Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
30 Август 2019, 13:24

Маҡсаттар тормошҡа ашыр

Ҡазанда 22-27 августа “Worldskills” стандарттарына ярашлы һѳнәри оҫталыҡ буйынса 45-се Донъя чемпионаты уҙҙы. Унда 93 илдән 1500 конкурсант 56 компетенция буйынса ярышты.

Рәсәй йыйылма командаһына Башҡортостан, Татарстан, Сыуаш республикаларынан, Архангель, Брянск, Воронеж, Кострома, Ҡурған, Ленинград, Новосибирск, Ырымбур, Орловск, Рязань, Һамар, Свердловск, Тула, Төмән, Ульяновск, Силәбе, Ярославль өлкәләренән, Краснодар, Красноярск крайынан һәм Мәскәүҙән 18 йәштән 25 йәшкәсә 14 ҡыҙ һәм 49 егет ҡатнашыу хоҡуғы алды. Конкурсанттарҙан тыш, чемпионатҡа предметтар һәм механизмдарҙың нисек барлыҡҡа килеүенә, ғәҙәти сервистарҙың эшләү рәүешенә тѳшѳнѳргә, Рәсәйҙең һәм сит илдең иң яҡшы уҡыу йорттары, колледждары етәкселәре, педагогтары менән танышырға, төрлө компетенциялағы майҙансыҡтарҙа үҙ көстәрен һынап ҡарарға теләүселәр ҙә саҡырылды. Шулар иҫәбенә беҙҙең райондан Александр Казармщиковҡа (ҡаланың 1-се мәктәбе уҡыусыһы), Герман Красавинға (10-сы мәктәп), Станислав Колесниковҡа (21-се мәктәп), Елена Пантелееваға (ҡала лицей-интернаты), Савелий Захаровҡа (17-се гимназия), Матвей Кузнецовҡа (17-се гимназия), Гөлсинә Нәбиуллинаға (Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы), Регина Хилалова менән Зарина Шагбазоваға (Абҙаҡ мәктәбе) эләгеү бәхете тейҙе. Уларҙың етәкселәре Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы директоры Сулпан Уйылданова менән сара тураһында әңгәмәләштек:
- Июнь айында чемпионатта ҡатнашырға саҡырыу хаты килгәс, был форсатты ҡулдан ысҡындырмаҫ өсөн шунда уҡ әҙерлек эшен башланыҡ. Был эш балаларҙың исемлеген ебәреү, йәшәү һәм ашау өсөн килешеүҙәр төҙөү, ата-әсәләр менән һөйләшеүҙәрҙән торҙо. Тейешле көндә юлға сыҡтыҡ, Өфөлә беҙҙе кураторыбыҙ, Мәғарифты үҫтереү институтынан Алмас Айым улы Фәтҡутдинов ҡаршы алды һәм автобустарға ултырып Ҡазанға юлландыҡ. Барып еткәс, беҙҙе Олимпия резервы училищеһына урынлаштырҙылар. Иртәгәһенә Ҡазан техник академияһында теркәү үткәс, трансформер менән чемпионат үткән урынға алып барҙылар. Беҙ унда сибайҙар менән 20 кешенән торған бер төркөмгә эләктек. Эскурсоводыбыҙ менән 56 майҙансыҡтағы эштәр барышы менән таныштыҡ. Уҡыусылар ҡатнашҡан номинациялар 13 булды. Ваҡыт тар булһа ла, бөтәһендә лә булырға тырыштыҡ. Беҙҙең балалар араһында “Технопарк”ка йөрөгәндәр, ярыштарҙа ҡатнашҡандар ҙа булғанлыҡтан, ярыштан тыш ойошторолған робототехника күргәҙмәһенә барҙыҡ. Ике кѳнлѳк сәйәхәттән балалар ҡыуанып, шатланып ҡайтты. Уларға “Worldskills”тың махсус сувенирын, иҫтәлекле бүләктәр ҙә бирҙеләр. Атаәсәләр әле лә рәхмәт һүҙҙәрен белдереп яҙа, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Сулпан Мәүләүи ҡыҙы. Киләсәктә һөнәр һайлағанда уҡыусыларға чемпионатта алған белемдәре ярҙам итер һәм маҡсаттарына ирешергә ынтылыш бирер тигән ышаныста ҡалайыҡ.
Читайте нас: