Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Июнь 2019, 19:12

«Еңеүҙәр» фестивале

Тағы ла бер уҡыу йылы артта ҡалды. Алда балаларҙың күңелле ялы. Ә шулай ҙа оҙайлы каникулдарға тиклем педагогтарға емешле эшләргә, балаларға тырышып уҡырға кәрәк әле.

Уҡыу йылы тамамланыр алдынан Белорет лицей-интернатында «Еңеүҙәр» фестивале үтте. Фестивалдә республика, муниципаль, ҡала-район конкурстарында, олимпиадаларында ҡатнашҡан иң-иңдәр билдәләнеп, Дипломдар, Маҡтау ҡағыҙҙары, сертификаттар менән бүләкләнде.
Педагогтарҙы һәм уҡыусыларҙы лицей-интернат директоры Гөлнара Зәйнетдинова сәләмләне һәм йылдан-йыл төрлө кимәлдәге конкурсолимпиадалар еңеүселәренең, призерҙарының артыуы тураһында билдәләп үтте.
Матур сараны директор урынбаҫарҙары - Миңзәлә Минниғәлиева һәм Зөлфиә Ғибәҙуллина ойошторҙо. Тауыш биреү ярҙамында «Йыл уҡыусыһы», «Нәфис һүҙ оҫтаһы», «Яңы тыуған йондоҙ», «Оҫталыҡ үрҙәренә», «Крайҙы белеүсе», «Йыл уҡытыусыһы» һәм «Йыл тәрбиәсеһе» билдәләнде.
«Еңеүҙәр» фестивале күңелле үтте, лицейинтернат тәрбиәләнеүселәре, педагогтар ҙа байрамдан ҡәнәғәт ҡалды.
Читайте нас: