Мәғариф идаралығының балаларҙың йәйге ялы буйынса координаторы Евгения Жвыкина әйтеүенсә, хеҙмәткәрҙәренең балаларын йәйге ял йорттарына урынлаштырыу йәһәтенән быйыл 27 коммерция һәм 48 бюджет ойошмаһы тарафынан 2008 заявка бирелгән. Районыбыҙҙа ошо йәйҙә йәмғеһе 1573 бала республика бюджетының субсидиялар иҫәбенә ял Имен үтһен йәйге ял итеү мөмкинлегенә эйә. "Республика ведомство-ара комиссия протоколы буйынса, ҡаланан ситтә урынлашҡан сәләмәтлекте нығытыу лагерҙарында ял итеү бер балаға көнөнә 840 һумдан тура килә. Бюджет ойошмаларына ошо сумманың - 90, ә коммерция ойошмаларына 50 проценты ҡаплана. Путевканың хаҡы уртаса 18 800 һум тирәһе. Райондағы бөтә лагерҙар ҙа Роспотребнадзор белгестәренең тейешле санитар-эпидемиологик һөҙөмтәһен алыуға иреште һәм Башҡортостан балалар ял лагерҙары реестрына индерелде", - тип аңлатма бирҙе Евгения Викторовна.
Балаларҙың йәйге ялы нисек ойошторолоуын үҙ күҙебеҙ менән күреү маҡсатында, Абҙаҡ ауылының элек Александр Матросов исемен йөрөткән лагеры территорияһында урынлашҡан "Абҙаҡ" ҡала сите балалар комплексына юлландыҡ. Сихәтле саф һауаһы, мәғрур тауҙары, йәмле урман-ҡырҙары арҡылы йыш ҡына "Бәләкәй Швейцария" тип йөрөтөлгән был гүзәл урын тәү ҡараштан уҡ әсир ҡыла. Комплекс Магнитогорск ҡалаһына ҡараһа ла, субсидиялар иҫәбенә быйыл бында Белорет районынан йәмғеһе 21 бала ял итә.
Ялды ойоштороу буйынса белгес Денис Попов лагерҙың кѳн тәртибе, сменалар, йәшәү шарттары тураһында тәфсирләп бәйән ҡылды.
- Беҙҙең комплекс балаларҙың ялын ойоштороу, белемен камиллаштырыу йәһәтенән иң ҙур һәм заманса лагерҙарҙың береһе. Бер йәй эсендә 5 заезд ҡаралған. Уларҙың һәр береһе тематик яҡтан һәм маҡсаттар тѳрлѳлѳгѳ менән айырылып тора. Мәҫәлән, 4-21 июль арауығында барған “Эрудит” сменаһы Урал федераль округының иң һәләтле, аҡыллы мәктәп уҡыусыларын йыйҙы. Был инженер-конструктор, ғилми-практик, ижади-интеллектуаль йүнәлештәрҙе берләштергән профилле белем биреүсе заезда йәш эрудиттарға үҙҙәрен һынау, ғилми потенциалын үҫтереү ѳсѳн мѳмкинлектәр сикһеҙ. Балаларға ғилемде Магнитогорск, Силәбе юғары уҡыу йорттарының бай тәжрибәле уҡытыусылары бирә. Смена аҙағында ойошторолған “Ябыу тантанаһы”нда еңеүселәр ҡиммәтле бүләктәр, дипломдар менән наградланасаҡ, сағыу шоу программаһын ҡарап кинәнәсәк, - ти йәш белгес.
Иҫ киткес гүзәл тәбиғәт ҡосағында ике ҡатлы уңайлы биналарҙа йәшәгән, рәхәтләнеп ял да иткән, белемдәрен дә нығытҡан балалар һәр заездан үтә ҡәнәғәт ҡала; саф һауала сәләмәтлектәрен нығытып, яңы дуҫ-иштәр табып, рухи ихтыяждарын ҡандырып ҡайта улар “Абҙаҡ”тан.