Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Сентябрь 2019, 01:16

Абҙаҡ мәктәбе киләсәкте һайлай

Яңы уҡыу йылы Абҙаҡ мәктәбе уҡыусылары өсөн яңы форматта - “Үҫеү нөктәһе” халыҡ-ара форматына ярашлы ай һуҙымында барған “Киләсәкте һайлайбыҙ” проект сессияһынан башланды.

Уҡыусыларҙа һөнәрҙәрҙең заманса донъяһын киңәйтеүҙе маҡсат итеп ҡуйған сараның беренсе көнөндә Г. И. Носов исемендәге Магнитогорск дәүләт техник унверситеты педагогтары һәм саҡырылған ҡунаҡтар - Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Зәки Әлибаев, Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының Белорет район-ҡалаһы буйынса милек менән идара итеү комитеты рәйесе Азамат Фәхретдинов, мәғариф идаралығының методик бүлеге начальнигы Нелля Польщикова ҡатнашты.
Уҡыусылар йәш буйынса дүрт төркөмгә бүленеп эшләне. Беренсеһен балалар баҡсаһының ҡыҫҡа ваҡытлы төркөмө, I, II, III класс уҡыусылары тәшкил итте. Улар тамаша залында “Бесәй өйө” йәнһүрәтен ҡарағас, һигеҙ кескәй төркөмгә бүленеп, майҙансыҡтар буйлап таралышты. “Оригами” (етәксеһе Әминә Ирназар ҡыҙы Вәлиева), “Йәш рәссам” (етәкселәре Венера Сәмситдин ҡыҙы Яҡупова менән Айгөл Юнир ҡыҙы Агилова), “Йәш модельер” (Мәрйәм Әҡсән ҡыҙы Йәрмөхәмәтова), “Йәш скульптор” (Розалия Зәбир ҡыҙы Әхмәҙина), “Оҫта ҡулдар” (Гөлсиә Әхмәҙи ҡыҙы Ирғәлина), “Үреү” (Әминә Муса ҡыҙы Дауытова), “Театр һәм беҙ” (Рәзилә Булат ҡыҙы Ирғәлина һәм Рәйлә Ринат ҡыҙы Баймөхәмәтова) темаларына оҫталыҡ дәрестәрендә үҙҙәрен һынаны. Ҡурсаҡтарға төҫлө ҡағыҙҙан кейемдәр “тегеү”, мамыҡты йәбештереп хайуандар һынын, ептән уйынсыҡтар, тубырсыҡ һәм башҡа әйберҙәрҙән композициялар эшләү кеүек ҡул эштәре менән булышты. Был эштәр балаларҙың кесе моторикаһы, фантазияһы үҫешенә этәргес көс булды. Һуңынан ҡул эштәре күргәҙмәгә ҡуйылды.
Икенсе төркөмдө IV, V, VI кластар тәшкил итте. “Үҫеш нөктәһе” каворикинг залына йыйылып маҡсаттар һәм бурыстар билдәләнгәндән һуң, “Оҫталар ҡалаһы” тип исемләнгән майҙансыҡтарҙа эш башланды. Технология кабинетында Рәхилә Ғәлибай ҡыҙы Рәхимова, Рәзилә Ғәлибай ҡыҙы Зарипова менән берлектә “Мода технологияһы. Ҡағыҙ ҡурсаҡ”, “Кулинар оҫтахана” (Гөлназ Абдрахман ҡыҙы Әхмәҙина, Дилә Таһир ҡыҙы Хәйруллина), “Виртуаль ысынбарлыҡ” (Хәлит Хәмит улы Ишмырҙин), “Сәйнүктәр” өсөн физика” (Хәтижә Бәхти ҡыҙы Ғайсина), “Физик культура. Үҙ-үҙеңде контролдә тотоу нөктәһе” (Наталья Николаевна Калянова), “Йәшәйеш хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре” (Ләлә Иҡсан ҡыҙы Мырҙагилдина), “Мауыҡтырғыс экология” (Әлфиә Мәүзих ҡыҙы Әхтәмова, Раян Зәбир улы Фәтҡуллин) темаларына бәйле штабтар эшләне. Уҡыусылар кейем тегергә, торттар биҙәргә өйрәнде, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре, виртуаль донъя үҫеше, ундағы мөмкинселектәр һәм башҡалар менән танышты.
