Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Август 2019, 13:11

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ, йәки Яңы уҡыу йылы алдынан һѳйләшеү

Ҡаланың Мәҙәниәт һарайында мәғариф хеҙмәткәрҙәренең сираттағы август кәңәшмәһе уҙҙы. Сара алдынан фойела “Мәктәпкәсә белем биреү: заманса һәм традицион үҫеш трендтарын берләштереү. Башҡортостан Республикаһында мәктәпкәсә белем биреүгә - 100 йыл” тип аталған күргәҙмә эшләне. Уның барышында шулай уҡ уҡыу әсбәптарын һәм методик әҙәбиәте һатып алырға мөмкин булды.

Уҡыусыларҙың сәләмләүенән һуң, “Милли мәғариф проектын ғәмәлгә ашырыу йәһәтенән муниципаль мәғариф системаһында үҙгәрештәр” доклады менән муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов сығыш яһаны һәм төрлө дәүләт программалары арҡылы район-ҡала мәктәптәренең ҡайһыларында ремонт эшләнеүе, Инйәрҙә һәм Абҙаҡта балалар баҡсалары төҙөлөүе, мәктәп автобустары һәм башҡа социаль-иҡтисади үҫештәр тураһында һѳйләне.
Артабан мәғариф идаралығы начальнигы Марина Саранцева “Муниципаль райондағы мәғариф системаһында дәүләт сәйәсәтен ғәмәлгә ашырыу” темаһына доклад уҡыны. 2019-2021 йылдарға тәғәйенләнгән “Милли”, “Заманса мәктәп”, “Һанлы белем мөхите”, “Киләсәк уҡытыусыһы” төбәк проекттары менән таныштырҙы, уҙған уҡыу йылындағы Дөйөм һәм Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре менән таныштырҙы, Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаларында һуңғы өс йылда еңеүселәрҙең артыуын билдәләп китте.
Кәңәшмәлә Өфө ҡалаһынан килгән ҡунаҡтар: Башҡортостан Республикаһының Муниципаль белем биреү менән үҙ-ара бәйләнеш итеү идаралығы начальнигы Искәндәр Әхмәтвәлиев, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 1999-2008 йылдарҙағы Премьер-министры Рафаэль Байдәүләтов, Мәғариф министрлығының дөйөм белем биреү өлкәһендә дәүләт сәйәсәте бүлегенең төп белгес-эксперты Татьяна Васильева телмәр тотто.
Абҙаҡ мәктәбе директоры Гөлшат Йомағужина “Уҡыусыларҙың һөнәри үҙбилдәләнеше сиктәрендә төп һәм өҫтәмә белем биреүҙе берләштереү” доклады менән сығыш яһаны. “Белем биреү” милли проектына ярашлы, 2012 йылдан алып мәктәп үҫешенә йүнәлтелгән программа эшләп килеүе, мәктәп базаһында Г.И. Носов исемендәге Магнитогорск дәүләт техник университеты менән берлектә логистика буйынса чемпионат уҙғарылыуы, уҡыусыларҙың йәйге ялы, уңыштары тураһында һѳйләне, яңы уҡыу йылынан, килешеү нигеҙендә, Мәскәү ҡалаһының Дмитровский мәктәбе менән берлектә уҡыусыларҙы “Инженер экологияһы” компетенцияһы буйынса әҙерләү программаһы эшләй башлаясағын билдәләп китте.
Артабан үткән уҡыу йылы барышында юғары һөҙөмтәләргә ирешкән, төрлө конкурстарҙа еңеү яулаған уҡытыусыларҙы бүләкләү тантанаһы булып үтте. Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Рәхмәт хаттары менән Шығай мәктәбе уҡытыусыһы Маһира Сөнәғәтова, ҡаланың 21-се мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Татьяна Дёмина, 8-се мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Елена Сәғитова бүләкләнде.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың указына ярашлы, “Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы” юбилей миҙалдары мәғариф идаралығы начальнигы Марина Саранцеваға, Ҡағы мәктәбе директоры Анна Андрееваға, Ишле мәктәбе директоры Рима Вәлиеваға, ҡаланың 14-се гимназияһы уҡытыусыһы Николай Лукинға, 8-се мәктәп директоры Әлфирә Хәлиуллинаға тапшырылды.
Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының “Афғанстанда 40-сы армия тарафынан бурыстарҙы үтәүгә 30 йыл” миҙалдары менән “Ҡанатлы гвардия” ветерандар йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Александр Бетин, “Хәрби туғанлыҡ” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Александр Веников, 20- се мәктәп уҡытыусыһы Александр Повираев, “Батыр” төбәк-ара һуғыш инвалидтары ойошмаһы рәйесе Николай Ручкин, һуғыш һәм хәрби хеҙмәт ветерандары комитеты рәйесе Игорь Смердов наградланды.
Был көндә “Йыл уҡыусыһы - 2019” муниципаль конкурсына йомғаҡ яһалды. Шулай итеп, VII-VIII кластар араһында I урын Гөлсинә Нәбиуллинаға (Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы уҡыусыһы), II урын Владислав Зайцевҡа (17-се гимназия) һәм III урын Дарья Белозерова (21-се мәктәп) менән Алексей Гореловҡа (17-се гимназия) бирелде. X-XI кластар араһында III урынды Анна Авдюкова (20-се мәктәп) яуланы.

Читайте нас: