Вәсилә Булат ҡыҙы Моратова тәрбиәсе иңенә төшкән ошо яуаплы бурысты тәрән аңлап эш итеүсе тәжрибәле педагог. Ул ҡалабыҙҙың “Тирмәкәй” башҡорт балалар баҡсаһының “Бәпембә” тип исемләнгән иң кескәйҙәр төркөмөнә етәкселек итә. Ошоғаса әсәй ҡосағынан оҙаҡҡа айырылып өйрәнмәгән сабый, балалар баҡсаһына килгәс, билдәле, стресс кисерә. Бөтөнләй ят мѳхиткә килеп ингән бала күңелен ҡурҡыу, ятһыныу тойғолары биләп ала. Ул илай, көйһөҙләнә, йыш ҡына ауырый башлай. Уларҙың һәр береһе менән уртаҡ тел табыу һәм балалар баҡсаһы режимына күнектереү, телмәрҙәрен үҫтереү, белем донъяһына илткән тәүге һуҡмаҡты һалыу өсөн тәрбиәсе тарафынан ниндәй ҙур көс, түҙемлелек талап ителгәнен барыһы ла аңлап торалыр. Әммә Вәсилә Булат ҡыҙы, балаларҙы эскерһеҙ яратҡас, эшенең ауырлығына бер ҡасан да зарланмай, киреһенсә, һөнәренән йәм-тәм табып, бѳтә күңелен һалып эшләй. Иң мөһиме - балаларын уға ышанып тапшырған ата-әсәләр унан ҡәнәғәт. “Вәсилә Булат ҡыҙының нурлы ҡарашын, наҙлы тауышын балалар ғына түгел, беҙ ҙә яратабыҙ!”, “Балабыҙ ышаныслы ҡулда булғанға тыныс күңел менән эшкә китәбеҙ”, “Бәпесебеҙҙең өйҙә тәтелдеге сығып башҡортса һөйләшеп, йырлап йөрөүен ишетеүе шундай ҙур кинәнес!” тигән йылы һүҙҙәрҙе йыш ишетергә була ата-әсәләрҙән тәрбиәсе тураһында.
Әбйәлил районы Яңы Балапан ауылында тыуып үҫкән һылыу ҡыҙҙың күңеле бала сағынан педагог һөнәренә тартыла. “Мәктәптә уҡыған осорҙа төрлө аппликациялар эшләргә, балалар өсөн әҫәрҙәр уҡырға, шиғырҙар ятларға ярата торғайным”, - тип хәтерләй ул. Тик атаһы Булат ағай уны һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә күрергә теләгәс, ул ҡәҙерле кешеһенең һүҙен йыҡмайым тип, X кластан һуң Магнитогорскиҙағы медицина училищеһына уҡырға инә. Әммә тәүге практикала уҡ, үҙенең яңылышыуын аңлай һәм барыһына ла ҡул һелтәп, ҡайтып төшә. Тик өйҙә эшһеҙ ултырырға тура килмәй уға. Инйәрҙә йәшәгән апайына ҡунаҡҡа тип киткән еренән, ундағы балалар баҡсаһына эшкә урынлашып ҡайта. Күп тә үтмәй, уның һәләтен һәм тырышлығын күргән баҡса мөдире Вәсилә Булат ҡыҙына тимер юлы станцияларында урынлашҡан балалар баҡсаларына тәрбиәселәр уҡытыу өсөн Һамар ҡалаһындағы педагогия училищеһына махсус юллама барлығын әйтә. Йәш ҡыҙ, әлбиттә, шатланып риза була етәксеһенең был тәҡдименә. Училище белеме менән генә сикләнеп ҡалмай ул, артабан Силәбе дәүләт педагогия университетын да ситтән тороп тамамлап ҡуя.
Инйәр ауылында йәшәгән һәм эшләгән осор Вәсилә Булат ҡыҙына күңеленә ятҡан һөнәр һайлауы менән генә түгел, ә ғүмерлек тормош юлдашы Ринатты осратыуы менән дә ҡәҙерле. 1989 йылда улар сәстәрен сәскә бәйләй. Тиҙҙән йәш ғаиләне ҡыуандырып, улдары Руслан, ҡыҙҙары Регина тыуа. Әйткәндәй, Регина ла әсә юлын ҡыуып, Сорғот ҡалаһында балалар баҡсаһында эшләй. Кескәй балаларға музыкаль тәрбиә бирә ул.
1999 йылда яҙмыш уларҙың ғаиләһен Белорет ҡалаһына илтә. Вәсилә Булат ҡыҙы Йәш натуралистар станцияһына эшкә төшә. Ә 2004 йылда күптән түгел генә үҙ ишектәрен асҡан “Тирмәкәй” башҡорт балалар баҡсаһына тәрбиәсе булып күсә һәм бына инде 15 йылдан артыҡ ошонда балалар менән эшләй. “Ул йылдарҙа башҡортса дәреслектәр, методик әсбаптар, күргәҙмә материалдар табыу бик ауыр булды. Кескәйҙәргә белем һәм тәрбиә биреү өсөн махсус программалар ҙа юҡ кимәлдә ине. Үҙебеҙ программа һәм пландар төҙөнөк, байрам саралары, иртәлектәр өсөн башҡортса сценарийҙар яҙҙыҡ, дидактик уйындарҙы ла тулыһынса ҡулдан эшләнек. Аллаға шөкөр, етәксебеҙ Таңсулпан Нуритдин ҡыҙы Бүләкбаеваның ҙур тырышлығы, ярҙамы менән барлыҡ ауырлыҡтарҙы ла еңеп сыҡтыҡ. Бөгөн беҙҙең балалар баҡсаһы аяғында ныҡлы баҫып торған абруйлы мәктәпкәсә белем биреү усағы һәм мин ошо берҙәм, дәртле коллективта эшләүем менән, бигерәк тә, кескәйҙәр күңеленә башҡорт рухын һалып, туған телебеҙҙе үҫтереүгә, һаҡлауға әҙ генә булһа ла өлөш индерә алыуыма сикһеҙ бәхетлемен”, - ти ул.