Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
4 Октябрь 2019, 17:17

Балалар һөйөүе - лайыҡлы баһа

Кешелек донъяһының быуаттар буйына туплаған бай тәжрибәһен башҡаларға еткереүсе, меңәрләгән кешенең яҙмышына ғына түгел, илебеҙҙең киләсәге өсөн ҙур роль уйнаған уҡытыусы һөнәрен бары тик үҙ эшен бөтә йөрәктән яратҡан кеше генә үҙ итә алалыр.

Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш һәм Советы һәм хакимиәте. хеҙмәттәшлек ойошмаһы билдәләүенсә, был һөнәр эйәләренең 81 процентын ҡатын-ҡыҙҙар тәшкил итә. Мәктәптәрҙә ир-егеттәрҙең күпселеге физик культура, хеҙмәт кеүек дәрестәрҙән уҡытһа, математика, рус теле кеүек теүәл фәндәрҙә таҡта янында дәрес аңлатҡан ағайҙар һирәк осрай. Ҡаланың Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында эшләгән Денис Рәмил улы ошо һөнәрҙе лайыҡлы йөрөткән ир-егеттәрҙең береһе лә инде.
Денис Сәмситдинов - Аҙналы ауылы егете. Мәктәптән һуң Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетына уҡырға инә һәм 2004 йылда уны тамамлап, ҡаланың 10-сы мәктәбендә үҙ һөнәре буйынса эшкә урынлаша. Бер йылдан иһә Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәндәренән белем бирә башлай һәм бына 14 йыл инде балалар күңеленә белем орлоҡтарын сәсә. Бынан тыш, Мәктәптән тыш эштәр үҙәгенең робототехника түңәрәген дә алып бара. Заманса информацион йәмғиәттә йәшәргә әҙер быуынды тәрбиәләү маҡсатынан ойошторолған түңәрәк күп малайҙарҙа ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Ул етәкселек иткән төркөмдә әле башҡорт гимназияһынан һәм 13-сө мәктәптән 30-ға яҡын бала шөғөлләнә. Шулай уҡ йыл да уҡыусыларҙы туристик слеттарға алып йөрөй, мәктәптә медицина йүнәлешендә икенсе йыл эшләп килгән “Зожики” ирекмәндәренең кураторы ла.
“Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ” тигән халыҡ мәҡәле Денис Рәмил улы ише ир-егеттәр өсөн әйтелгәндер, күрәһең. Ҡала мәҙәниәт һарайының “Ирәмәл” башҡорт халыҡ театрына йөрөүенә лә ун йылдан ашыу. Сәхнәләрҙә һәр саҡ үҙенең образын тулыһынса сағылдыра белгән үҙешмәкәр артист ул.
Коллегалары араһында ла хөрмәткә эйә. Мәктәп директоры Сулпан Мәүләүи ҡыҙы Уйылданова уны үҙ эшенә яуаплы ҡараған хеҙмәткәр булараҡ билдәләй: “Уҙған уҡыу йылында бик матур итеп унберенселәрҙе оло тормош юлына сығарҙы. Ниндәй генә эш ҡушһаң да, һәр ваҡыт еренә еткереп атҡара. Балалар менән эшләй, аңлата белә. Дәрестәре мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы үтә. Мәктәптә хеҙмәтте яҡлау һәм хәүефһеҙлек өсөн дә ул яуаплы. Барыһына ла өлгөр”, - тине ул.
- Эшемде яратам, тип әйтә алам. Был минең булмышым, асылым һәм барған юлым. Балалар менән эшләүе, аралашыуы оҡшай. Уларға үҙең белгәндәрҙе өйрәтеп кенә ҡалмайһың, ҡайһы саҡ бергәләп төрлө асыштар ҙа яһайһың. Киләсәктә дәрестәремдең тағы ла яҡшыраҡ, камилыраҡ үтәсәгенә ышанам һәм шуға ынтылам, - ти Денис Рәмил улы.
Уҡытыусы һөнәре матди байлыҡ, наградалар менән түгел, ә балалар һөйөүе, уларҙың остазына ҡарашы менән баһалана, тиҙәр. Был юғары баһаға эйә булыу өсөн һәр саҡ үҙ-үҙеңде камиллаштырыу өҫтөндә эшләргә, замандан алдараҡ атларға кәрәк. Хөрмәтле, яуаплы уҡытыусы исемен лайыҡлы йөрөткән Денис Сәмситдиновтың киләсәктә уҡыусыларының тағы ла юғарыраҡ баһаларына эйә булыуын теләйбеҙ.

Читайте нас: