Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
28 Май 2019, 16:07

Аҡ юл һеҙгә, балалар!

Район-ҡала мәктәптәрендә Һуңғы ҡыңғырауҙар яңғыраны. Белорет районында быйыл 467 уҡыусы XI класты, 1154 бала IX класты тамамлай. Ҡаланың лицей-интернаты ла Һуңғы ҡыңғырау байрамына ентекле әҙерләнгән.

Уҡыу йылы дауамында уҡытыусылар ҙа, уҡыусылар ҙа ҙур еңеүҙәргә өлгәшкән. Рәсәй, Башҡортостан, район-ара олимпиадаларҙа, конкурстарҙа, ярыштарҙа лицей-интернаттың берҙәм һәм татыу коллективы юғары урындарҙы яулаған, Дипломдар, Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары, сертификаттар алған. Уҡыусыларҙан бигерәк тә Динислам Мәғәфуров, Алмаз Малыбаев, Вилдан Ҡәҙерғолов, Фәһим Фәйзуллин, Зөһрә Мәғәзова, Вилена Ҡәҙерғолова күп тапҡыр еңеүсе булып танылған. Был уҡыусылар - уҡыу йортоноң, уҡытыусыларҙың тәүге ярҙамсылары, терәге.

Һуңғы ҡыңғырау лицей-интернаттың 17 - XI класс уҡыусыһы һәм 32 - IX класс уҡыусыһы өсөн яңғыраны. Сығарылыш класс уҡыусыларын педагогтар, тәрбиәселәр, ата-әсәләр уҡыу йылының тамамланыуы менән ихлас ҡотланы һәм барыһына ла юғары үрҙәр, теләктәренең тормошҡа ашыуын теләне. Һуңғы ҡыңғырау байрамының аҙағында сығарылыш класс уҡыусылары һауаға күгәрсендәр осорҙо.
Читайте нас: