Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Июнь 2019, 13:43

Юрматы еренән еңеүҙәр менән!

Ишембайҙа Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан ойошторолған “Урал батыр” эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең ХХI республика конкурсы уҙҙы.

Унда 33 райондан, 6 ҡаланан барлығы 200-гә яҡын уҡыусы ҡатнашты. Беҙҙең район намыҫын район-ҡала кимәлендәге конкурс еңеүселәреЯныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы уҡыусылары Ильяс Шаһиязданов, Арыҫлан Хөсәйенов, Линара Һөйөндөкова, Регина Ғәлиева (етәкселәре Сәриә Ҡаһарманова) яҡланы.
Сығыштарҙы билдәле сәсәниә, филология фәндәре докторы Розалия Солтангәрәева, филология фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университетының журналистика кафедраһы профессоры Фәнил Күзбәков, педагогия фәндәре кандидаты, башҡорт әҙәбиәте буйынса дәреслектәр авторы Миндебай Юлмөхәмәтов, филология фәндәре докторы Нәркәс Хөббөтдинова баһаланы.
Конкурстың беренсе көнөндә эпостан өҙөк сәхнәләштереү бәйгеһе мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙансыҡта үтте. Унда сығыш яһаған 31 команда араһынан Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы уҡыусылары “Эпик традицияларға тоғролоҡ” номинацияһында еңеүсе булып танылды. “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса ярыш төрө конкурстың икенсе көнөндә Торатау итәгендә үтте. Эпосты тулыһынса ятлаған Регина Ғәлиева 50-нән ашыу конкурсант араһында “Йәш ҡобайырсы” номинацияһында еңеп сыҡты. Уларҙың барыһына ла Дипломдар, иҫтәлекле бүләктәр, сувенирҙар тапшырылды.
Уҡыусылар Торатауға күтәрелеп, төрлө ҡыҙыҡлы уйындар уйнап күңел асып, Әхмәтзәки Вәлиди музейында, Ғафури паркында булып, конкурстан дәртләнеп, ҡыуанып, киләһе йылда ла ҡатнашыу теләге менән янып ҡайтты.
Читайте нас: