Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
30 Октябрь 2019, 19:04

Мостай һүҙе әле лә тере

Ҡаланың лицей-интернатында Мостай Кәримдең әҫәрҙәрен сәхнәләштереү буйынса муниципаль конкурс үтте.

Унда район-ҡаланың 6 мәктәбе үҙ-ара көс һынашты. Ҡатнашыусыларҙың сығыштарын Сабир Шәрипов исемендәге яҙыусылар ойошмаһы рәйесе Мансур Һиҙиәтов, Ҡала мәҙәниәт һарайының “Ирәмәл” башҡорт халыҡ театры режиссеры Гөлнара Ғилманова, мәғариф бүлегенең милли мәғариф буйынса методисы Лариса Әхмәтшина баһаланы.
Конкурстың беренсе өлөшөндә лицей-интернат уҡыусылары бөйөк әҙиптең тормош юлына байҡау яһаны, шиғырҙарын яттан һөйләне, уның һүҙҙәренә ижад ителгән йырҙарҙы башҡарҙы. Унан һуң төп өлөш башланды. Тәүгеләрҙән булып лицей-интернат уҡыусылары сығыш яһап, “Айгөл иле” драмаһынан өҙөктө сәхнәләштерҙе (һүрәттә). Сәхнә кейемдәренең драмала һуғыштан һуңғы осорҙағыға тап килешле булыуы, лицеистарҙың сәхнәлә үҙҙәрен тәбиғи тотоуҙары менән айырылып торҙолар. Абҙаҡ, Үткәл һәм Инйәрҙәге 2-се башҡорт мәктәптәре шулай уҡ “Айгөл иле” драмаһын, сермәндәр “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәренән өҙөктө, Мулдаҡай мәктәбе уҡыусылары “Яңғыҙ ҡайын” әҫәренән өҙөктө жюри хөкөмөнә сығарҙы. Һәр мәктәп конкурстың талаптарын теүәл үтәргә тырышҡан, сәхнә биҙәлешенә, костюмдарға ҙур иғтибар бирелгән. Һөҙөмтәлә гран-приға Абҙаҡ мәктәбе уҡыусылары лайыҡ тип табылды. I урын Инйәрҙәге 2-се башҡорт мәктәбенә бирелһә, II урынды Сермән мәктәбе менән лицей-интернат уҡыусылары бүлеште. III урынды Үткәл һәм Мулдаҡай мәктәптәре яуланы. Инйәр мәктәбенән Нәфис Сәғитуллин “Иң яҡшы ирегет роле” номинацияһында билдәләнде.
Читайте нас: