Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
19 Июль 2019, 14:44

Иң элек балаларҙың именлеге

Рәсәйҙәге янғындарҙың 40 проценты янғынға ҡаршы хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәүҙән, ябай ғына талаптарға ла битараф булыуыбыҙҙан килеп сыға. Халыҡ күпләп йыйылған учреждение, предприятие етәкселәренең кеше ғүмеренә вайымһыҙ ҡарауы арҡаһында ла фажиғәле хәлдәр йышая.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы сайтындағы мәғлүмәттәргә күҙ һалһаң, былтыр бер йыл эсендә генә республикала 4 062 янғын сығыуын һәм унда 232 кешенең һәләк булыуын, 267 кешенең төрлө тән йәрәхәттәре алыуын күрергә була. Һәләк булыусыларҙың 10-ы балалар. Был иһә, уртаса алғанда, ай һайын 338 янғын сығып, унда 19 кеше һәләк булған, 22 кеше травма алған тигән һүҙ.
Республикалағы дөйөм янғындар иҫәбенең 2 270-е ауылдарҙа теркәлгән һәм унда 152 кешенең ғүмере өҙөлгән, 115 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған. Был фажиғәлә һәләк булыусыларҙың 9-ы балалар. Шуға ла бөгөн халыҡтың хәүефһеҙлеген һәм ғүмерен һаҡлауға республикала ҙур иғтибар бүленә, был мәсьәлә көнүҙәк темаларҙың береһе булып һанала.
Районда ла хәүефһеҙлек сараларын теүәл үтәү күҙ уңынан ысҡындырылмай. Бигерәк тә белем биреү учреждениеларын яңы уҡыу йылына әҙерләүгә, уларҙа янғын хәүефһеҙлеген күҙәтеүгә, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеүгә етди иғтибар бүленә. Был йәһәттән йыл һайын да, берҙәм талаптарға ярашлы, планлы режимда тикшереүҙәр уҙғарыла, янғын хәүефһеҙлеге буйынса аңлатыу эштәре алып барыла. Тейешле талаптарҙы үтәү, кеше ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуймау өсөн күп кенә суммала бюджет аҡсаһы ла сарыф ителә. Мәҫәлән, быйыл мәктәптәрҙә янғынға ҡаршы сараларҙы атҡарыу өсөн район бюджетынан 6 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде.
Аҡсаны маҡсатҡа ярашлы тотоноу өсөн күп кенә белем биреү учреждениеларында эш башланған. Ағас ишектәр пластиктан яһалғанына алыштырыла, сарҙаҡҡа алып сыҡҡан ергә люктар, иҫке янғын сигнализацияһы урынына замансалары ҡуйыла. Дәүләт янғын күҙәтеүе комиссияһы белдереүенсә, бындай эштәр матурлыҡ өсөн генә талап ителмәй, был йәһәттән ҡағиҙәләр йылдан-йыл ҡәтғиләштерелә һәм мәктәп директорҙарына ла яңынан-яңы иҫкәрмәләр, кәңәштәр бирелә. Ишектәрҙе пластиктан яһалғанына алыштырыу көтөлмәгән хәлдәр килеп сыҡҡанда төтөндөң таралмауына, шул арҡала һөрөмдән ағыуланыу осрағын булдырмаҫҡа ла ярҙам итәсәк. Мәҫәлән, ҡаланың 3-сө мәктәбендә 19 ишек алыштырылған, Ломовка мәктәбендә 4 запас сығыу урынына пластик ишек ҡуйылған. Быға тиклем бында ашхананан, спорт залынан урамға сығыу өсөн ишектәр бөтөнләй булмаған. Шулай уҡ күп кенә мәктәптәрҙәге ҡаттар араһына ла герметик ишектәр ҡуйылған. Дөйөм алғанда, яңы уҡыу йылына тиклем 25 мәктәптә ошондай эштәр башҡарыласаҡ. Эштәрҙең үтәлеше етәкселәрҙең контроленә алынған.
Читайте нас: