90-сы йылдарҙа һәр мәктәп тиерлек урындағы колхоз, урмансылыҡтар, ҡала мәктәптәре иһә предприятие-ойошмалар менән ныҡлы бәйләнеш тотто. Мәктәп, ата-әсәләр уҡыусыларҙы фермаларға, урманға, предприятие-ойошмаларға ярҙамға ебәрҙе. Балаға, бәләкәйҙән үк белем биреү менән бер рәттән, хеҙмәт тәрбиәһенә лә нигеҙ һалынды. Ә хәҙер хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү генә түгел, ауылдарҙа хужалыҡтар ҙа юҡ кимәлдә. Шулай ҙа балаларға хеҙмәт тәрбиәһе һалынмай тип әйтеп булмай, уҡыусылар бындай тәрбиәне, ғәмәлдә, мәктәп яны участкаһында ала.
Мәктәп яны участкаһы ауыл хеҙмәтен ихтирам итеүсе, тәбиғәткә, тирәяҡ мөхиткә ғашиҡ кеше тәрбиәләргә ла ярҙам итә, тип иҫәпләй Олойылға мәктәбе директоры Фәйрүзә Харрасова.
- Йыл да балаларҙы йылы, тәмле аштар менән туҡландырыу, Эшең булһа йөҙ, туҡлыҡлы килер көҙ ата-әсәләргә ярҙам булһын өсөн мәктәп яны участкаһында картуф, кишер, сөгөлдөр, кәбеҫтә кеүек йәшелсәләр сәсеп үҫтерәбеҙ. Шуға ла, ҡала мәктәптәре менән сағыштырғанда, мәктәп яны участкалары булған белем усаҡтарында туҡланыу осһоҙораҡҡа төшә. Олойылға мәктәбендә лә туҡланыу 400 һум самаһы тәшкил итә. Мул уңышты үҫтереү өсөн дә күп көс һәм тырышлыҡ, сабырлыҡ талап ителә. Мәктәп яны участкаһында эштең бер маҡсаты мул уңыш, табыш алыу булһа, икенсе яҡтан, уныһы инде иң мөһимелер - уҡыусыларыбыҙға хеҙмәт тәрбиәһе биреү һәм ергә һөйөү тәрбиәләү. Ауылда йәшәгән һәр бала көрәген дә, һәнәген дә тотоп үҫергә тейеш. Эш рәтен, ер эшен белеп үҫкән балалар мәктәпте тамамлап, оло тормош юлына баҫҡас та төрлө һынауҙар алдында юғалып ҡалмаҫтар, тип ышанабыҙ.
Баҡсабыҙҙа йыл әйләнәһенә етерлек йәшелсә үҫтерелә. Мәктәп яны участкаһында эштәр ҙә иртә яҙҙан башлана, йәшелсә-емеш, сәскәләр сәсәбеҙ, тәрбиәләйбеҙ, көҙөн уңышты ҡаҙып алырға ла өлгөрөргә кәрәк. Бөгөн бына бөтә коллектив, уҡыусылар менән картуф алһаҡ, октябрь баштарында кәбеҫтә лә өлгөрөп етә. Мәктәп баҡсаһының 5 сутыйынан 400-450 килограмм картуф алдыҡ. Сөгөлдөр, кишер уңышы ла йылдағыса ҡыуандырырлыҡ. Ә ашнаҡсыларыбыҙ йыйылған уңыштың береһен дә юҡҡа сарыф итмәй. Ҡышҡылыҡҡа етерлек кәбеҫтә тоҙлайбыҙ, уҡыусылар ҙа эҫе аштан, йәшелсә салаттарынан өҙөлмәй, - ти мәктәп директоры Фәйрүзә Буранбай ҡыҙы.
VII класс уҡыусыһы Наил Ғәйфуллин мәктәп яны участкаһында класташтары менән бергәләп эшләүҙең күңелле булыуын, шул уҡ ваҡытта физик хеҙмәт кешене сыныҡтырыуын да билдәләне. Үҫмер бына бер нисә йыл инде мәктәп баҡсаһында ихлас эшләй. “Эшебеҙҙең һөҙөмтәһен күреү икеләтә ҡыуаныс”, - ти Наил.
Олойылға мәктәбендә 43 уҡыусы белем ала, уларға 11 педагог белем бирә. “Ҡарағай йорт”тан балаларҙы мәктәп автобусы йөрөтә. Белем усағында уҡыусылар сифатлы белем алып ҡына ҡалмай, уларға хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү бәләкәйҙән һалына. Был йәһәттән уҡытыусылар коллективы көсөнән килгәндең барыһын да эшләй. Бына, бөгөн дә, уҡыусылар менән бергәләшеп картуф алалар. Тимәк, йыл әйләнәһенә етерлек запас әҙерләнгән.