Эштәрҙе атҡаҙанған рәссамдар, Рәссамдар союзы ағзалары, республиканың сәйәсәт һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре тикшерҙе. Конкурстың жюри рәйесе - күренекле йәмәғәт эшмәкәре Каринэ Хәбирова.
2018 йылдың декабрендә республиканың йәш рәссамдары алдарына күп милләтле төйәгебеҙҙең бар матурлығын, үҙенсәлеген, уникаллеген ҡағыҙ биттәрендә сағылдырырға тигән маҡсат ҡуйғайны.
Өс турҙан торған конкурсҡа бөтәһе 11 672 эш ебәрелгән булған, шуларҙың 300-ө финалға үткән.
Белореттан да ҡатнашыусылар бар. Шулар араһында Зарина Иманғолова, Залина Мингәрәева һәм Элина Сөләймәнова. Залина менән Элина - ҡаланың Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы уҡыусылары.
Мингәрәева Залина III кластар араһында - II, ә Элина Сөләймәнова I кластар араһында II урын яуланы.
- Мин призлы урын алыуыма ышандым, - ти Залина. - Хәҙер тағы ла тырышып һүрәттәр төшөрәсәкмен, - тип ҡыуанысы менән уртаҡлаша йәш рәссам.
- Каринэ Хәбирова ҡулынан бүләк алыуыма ҡыуанып бөтә алмайым. Һөҙөмтәләр билгеле булғансы тулҡынландым, әммә үҙ-үҙемә ышандым, - ти Элина.
Каринэ Хәбирова әйтеүенсә, меңәрләгән эштәр араһынан иң-иңдәрен һайлау еңелдән булмаған, әммә берәүҙәрҙе һайлап, беҙ икенселәргә артабанғы ижади эштәрендә өмөт, дәрт бирәбеҙ.
Ошо еңеүҙәре менән ҡыҙҙарҙы ҡотлайбыҙ! Ғорурланабыҙ. Артабан да конкурстарҙа ҡатнашып, уңыштарға өлгәшеүҙәрен теләйбеҙ!