Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
9 Октябрь 2019, 16:00

Хеҙмәткә күрә хѳрмәт

Ҡаланың 17-се гимназияһында Уҡытыусылар көнөнә арналған тантаналы сара үтте.

Муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев ҡотлау һүҙҙәре менән сығыш яһап: “Йыл һайын байрам алдынан ҙур еңеүҙәргә өлгәшкән, ижади эшләгән уҡытыусыларҙы, тәрбиәселәрҙе тәбрикләйбеҙ. Улар йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреп кенә ҡалмай, илебеҙҙең киләсәген, яҙмышын билдәләй”, - тине. Унан һуң “Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы” күкрәк миҙалдары менән 17-се гимназия уҡытыусыһы Ирина Александровна Аверьянованы, Елена Николаевна Горбатованы (Үрге Әүжән мәктәбе), Андрей Сергеевич Губинды (20-се мәктәп), Венера Хәлим ҡыҙы Ишбулдинаны (Туҡан мәктәбе), Любовь Ивановна Посыпайконы (1-се мәктәп), Ләлә Рауил ҡыҙы Таһированы (Тимер юл мәктәбе), Наталья Юрьевна Шабаеваны (9-сы балалар баҡсаһы), Марина Валерьевна Шерстневаны (Тирлән мәктәбе) наградланы.

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Почет грамоталарына Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Әлмира Фуат ҡыҙы Таһирова, Ирина Алексеевна Черепенькина (Ҡағы мәктәбе), Илүзә Ишбулды ҡыҙы Хәлилова (лицей-интернат), Рәмзиә Рухулла ҡыҙы Сафиева (Үткәл мәктәбе), Надежда Александровна Илһамова (Сермән балалар баҡсаһы), Олег Михайлович Пиндюрин (20-се мәктәп), Елена Алексеевна Гридневская (15-се балалар баҡсаһы), Сара Әхәт ҡыҙы Артемьева (Инйәрҙәге 1-се мәктәп), Ольга Николаевна Байбордина (Мәктәптән тыш эштәр үҙәге) лайыҡ булды.

БР Мәғариф министрлығының Рәхмәт хаттары Татьяна Ивановна Деминаға (21-се мәктәп), Светлана Константиновна Федороваға (30-сы балалар баҡсаһы), Розалия Радик ҡыҙы Зариповаға (Егәҙе мәктәбе) һәм Елена Александровна Ивановаға (23-сө балалар баҡсаһы) тапшырылды.

Муниципаль район хакимиәте башлығының премияларына 17-се гимназия педагогы Ольга Михайловна Масленникова, Юлия Ивановна Бобовкина (21-се мәктәп), Оксана Павловна Горбунова (8-се мәктәп), Лариса Геннадьевна Терешина (3-сө мәктәп), Миңниса Сабир ҡыҙы Нәбиуллина (1-се балалар баҡсаһы), Рәйсә Рәжәп ҡыҙы Шафиева (Баланы үҫтереү үҙәге - 29-сы балалар баҡсаһы), Елена Владимировна Дамбровская (31-се балалар баҡсаһы) лайыҡ булды. Советтар Союзы Геройы Зөбәй Үтәғолов исемендәге премияға Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Гөлназ Ғәзиз ҡыҙы Байрамғәлина лайыҡ тип табылды.

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре профсоюзының премиялары Елена Николаевна Бабушкина (3-сө балалар баҡсаһы) менән Рүзидә Ғилфан ҡыҙы Ғәйфуллинаға (Үткәл мәктәбе); “Балаларға өҫтәмә белем биреүгә 100 йыл” Бөтә Рәсәй мәғариф профсоюзы миҙалы Мәктәптән тыш эштәр үҙәге педагогы Ольга Николаевна Байбординаға тапшырылды. Бөтә Рәсәй мәғариф профсоюзының Почет грамоталарына Лилиә Радик ҡыҙы Манапова (20-се мәктәп), Айгөл Ҡунаҡбай ҡыҙы Хазеева (Мәктәптән тыш эштәр үҙәге), Фәйзүнә Зиннур ҡыҙы Әбдрәшитова (Асы мәктәбе), Лариса Николаевна Терешина (3-сө мәктәп) лайыҡ булды. Белем биреү ойошмалары араһында хеҙмәтте яҡлау буйынса республика конкурсында I урынды яулаған 31-се “Алтын балыҡ” балалар баҡсаһы Диплом менән бүләкләнде.

Шулай уҡ сәхнә түренә быйыл хаҡлы ялға сыҡҡан бер төркөм ветерандарҙы һәм уларға алмашҡа килгән йәш уҡытыусыларҙы саҡырып ҡотланылар. Уларға мәғариф бүлеге начальнигы Марина Саранцева, мәғариф өлкәһе профсоюзы етәксеһе Людмила Шалаева изге теләктәрен һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, байрам менән тәбрикләне.

Марина Владимировна уҙған уҡыу йылы һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшыһы тип табылған 17-се гимназияға “Иң яҡшы белем биреү ойошмаһы” кубогын тапшырҙы.

Читайте нас: