24 сентябрҙә Рәсәйҙең ауыл ерендәге 2049 белем усағында заман менән бергә атлау мөмкинлеге мәғариф үҙәктәре асылды. Был көндө Башҡортостанда ла “Мәғариф” проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә “Үҫеш нөктәһе” теүәл фәндәр һәм гуманитар профилдәрҙең 133 үҙәге эш башланы. Был маҡсатҡа федераль ҡаҙнанан матди-техник базаны яңыртыуға 208 млн. һум аҡса бүленде. 2024 йылға тиклем республикала 798 “Үҫеш нөктәһе” мәғариф үҙәктәре булдырыу ҡаралған. Үҙәктәр ауыл һәм ҡалаларҙағы белем биреү базаһында урынлашасаҡ һәм унда 350 мең самаһы бала йәлеп ителеүе көтөлә. Бынан тыш, милли проектты тормошҡа ашырыу технология фәне буйынса уҡытыу алымдарын камиллаштырыуға, матди базаны яңыртыуға, мәктәптәрҙә урындарҙы арттырыуға булышлыҡ итәсәк. Төп һәм өҫтәмә уҡытыу программаларын ғәмәлгә ашырыу маҡсатында 24 сентябрҙә һанлы, тәбиғи-ғәмәли һәм гуманитар йүнәлештәге белем биреү үҙәктәрен асыу марафоны бөтә Рәсәй буйынса старт алды. Райондың 8 ауыл мәктәбендә лә “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәре эш башланы. Үҙәктәрҙе асыу марафоны Абҙаҡ, Үрге Әүжән, Тирлән, Туҡан, Ломовка, Сермән, Инйәрҙең 2-се һәм 3-сө мәктәптәрендә үтте.
Инйәрҙең 2-се башҡорт мәктәбендә “Үҫеш нөктәһе” үҙәген асыу тантанаһында муниципаль район Советы секретары Олеся Иҙрисова, Инйәр ауыл хакимиәте башлығы Ғайса Мөфтәхетдинов, мәғариф идаралығы методистары, Инйәрҙең 1-се һәм 3-сө, Манышты, Асы мәктәптәре директорҙары, мәктәп коллективы, уҡыусылар ҡатнашты. Мәктәптең тамаша залында үткән рәсми өлөштән, ҡотлау-теләктәрҙән, уҡыусыларҙың сығыштарынан һуң, мәктәп директоры Рәфил Нуриәхмәт улы Иҙрисов ҡунаҡтарҙы заманса йыһазландырылған кабинеттар менән яҡындан таныштырҙы. Әйткәндәй, Рәсәйҙәге һәр “Үҫеш нөктәһе” заманса йыһазландырылған һәм берҙәм стилдә ойошторолған. Бүлмәләр балалар өсөн уңайлы һәм иркен, унда махсус өҫтәлдәр, йомшаҡ ултырғыстар һәм пуфтар.
“Үҫеш нөктәһе” үҙәге дүрт йүнәлеш буйынса - технология, информатика, йәшәйеш именлеге нигеҙҙәре һәм өс зонанан торған проект майҙансығында эшләйәсәк. Мәктәп кабинеттарына өлөшләтә ҡорамалдар килтерелгән. “Йәшәйеш именлеге нигеҙҙәре” бүлмәһе тренажер-манекендар, йөрәк-үпкә реанимацияһы өсөн балаҫтар, медицина тренажерҙары, беренсе ярҙам күрһәтеү өсөн махсус йыйылмалар менән тулыландырылған. Улар ярҙамында уҡыусылар беренсе ярҙам күрһәтергә өйрәнәсәктәр. “Технология” кабинетында хәҙер ҡыҙҙар тегенеү, аш-һыу әҙерләү, малайҙар ағас эше менән шөғөлләнеп кенә ҡалмаясаҡ, шулай уҡ яңы заман технологияларын да үҙләштерәсәк. Малайҙар иһә дрель, елемле пистолет, бысҡы һәм башҡа заман ҡоралдары, робототехника менән дә танышасаҡ. Мәктәптәр өсөн һатып алынған яңы йыһаздар иҫәбендә күп функциялы ҡоролмалар, ноутбуктар, мобиль һәм интерактив комплекстар, ЗD-принтерҙар ҙа бар. Былары инде информатика бүлмәһендә урынлашҡан. Бында ла балалар күңеленә хуш килгән шөғөлдәр тапҡан. Берәүҙәр, интерактив таҡта алдында һүрәттәр төшөрһә, һыҙыу һыҙһа, икенселәр шахмат уйнай, өсөнсөләр иһә виртуаль ысынбарлыҡ донъяһында йөҙә. Уҡыусыларға махсус курстарҙа уҡып ҡайтҡан ағай-апайҙары - Ләйсән Әхтәмова, Наил Иҙрисов һәм Айгөл Шаһисолтанова командала эшләргә, фекерҙе дөрөҫ еткерергә, креатив идеяларҙы үҫтерергә лә өйрәтәсәктәр. Гуманитар фәндәргә килгәндә инде, улар айырым өҫтәмә майҙансыҡтарҙа үтәсәк.
Үҙәктәргә мәктәп уҡыусыларының 100 проценты йәлеп ителәсәк, башҡа мәктәптәрҙән дә уҡыусылар килеп, тиҫтерҙәре менән аралашыу, заман технологияларын бергә һәм берҙәм үрләү мөмкинлеге бар.