Һуңғы төркөм VII-XI класс уҡыусыларынан торҙо. Барыһы ла бергә йыйылып “Вука-мир һәм киләсәк һөнәрҙәре” темаһына филология фәндәре докторы, Г. И. Носов исемендәге техник университетының әҙәбиәт һәм тел кафедраһы профессоры Светлана Викторовна Рудакованың лекция һын тыңланы. Унан һуң һәр класс “Коммуникациялар” майҙансығында педагогия фәндәре кандидаты, педагогика кафедраһы доценты Инесса Валерьевна Кошуба менән “Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыу барышында стресты профилактикалауҙың үҙ маршруты”, “Тарих” майҙансығында тарих фәндәре кандидаты, дөйөм тарих кафедраһы доценты Алексей Геннадьевич Иванов етәкселегендә “Тарихи тикшереүҙәрҙең төп йүнәлештәре”, “Киләсәк һөнәрҙәре” майҙансығында “Үҫеш нөктәһе” үҙәге етәксеһе Юлия Викторовна Москалева етәкселегендә “Һөнәр һайлау - минең эш пландары”, “Филология” майҙансығында филология фәндәре докторы, тел һәм әҙәбиәт ғилеме кафедраһы профессоры Светлана Викторовна Рудакова, “Техноэшҡыуарлыҡ” майҙансығында техник фәндәр кандидаты, логистика һәм транспорт системаһы кафедраһы доценты Олег Владимирович Фридрихсон менән проект семинарында, филология фәндәре кандидаты, роман-герман филологияһы кафедраһы доценты Евгений Александрович Морозов етәкселегендә “Мәктәптә һәм тормошта сит телдәр” тип аталған форсайт-сессияһында ҡатнашты. Һәр бер штабтағы эш барышын активлыҡ, көйлөлөк, дисциплина критерийҙары буйынса уҡыусыларҙан торған төркөм баһаланы.
Проект сессиялары тамамланғандан һуң, мәктәптең спорт залында Беренсе ҡыңғырау байрамы үтте. Уҡыусыларҙы яңы уҡыу йылы менән ҡотлап, мәктәп директоры Гөлшат Йомағужина, ауыл хакимиәте башлығы Хәмзә Мөхәмәҙиев, “Потенциал Недра” карьеры директоры Илсур Дауытов, Нелля Польщикова сығыш яһаны. Гөлшат Рауил ҡыҙы уҙған уҡыу йылында уңыштарға өлгәшкән бер төркөм уҡыусыларға Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы. Хәмзә Салауат улы Үзбәкстанда үткән билбау көрәше буйынса Донъя беренселегендә үҙ ауырлыҡ категорияһында I урын яулаған Эльвина Ғәҙелшинаға Рәхмәт хаты һәм бүләк тапшырҙы (һүрәттә). Шулай уҡ Илсур Дауытов, Гөлнара Шәйәхмәтова, Хәлит Ишмырҙин, Наталья Кальянова, Салауат Дауытов, Гөлшат Йомағужинаны Рәхмәт хаттары менән бүләкләне.
Проект сессияһының икенсе көнөндә уҡыусылар “Проектлау нигеҙҙәре. Минең командам проекты” темаһы буйынса Ирина Владимировна Бузонова, педагогия фәндәре кандидаты, Рәсәйҙең дизайнерҙар союзы ағзаһы, Магнитогорск дизайн-үҙәге “Образ” етәксеһе Александр Георгиевич Куликов етәкселегендә эшләне, Worldskills-тың юниорҙар категорияһы компетенциялары буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты, “Потенциал Недра” карьерына һәм “Урал пружина заводы”на сәйәхәт ҡылды. Өсөнсө көндөң темаһы булып “Һанлы белем биреү - киләсәккә аҙым” торҙо. Педагогия фәндәре кандидаты, бизнес-информатика һәм информацион технологиялар кафедраһы доценттары Екатерина Владимировна Карманова һәм Елена Владимировна Черновалар уҡыусылар менән “Туранан-тура һанлы иҡтисад һәм киләсәк һөнәрҙәре”, Информацион хәүефһеҙлек” темаһына лекция-презентация уҡыны, оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Дүртенсе һәм бишенсе көндәрҙә “Инженер экология: Проблемалар. Уларҙы хәл итеү. Киләсәк.” темаһына ярашлы пленар ултырыш уҙҙы, командалар проекттар өҫтөндә эшләне. Worldskills компетенциялары буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо, балалар питомникҡа һәм “Күк ҡаялар” экологик һуҡмағына экскурсияға барҙы. Һуңғы көндә “Проекттарҙы яҡлау” темаһына команда менән эшләү, презентациялар әҙерләү, уларҙы яҡлау, бүләкләү тантанаһы һәм Г. И. Носов исемендәге Магнитогорск дәүләт техник университеты студенттары әҙерләгән концерт булды.

Читайте нас: