Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
23 Май 2019, 17:42

"Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам"

Башҡорт теленән төбәкара диктант 2015 йылдан алып үткәрелеп килә. Ағымдағы юбилей йылында, ул Халыҡ-ара статусын алды һәм Башҡортостан Республикаһы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бойороғона ярашлы уҙҙы.

“Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам” девизы аҫтында ойошторолған диктант - хатаһыҙ яҙыу мәҙәниәтен популярлаштырыу һәм үҫтереү мәсьәләләренә иғтибарҙы йәлеп итеүгә йүнәлтелгән һәм теләге булғандарҙың барыһы өсөн тәғәйенләнгән, йыл һайын үткәрелеп килгән ирекле, түләүһеҙ белем биреү акцияһы булып тора.
Өфө был сараның үҙәге булды. Төп майҙансыҡ Башҡорт дәүләт университеты бинаһында урынлашты һәм унан республика район-ҡалаларындағы, Ҡазан, Ырымбур, Силәбе, Ханты-Манси, Пермь, Санкт-Петербург һәм Мәскәү ҡалаһындағы майҙансыҡтар менән Онлайн трансляция булдырылды. Шулай уҡ Монреаль, Оттава һәм Торонто (Канада), НьюЙорк һәм Лос-Анжелес (США), Стамбул һәм Анталия (Төркиә), Гуанчжоу һәм Пекин (Ҡытай), Нурсолтан (Ҡаҙағстан) һәм башҡа сит илдәрҙә майҙансыҡтар эшләне.
Ҡалала диктант яҙыуҙың төп урыны булып 17-се гимназия бинаһы торҙо. Башланғыс кластар уҡыған бинала, телде камил белгәндәр йыйылды һәм улар менән Өфөләге төп майҙансыҡ менән тура бәйләнеш булдырылды. Ә башҡорт телен башланғыс кимәлдә өйрәнеүселәр гимназияның юғары кластар белем алған бүлегендә яҙҙы. Беренсе аудиторияла муниципаль район хакимиәтенең беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев, “Урал” гәзите хеҙмәткәрҙәре, район-ҡала Ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Зөбәржәт Суфьянова, Сабир Шәрипов исемендәге “Иҙел башы” яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе Мансур Һиҙиәтов, актив йәмәғәтсе Булат Яныбаев, уҡытыусылар, уҡыусылар, студенттар һәм был сараға битараф булмағандар йыйылды. Икенсе аудиторияла Белорет районы башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Риф Шакиров иң өлкән диктант яҙыусы булып барыһына ла үрнәк күрһәтте.
Төп майҙансыҡта 4 аудитория эшләне һәм унда йәмғеһе 137 кеше диктант яҙыуҙа ҡатнашты. Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында - 102, Инйәрҙең 2-се башҡорт мәктәбендә - 34 һәм 1-се мәктәбендә - 49, ҡала лицей-интернатында - 66, Манышты мәктәбендә - 23, Егәҙелә - 30, Берештамаҡта - 26, Абҙаҡта - 63, Йөйәктә - 56 кеше башҡорт теле грамматикаһы буйынса үҙ белемен һынаны, уларҙың төп өлөшөн ошо мәктәп уҡытыусылары, уҡыусылары, балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре һәм ата-әсәләр тәшкил итте. Диктант һөҙөмтәләре был көндө белемен тикшерергә килгән һәр кем өсөн ҡыҙыҡлы булды, телебеҙҙе үҫтереүгә, пропагандалауға, һаҡлауға, яҡлауға йүнәлтелгән акция байрам кәйефе, күңел күтәренкелеге менән үтте.
Һәр тыныш билдәһенең дөрөҫ яҙылыуы, башҡорт теле ҡағиҙәләрен белеүҙе һәм аҡыл көсө талап иткән сара төбәк-ара кимәлдәге иң ҙур социаль проекттарҙың береһенә әйләнә бара. Киләсәктә диктант яҙыуҙа ҡатнашыусыларҙың артыуы көтөлә.
Читайте нас: