Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
29 Октябрь 2019, 11:08

Этношәмбе шәп үтте!

“Көҙ һылыуы” этношәмбеһе конкурсын район-ҡала мәктәптәре араһында тәүгеләрҙән булып Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы башлап ебәрҙе.

Ҙур сара алдынан гимназия директоры Сулпан Уйылданова Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының ошо көндәрҙә генә ҡыуаныслы ваҡиға кисереүен - ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәптәре исемлегенә инеүен иғлан итте. Был статус үҙенсәлекле уҡыу йорттарының халыҡ-ара кимәлдә танылыуын раҫлап, төрлө мәғариф учреждениелары менән ижади тәжрибә уртаҡлашыуға, гимназистарҙың профессиональ үҫешенә, һәләтле уҡыусыларҙың һәр яҡлап ярҙам алыуына киң мөмкинлектәр аса. “Көҙ һылыуы” этношәмбеһенең Башҡортостан Республикаһының Автономия алыуының 100 йыллығына, Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналыуы тураһында белдерҙе. Республикала биш көнлөк уҡыу аҙнаһына күскән мәктәптәр айҙың бер шәмбеһендә уҡыусылар менән ҡыҙыҡлы саралар уҙғарырға тейеш тигән ҡарарға таянып, үҙ эсенә тарихты, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы, мәҙәниәтте, спортты туплаған ҙур сара ойоштороуҙы уҡытыусылар ҙа, гимназистар ҙа бик теләне, тине Сулпан Мәүләүи ҡыҙы. Этношәмбе конкурсында ете оҫтахана эшләүен белдергәндән һуң, ул тамашаға йыйылыусыларҙы, конкурсанттарҙы оҫтаханалар етәкселәре менән таныштырып үтте һәм ярышта ҡатнашыусыларҙың эштәренә лә улар баһа бирәсәген аңлатты.
Тамаша залы көҙгө тематикаға ярашлы биҙәлгән. V-XI кластарҙың береһенән-береһе һомғол ҡыҙҙары милли кейемдә сәхнәгә сығып теҙелде. Тамашасылар, конкурсанттарҙың көйәрмәндәре башҡорт һылыуҙарының һәр береһен алҡышлап ҡаршылап, дәртләндереп торҙо. Конкурсант ҡыҙҙар үҙҙәре тураһында ҡыҫҡаса презентация күрһәтергә, оҫтаханаларҙа оҫталыҡтарын күрһәтеп, иң юғары балл йыйырға тейеш ине. Ә оҫтаханалар ябай түгел, унда ҡыҙҙарҙы тормошта кәрәкле һөнәрҙәргә, мауыҡтырғыс донъя серҙәренә өйрәтерҙәй һөнәр эйәләре көттө. “Милли башҡорт аш-һыуҙары” оҫталары Зилә Абзалова, Фәриха Вәлиуллина, Таңһылыу Хәмзина, “Мәргән уҡсы” оҫтаһы Илнур Әхмәтшин, “Милли биҙәүестәр” буйынса Мәйсәрә Галина, Нәсимә Иҫәнғәлина, Лилиә Әмирханова, “Сәсәнлек мәктәбе”ндә Таңсулпан Бүләкбаева, Сәриә Ҡаһарманова, Зөбәржәт Суфьянова, “Ҡумыҙсылар бәйгеһе” буйынса Гөлнара Зыкрина, “Тирмә йомаҡтары”нда ҡыҙҙарҙы Сәлимә Түләбаева, Эльмира Курова баһалаһа, “Музыкаль бәйге” оҫтаханаһында конкурсанттар йыр-бейеү, музыка ҡоралында уйнай белеү һәләтен күрһәтергә тейеш ине.
Бына оҫтаханаларҙа эш башланды. “Милли башҡорт аш-һыуҙары” оҫтаханаһында ҡыҙҙар талҡан эшләне. Өйҙән алып килгән милли ризыҡтар, сәксәк, бишбармаҡ, ҡорот, төрлө ҡайнатмалар һәм башҡа тәм-томдар тураһында ентекләп һөйләне, уларҙы әҙерләү серҙәрен аңлатты. Оҫтаханалар етәкселәренең ҡыҙҙарҙың оҫта итеп талҡан әҙерләүен ҡарап, төҙәтеп, хуплап ебәреүен күҙәтеү барыһын да бала саҡҡа алып ҡайтты. Талҡандың ниндәй ризыҡ булыуын, уның нисек эшләнеүен белмәгән, уны бер ҡасан да тәмләп ҡарамаған уҡыусылар был конкурсты ҡыҙыҡһынып күҙәтте, ҡыҙҙар әҙерләгән ризыҡтан ауыҙ итте. Зилә Минһаж ҡыҙы үҙе әҙерләп килтергән эсемлек - буҙа тураһында һөйләне. Уның таҙа экологик продукт булыуын, кеше организмына файҙа килтереүен, ҡайһы бер сирҙәрҙән дауалауын аңлатты. Элек башҡорттар спиртлы эсемлектәр эсмәгән, ҡунаҡ-йыйындарҙа ла халыҡ буҙа, ҡымыҙ ғына эсеп күңел асҡан. Был турала ла оҫтахана етәкселәре уҡыусыларға мәғлүмәт бирҙе.
“Мәргән уҡсы” оҫтаханаһы уҡыусыларҙың күп булыуынан гөж килә. Йәйә, уҡ менән ҡоралланған милли кейемдәге башҡорт һылыуҙары “төнъяҡ амурҙары”н хәтерләтә. Илнур Әхмәтшин конкурсанттарға хәүефһеҙлек сараларын аңлатҡандан һуң, ҡыҙҙар мәргәнлектә ярыша ла башланы. Уҡ атыу, уны сәпкә тейҙереү һуғышсы оҫталығының иң юғары нөктәһе. Уның өсөн көс, таһыллыҡ, күрһәтмәләрҙе дөрөҫ һәм теүәл үтәү, өҙлөкһөҙ күнегеүҙәр эшләү кәрәк. Илнур Рәфил улы уҡ-һаҙаҡтың башҡорт халҡының ғына түгел, ә башҡа туғандаш халыҡтарҙың һунар, һуғыш ҡоралы булыуы, уның онотола барған ерҙән тергеҙелеп, кешелеккә кире ҡайтарылыуы, әлеге ваҡытта төрлө илдәрҙә уҡтан атыу конкурстары үткәрелеүе һәм ярыштарҙа ҡатын-ҡыҙҙарҙың күпләп ҡатнашып, призлы урындар яулауы тураһында күңелгә үтеп инерлек итеп һөйләне. Был конкурс барыһы өсөн дә бик мауыҡтырғыс булды. Көйәрмәндәр һылыуҙарҙы дәртләндереп, алҡышлап торҙо.
“Милли биҙәүестәр” оҫтаханаһы үҙе бер серле донъя. Ә биҙәүестәр эшләү ҡыҙ-ҡырҡындың иң яратҡан шөғөлө булған. Оҫтаханасы Лилиә Әмирханова ҡыҙҙарҙы алдан әҙерләнгән өлгө буйынса һырға-сулпы эшләү буйынса ярыштырҙы. Бик матур, нәзәкәтле эште конкурсанттар тырышып башҡарҙы. Был оҫтаханала һылыуҙар кейеҙ баҫыу серҙәренә лә өйрәнде. Һарыҡ йөнөнән баҫылған әйберҙәрҙең тормошта киң ҡулланылыуы, кешеләргә ниндәй файҙа килтереүе, көндәлек әйберҙәрҙән тыш йөндән заманса, модалы әйберҙәр ҙә эшләп булыуы тураһында Мәйсәрә Ибраһим ҡыҙы менән Нәсимә Шәрип ҡыҙы ихлас һөйләне. Үҙҙәре эшләгән әйберҙәрен күрһәтеп, барыһын да һоҡландырҙылар. Ҡыҙҙар иһә ҡалын туҡымаға төҫлө йөндән милли биҙәктәр һалыуҙа ярышты. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә бик матур биҙәүестәр барлыҡҡа килде.
“Сәсәнлек мәктәбе”ндә лә һынатманы конкурсанттар. Бирелгән эште тырышып үтәнеләр, ваҡытҡа ярашлы яҙма эшен дә, шиғыр ятлау буйынса ла һәләттәрен күрһәттеләр. Шулай ҙа башҡортса тасуири уҡыу, шиғыр ятлау буйынса ҡыҙҙарға үҙҙәре өҫтөндә ныҡлап эшләргә кәрәк тигән теләк белдерҙе оҫтахана етәкселәре Таңсулпан Нуретдин ҡыҙы һәм Сәриә Мөхәмәтйән ҡыҙы.
“Ҡумыҙсылар бәйгеһе” оҫтабикәһе Гөлнара Зыкрина балаларҙы ҡумыҙ сиртеү серҙәре менән таныштырҙы. Ҡумыҙҙың кеше организмы өсөн ыңғай яҡтарын - тын юлдарын киңәйтеүен, үпкә өсөн файҙалы булыуын әйтеп үтте. Гөлнара Абдулхай ҡыҙы төрлө милләт халыҡтарында популярлыҡ яулаған музыка ҡоралының килеп сығыу тарихы тураһында бәйән итте, ағас, тимер ҡумыҙҙарҙа уйнап күрһәтте. Элек башлыса ҡатын-ҡыҙҙар уйнаған ҡумыҙҙы хәҙер ир-егеттәр ҙә үҙ иткән. Бәләкәй генә булһа ла, сығарған моңо иҫ китмәле һоҡланғыс көскә эйә уның. Конкурсанттар был музыка ҡоралы менән яҡшы таныш булып сыҡты. Шуға ла береһенән-береһе уҙҙырып ҡумыҙҙа уйнау оҫталыҡтарын күрһәттеләр.
“Тирмә йомаҡтары” оҫтаханаһы гимназияның музей-күргәҙмә залында үтте. Бында балалар кемуҙарҙан фотоға төштө. Сараға гимназия уҡытыусылары махсус фотограф та саҡырғайны. Эльмира Баһыман ҡыҙы музейҙағы экспонаттар тураһында йомаҡ ҡоя торҙо, ә башҡорт һылыуҙары йомаҡты сисеп, ундағы әйберҙәрҙе күрһәтә барҙы. Ә ярышта ҡатнашҡан ҡыҙҙарҙың көйәрмәндәренә ҡул тирмәненә арналған һәм уның тормошта ҡулланылышы тураһында йомаҡ оҡшаны. Сәлимә Кашап ҡыҙы конкурсанттарға һәм уларҙың көйәрмәндәренә үҙе сиккән, бәйләгән әйберҙәр, элекке заманда хужабикәләр ҡулланған түшәк кәрәк-яраҡтары, ҡатын-ҡыҙҙарҙың йорт эсен биҙәү өсөн селтәрләп үргән ҡул эштәре тураһында һөйләне (һүрәттә). “Музыкаль бәйге” ярышына ҡыҙҙар ентекле әҙерләнгән. Бигерәк тә V класс уҡыусыһы Арина Курованың үҙе тураһында презентацияһы, “Ай, былбылым” йырын оҫта башҡарыуы күңелгә ятты. VI класс уҡыусыһы Лиана Мәжитова бейергә яратыуы тураһында бәйән итте һәм килештереп бейеп тә күрһәтте. VI класс уҡыусыһы Зилә Абдуллина “Бишбармаҡ” бейеүен башҡарҙы. VII класс уҡыусыһы Азалия Вәлиева пианинола уйнап ишеттерҙе, ә уның көйәрмәндәре ҡумыҙҙа, флейтала ҡушылып уйнаны.
Бына “Көҙ һылыуы - 2019” тип исемләнгән этношәмбе конкурсы аҙағына ла килеп етте. Оҫтаханалар етәкселәренә башҡорт һылыуҙарын баһалау өсөн һүҙ бирелде. Номинация дипломдарына һәм бүләктәргә “Аш-һыу оҫтаһы” - Зилә Абдуллина, “Иң һөйкөмлө һылыу” - Арина Курова, “Иң маһир сәсәниә” - Зөлхизә Мөхәмәтғәлина, “Иң мәргән һылыу”- Зилиә Яҫыбаева, “Юғары оҫталыҡ” - Лиана Мәжитова, “Иң һомғол һылыу” - Азалия Әхтәмова лайыҡ булды. Конкурста иң күп балл йыйған Азалия Вәлиева һәм Айгүзәл Йылҡыбаева (һүрәттә һулдан уңға) икеһе лә гран-приға лайыҡ булды. Оҫтахана етәкселәре тарафынан еңеүселәргә Дипломдар, сертификаттар, бүләктәр тапшырылды, изге теләктәр, ҡотлауҙар яңғыраны. Тәүге тапҡыр үткәрелгән матур сара барыһына ла оҡшаны һәм йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Читайте нас: