Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Апрель 2019, 15:09

Сәсәнлек ижадына һөйөү тәрбиәләп

Ҡала лицей-интернатында “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү һәм сәхнәләштереү буйынса сираттағы муниципаль конкурс уҙҙы. Традицияға әйләнгән сара сәсәндәр мәктәбен тергеҙеү һәм үҫтереү, уҡыусыларҙа сәсәнлек ижадына һөйөү тәрбиәләү, уларҙы тыуған ерҙең тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеүҙә эҙләнеү эшмәкәрлегенә йәлеп итеү, халыҡ ижады өлөгөләрен һаҡлап, киләһе быуындарға тапшырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған.

Конкурс ике этаптан торҙо. “Урал батыр” бәйгеһен яттан һөйләүҙә балалар ике категорияға бүленде: башланғыс класта уҡыусылар кәмендә 1100, урта кластар иһә 3000 юл ятларға тейеш ине. Тасуири ятлау, юлдар күләме, музыка инструменты ҡулланыу, аудитория менән эшләү, тауыш көрлөгө юғары баһаланһа, эпосты бер нисә телдә һөйләгән өсөн өҫтәмә балдар ҡуйыу ҡаралманы.
Икенсе этапта мәктәптәр эпосты сәхнәләштереү буйынса оҫталыҡтарын күрһәтте. Унда декорацияларҙың, кейемдәрҙең конкурс талаптарына тап килеше, уҡыусыларҙың актерлыҡ оҫталығына иғтибар бүленде.
Ҡатнашыусыларҙы яттан һөйләү буйынса жюри ағзалары - Әлиә Саматова, (Инйәрҙәге 2-се мәктәп уҡытыусыһы) Әнисә Зарипова (Тимер юл), Сәриә Ҡаһарманова (Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы), Ғәзизә Әхмәтшина (Аҙналы), сәхнәләштереүҙә: Фирүзә Фәттәхова (Абҙаҡ мәктәбе уҡытыусыһы), Алһыу Өмөтбаева (мәҙәниәт идаралығы методисы) һәм Фәнисә Шәрәфетдинова (ҡаланың тарихи-крайҙы өйрәнеү музейының ғилми хеҙмәткәре) бөтә талаптар буйынса баһаланы.
Эпосты яттан һөйләү турында башланғыс кластар араһында I урынды Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһынан Алтынай Зыкрина, II урынды Әминә Шәғәлиева (17-се гимназия) һәм Линиза Ғәрифуллина (Йөйәк мәктәбе), III урынды Ирхан Миһранов (Манышты) яуланы. Тимер юл мәктәбе уҡыусыһы Азалия Нуруллина “Өмөт” номинацияһында билдәләнде. Урта кластар араһында I урынға - Регина Ғәлиева (Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы), II урынға - Ләйсән Шәғәлиева (17-се гимназия) һәм III урынға Гөлназ Исламғолова (13-сө мәктәп) лайыҡ булды. “Һөйләү маһирлығы” номинацияһында Айгүзәл Рәхмәтуллина (Инйәрҙәге 2-се мәктәп) еңеү яуланы.
“Урал батыр” эпосын сәхнәләштереү этабында конкурстың бөтә талаптарын да теүәл үтәгән, сәхнә биҙәлеше, актерлыҡ маһирлығы менән жюри ағзаһын әсир иткән Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы уҡыусылары I урынға (һүрәттә) сыҡты. II һәм III урындарҙы ҡаланың лицей-интернаты менән Манышты мәктәбе бүлеште. Рус мәктәптәре араһында тәүге урын Сермән мәктәбенә, II урын 14-се гимназияға бирелде.
Читайте нас: