынан, Пермь крайынан, Ханты-Манси автоном округынан һәм Мәскәүҙән делегаттар килеүе көтөлә. Съезда ҡатнашыусылар Башҡортостанда, Рәсәй төбәктәрендә башҡорт телен һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереү мәсьәләләрен тикшереп, Башҡортостанда Туған телдәрҙе уҡытыу концепцияһына тәҡдимдәр индерәсәк.
I Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезында район-ҡалан 9 делегат ҡатнаша. Делегаттар составына үҙ эшенең оҫтаһы, үҙ өлкәһендә төрлө исемдәргә лайыҡ булған абруйлы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, мәктәп директорҙары, балалар баҡсалары мөдирҙәре һәм мәғариф идаралығы белгестәре инде. Башҡорт мәктәптәренән Инйәрҙең 2-се мәктәбе уҡытыусыһы Әлиә Саматова һәм Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Сәриә Ҡаһарманова, рус мәктәптәрендә туған телдән уҡытыусылар исеменән 20-се мәктәп уҡытыусыһы Зәйнәп Собханғолова, башҡорт теле дәүләт теле булараҡ ингән мәктәптәрҙән - 21-се мәктәп уҡытыусыһы Баныу Астанова, милли дөйөм белем биреү ойошмаларынан - Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы директоры Сулпан Уйылданова, Белорет лицей-интернаты директоры Гөлнара Зәйнетдинова, башҡорт балалар баҡсалары мөдирҙәре араһынан “Тирмәкәй” балалар баҡсаһы мөдире Таңсулпан Бүләкбаева һәм мәғариф идаралығы начальнигы Марина Саранцева, идаралыҡтың милли мәғариф буйынса методисы Лариса Әхмәтшина Белорет районы һәм ҡалаһы исеменән делегация составында.
- Башҡорт халҡының телен, тарихын, рухи байлығын үҙендә туплап үҫеүсе быуын тәрбиәләү бурысын атҡарыу башҡорт теле уҡытыусылары иңенә төшә. Район-ҡалала йәмғеһе 72 уҡытыусы балаларға әсә теленән белем бирә. Муниципаль райондағы 53 мәктәптең барыһында ла башҡорт телен туған тел һәм дәүләт теле булараҡ өйрәнеү ойошторолған. Башҡорт мәктәптәрендә халҡыбыҙҙың тарихына, теленә, ғөрөфғәҙәттәренә һөйөү тәрбиәләнә. Шулай уҡ башҡорт халҡының вәкилдәрен төрлө һөнәри өлкәләрҙә күреү маҡсатында милли мәктәптәрҙә лә хәҙерге заманда киң ҡолас алып үҫешкән робототехника, нано-биотехнология йүнәлештәрендә лә эш алып барыла. 15 милли мәктәптә 1 708 уҡыусы башҡорт телендә уҡыһа, уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә 1 942 башҡорт балаһы үҙ телен өйрәнә. Ә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәр һаны - 8 667. 21-се мәктәптә беренсе йыл “Афарин” уҡыу-методик комплексы эшләп килә. Бер төркөм уҡытыусылар комплексты үҙҙәре эшкәртте һәм төҙөнө. Аңлайышлы, ябайлаштырылған комплекс ике этапты үтте. Бәлки, мәктәптең башҡорт теле уҡытыусыларынан тупланған “Афарин” комплексы республикабыҙ грантын алыуға ла өлгәшер әле.
Ә съезға килгәндә, лайыҡлы делегаттар һайлап алынды. Делегаттар, ҡайһы бер белем усаҡтары тураһында видеороликтар ҙа төшөрөлдө.
I Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезына ҙур өмөттәр бағлайбыҙ, уның емешле булыуына ла ышанабыҙ. Башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүҙе һаҡлап алып ҡалыу һәм дәүләт теле булараҡ өйрәнеүҙе дауам иттереү кеүек көнүҙәк мәсьәләләренең хәл ителеренә ышаныс ҙур. Туған тел уҡытыусылары һәр яҡтан яҡланған булырға тейеш. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеттарының заманса йыһазландырылыуы, дәреслектәрҙең яңыртылыуы мөһим. Дәреслектәрҙең экспертизаны уңышлы үтеүе тураһында таныҡлыҡ булғанда, хоҡуҡтар ҙа үҫер, уҡытыусылар ҙа үҙ эштәрендә файҙалана аласаҡ. Уҡыу әсбаптары яңыртылыу ғына түгел, ябайлаштырылһын да ине. Бына шундай маҡсаттар менән йыйылабыҙ был күләмле сараға, - тине мәғариф идаралығының милли мәғариф буйынса методисы Лариса Хәлфетдин ҡыҙы.
Делегаттарға эштәрендә уңыштар, съездан яңы көс, яңы идеялар туплап ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.
Читайте нас: