Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
17 Октябрь 2019, 19:15

Илһѳйәрлек рухын тәрбиәләп

Йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү, туған телгә, илгә ҡарата һөйөү уятыу - Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында үткән һәр сараның беренсел вә мөҡәддәс бурысы. Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллыҡ юбилейы һәм Республика көнө уңайынан уҙған тантаналы йыйында ғына ла, ана, ни ҡәҙәрем рухи күтәренкелек, илаһи дәрт алды уҡыусылар!

Бер нисә маҡсатты күҙ уңында тотҡан традицион линейка гимназияның алдынғылары - Ләйсән Үтәбаева, Элина Ғәлиева һәм Арыҫлан Исламовтың Башҡортостан гимны аҫтында "Арғымаҡ" балалар ойошмаһы байрағын алып инеүе менән башланып китте. Сараға райондың ихтирамлы кешеләре - Иҙел башы башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы Резеда Сайдарова, Белорет ДОСААФ-ы начальнигы Рәшид Таһиров, йәмәғәт эшмәкәре, оҙаҡ йылдар гимназия менән етәкселек иткән Зөбәржәт Суфьянова, "Урал" гәзитенең баш мөхәррире Сатура Минһажитдинова, Белорет, Межгорье ҡалалары, Белорет һәм Бөрйән райондары хәрби комиссары Вадим Сәйәхов, шулай уҡ "Хәрби туғанлыҡ", "Ҡанатлы гвардия" йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре лә килде.
Гимназия директоры Сулпан Мәүләүи ҡыҙы Уйылданова һәммәһен дә тәбрикләп:
- Бөгөн беҙҙә өсләтә байрам: "Арғымаҡ" ойошмаһының яңы башлығын вазифаға тәғәйенләү һәм беренселәрҙе гимназистар сафына алыуҙан тыш, белем усағы тарихында тәүге тапҡыр, беҙҙең уҡыусылар йәштәрҙә илһөйәрлек, телһөйәрлек сифаттарын тәрбиәләүҙе маҡсат иткән "Йәш армия" Бөтә Рәсәй хәрби-патриотик йәмәғәт хәрәкәтенә ҡушыла, - тип йыйындың маҡсат-бурыстары менән таныштырҙы.
Ҡунаҡтар - шәхси эшҡыуар Резеда Рәфҡәт ҡыҙы уҡыуы, тәртибе, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыуы менән барыһына ла үрнәк булырҙай алдынғы уҡыусыларға Диплом һәм аҡсалата премиялар тапшырһа, Зѳбәржәт Әхмәҙулла ҡыҙы, Сатура Жәүәт ҡыҙы гимназистарға бар тырышлыҡтарын һалып, ғилем тауҙарына артылыуҙарын, изге маҡсат-ниәттәрен ғәмәлгә ашырыуҙарын теләне.
“Арғымаҡ” балалар ойошмаһына башлыҡ һайлауҙа дүрт кандидат араһында иң лайыҡлыһы тип танылған XI класс уҡыусыһы Илнур Баҡыев йѳмлә халыҡ алдында президент антын биреп, беренсе класс уҡыусыларын ойошмаға ҡабул ҡылды.
- Ошо минуттан һеҙ бер баҫҡысҡа юғары күтәрелдегеҙ. Сѳнки “Арғымаҡ” ағзалары - ул ѳлгѳлѳ, ярҙамсыл, тырыш уҡыусылар, - тине ул башлыҡ һүҙен әйтеп.
Бәләкәстәр иһә, үҙ сиратында, йыйылыусыларға шиғри күстәнәстәрен һѳйләп ишеттерҙе.
ДОСААФ начальнигы Рәшид Таһиров һәм хәрби комиссар Вадим Сәйәхов 20 ҡыҙ-егетте “Йәш армия” Бөтә Рәсәй хәрби-патриотик йәмәғәт хәрәкәтенә ҡабул итеп, һәр береһенә ҡыҙыл берет һәм значоктар тапшырҙы.
Дәртле йырҙар, аһәңле ҡурай моңдары менән үрелеп барған сара барыһына ла рух күтәренкелеге, бай тәьҫораттар бүләк итте.
Читайте нас: