Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
1 Сентябрь 2019, 12:16

Беҙ бит хәҙер уҡыусылар!

Хѳрмәтле уҡытыусылар, мәғариф хеҙмәткәрҙәре! Ҡәҙерле балалар һәм ата-әсәләр! Һеҙҙе бѳтә йѳрәктән яңы уҡыу йылы башланыу - Белем кѳнѳ менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Был ҡыуаныслы мәшәҡәттәргә, яратҡан уҡытыусылар һәм дуҫтар менән осрашыуҙы ашҡынып кѳтѳүгә, ҡыҙыҡлы ваҡиғаларға, мәктәп һәм тормош һабаҡтарына бәйле айырыуса тантаналы кѳн. Был кѳндә Иҙел башының 44 белем биреү учреждениеһы 12 мең уҡыусы ѳсѳн ишектәрен аса. Уларҙың 1129-ы - IX, 1901-е XI класҡа бара. Ә 1460 бала, беренсе тапҡыр парта артына ултырып, тирә-яҡ донъяның яңы, ҡыҙыҡлы биттәрен асыр. Яңы уҡыу йылында уларҙың иң ҡыйыу уй-ниәттәре тормошҡа ашһын, белем тауының иң бейек үрҙәрен яулаһын, ә кѳндәлектәрен тик яҡшы билдәләр биҙәһен! Фиҙаҡәр хеҙмәте, һѳнәри оҫталығы һәм юғары кешелек сифаттары менән киләсәгебеҙҙе билдәләгән 1500-гә яҡын педагогыбыҙға был кѳндә айырыуса рәхмәт һүҙҙәрен, ихлас теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Ҡәҙерле уҡытыусылар, балаларыбыҙ уҡыуҙа һәм тормошта ни тиклем уңышлы булыуҙары, ниндәй граждандар булып үҫеүҙәре, тыуған Белорет районы, республикабыҙ һәм тотош илебеҙ үҫешенә ниндәй ѳлѳш индереүҙәре туранан-тура һеҙгә бәйле.

Беренселәребеҙ (һулдан уңға): Самира ХӘЙРЕТДИНОВА, Ильяс ХӘМЗИН һәм Сафия СӨЛӘЙМӘНОВА.
Беренселәребеҙ (һулдан уңға): Самира ХӘЙРЕТДИНОВА, Ильяс ХӘМЗИН һәм Сафия СӨЛӘЙМӘНОВА.
Ҡурсаҡтар, машиналарға
Ҡулдар ҡағылыр һирәк.
Беҙ бит хәҙер беренселәр,
Беҙгә уҡырға кәрәк.
Белем һуҡмаҡтары буйлап,
Атларға күптән әҙер.
Көн дә иртән уҡытыусы
Ҡаршы аласаҡ хәҙер.
Яңы дуҫтар ҙа табырбыҙ,
Һынатмабыҙ уҡыуҙа.
Алға ҡуйған маҡсатыбыҙ:
Уҡырға ла уҡырға!


Читайте нас: