Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
30 Октябрь 2019, 19:01

Сал тарихлы белем усағы

Ауыл мәктәбенең тарихы алыҫ 1929 йылдарға барып тоташа. Ул Зәйнулла Йыһаншиндың өйөндә башланғыс мәктәп булараҡ асыла. Төрлө йәштәге 20-ләгән уҡыусы тәү тапҡыр мәктәп ишеген аса. Уларҙы тәүге уҡытыусылары Буранғолов Ғәниәт ағай ҡаршылай. Китаптар ҙа, күргәҙмә материалдар ҙа юҡ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, уҡыусыларҙа уҡыу теләге көслө була. Һәр яңылыҡты, һәр яңы китапты һөйөнөп ҡаршылай улар.

1930 йылда мәктәпкә педагогик белеме булған тәүге уҡытыусы Әхтәмова Нажия килә. Ул яңы уйындар, яңы йырҙар, пионер ойошмаһы кеүек яңылыҡтар алып килә. Ә 1932 йылда беренсе сығарылыш - 12 уҡыусы өс йыллыҡ белем алып сыға. Заманына күрә ҙур үҙгәреш, яңылыҡ була был ваҡиға. Олораҡ йәштәге уҡыусыларҙы комсомолға алалар. Комсомол ойошмаһының тәүге етәксеһе Барый Абдрахманов була. А.Я. Йәғәфәров, З.М. Моталлапов, В. Зәйнуллин, Х.Х. Хилаев - тәүге уҡыусылар. Беренсе сығарылыштан 6 уҡыусы, Сермән педагогия училищеһын тамамлап, үҙҙәренең мәктәбенә уҡытырға ҡайталар.
Ә 1940 йылда Татлыла башланғыс мәктәп нигеҙендә ете йыллыҡ мәктәп асыла. Был йылдарҙа уҡытыусы булып Исмәғилев, Хәсәнов, Хафизов, Абдрахманов, Яҡшыбаев, Моратов, Хәмзин, Ғәбитов, Кәримова эшләй.
Бөйөк Ватан һуғышы осоронда күп уҡытыусылар һәм уҡыусылар үҙҙәре теләп фронтҡа китә. Зиннәт Хажин, Ғәбит Моталлапов, Ғибат Моталлапов, Рәжәп Моталлапов һәм башҡа бик күптәр яу яланынан әйләнеп ҡайтмай.
Тормош дауам итә. 1961 йылда мәктәп һигеҙ йыллыҡ уҡытыуға күсә. Был ваҡытта мәктәптә Татлы, Бирҙеғол, Әрепҡол, Ғәҙелша ауылдарынан 70 бала уҡый. 1966 йылда мәктәп урта мәктәп статусы ала. Ошо осорҙа мәктәптә йәш, дәртле уҡытыусылар Зәкиә Заһит ҡыҙы Фәтҡолисламова, Хәҙисә Сәлмән ҡыҙы Кәримова, Салиха Хамзә ҡыҙы, Фәниә Муса ҡыҙы, Шәрғиә Исмәғил ҡыҙы, Роберт Хәлим улы, Ғаяз Моталлапов, Зифа Мағазова эшләй. Улар тәжрибәле уҡытыусылар Заһит Моталлап улы, Әҡсән Йәғәфәр улы, Мотаһара Ғилмийәр ҡыҙы, Ғәҙилә Хәйфулла ҡыҙы, Мѳхәмәтдин Хәмзә улы, Байдәүләт Зәйнулла улы менән бергәләп мәктәп тормошон йәнләндереүгә күп көс һала. Башҡорт теле уҡытыусыһы Ғәлимә Мөхәмәтйән ҡыҙы Мырҙағәлина, физика уҡытыусылары Юныс Һаҙый улы, Үзбәк Ғималетдин улын да уҡыусылары онотмай.
1979 йылда Татлы ауылы янында хәрбиҙәр ҡаласығы төҙөлә башлай. Ҡаласыҡты төҙөүселәрҙең, хәрбиҙәрҙең, тимер юлсыларҙың балалары күпләп Татлы мәктәбенә уҡырға килә башлай. Ул саҡтағы мәктәп директоры Ә.Т. Нухов мәктәптә балаларға урын етмәҫ тип борсола. Ниһайәт, 1984 йылдың ҡышҡы каникулында 800 уҡыусыға иҫәпләнгән, бөтә уңайлыҡтары булған өр-яңы мәктәп асыла. Уның директоры итеп З.Д. Овчарова тәғәйенләнә. Уҡытыусылар коллективы ла үҫә. Төрлө төбәктән, төрлө милләттән булған уҡытыусылар ярышып белем бирә. Урындағы белгестәрҙән З.З. Фәтҡолисламова, С.А. Ситдиҡова, Н.З. Ғәлиуллина, У.З. Моталлапов, Р.Г. Моталлапова, Х.З. Сабурова, Л.С. Ғәлиастанова, А.Ғ. Йомадилов, Т.Ғ. Йомадилова, Р.Ғ. Ғасимов, А.М. Ғилманова, Р.Р. Фәхретдинова, А.А. Хәсәнова, Ф.Ш. Ғәйфуллина, Х.Б. Солтанова (Шиһапова), Р.М. Хәйруллина һәм башҡалар эштәрен дауам итә. Йәш белгестәр күпләп эш башлай. Белем усағы гөрләп тора, ике меңгә яҡын уҡыусы өс сменала уҡый. Һигеҙәр, хатта унар параллель кластар була. Хәрбиҙәр ҡаласыҡтан киткәс тә, мәктәп үҙ тарихын яҙыуҙы дауам итә. Директорҙар ҙа алышынып тора: Ф.Ә Мөхәмәҙиев, П.П. Козлова, А.А. Жаринов...
Әлеге ваҡытта Татлы мәктәбендә 40 уҡытыусы эшләй, балалар һаны 500-ҙән ашыу. Тәжрибәле, тырыш коллектив менән директор С.А. Лебедев етәкселек итә. Мәктәп йәшәй, эшләй, яңы үрҙәр яулай, заман менән бергә атлай. Ғорурланып һөйләрлек уңыштарыбыҙ байтаҡ. Ѳс йыл рәттән республика кимәлендә “Мәғариф учреждениеһында иң яҡшы сайт” конкурсында еңеүсе, II республика форумының “Электрон мәктәп” конкурсы еңеүсеһе, “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 мәктәбе” исемлегенә инде, балалар һәм йәштәрҙең ялын яҡшы ойоштороу буйынса бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты. Һуңғы йылдарҙағы ҡаҙаныштарҙан - “Инновацион уҡытыу программаларын ҡулланыу конкурсында еңеүсе” Дипломы. Быларҙың барыһы ла уҡытыусылар һәм уҡыусылар коллективтарының тырышлығы һѳҙѳмтәһе. Белем усағыбыҙҙың уңыштары, асыштары менән мәктәптең сайтында ентекләп танышырға мөмкин.
Мәктәп ғорурлығы - уның уҡыусылары. Мәктәптә ойошторолған традицион осрашыуҙарҙа хәрбиҙәрҙе, инженерҙарҙы, иҡтисадсы, табип, компьютер белгестәрен һәм башҡа һөнәр эйәләрен осратаһың. Улар араһында бөтә республикаға билдәле шәхестәр бар. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Р.М. Ғәйзуллин, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Ф.Г. Әхмәтов, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Р.Р. Алтынбаев һәм башҡалар.
Ошо мәктәпте тамамлап, шунда уҡ эшкә ҡайтҡан уҡытыусыларҙы ла атамау мөмкин түгел. Төрлө йылдарҙа эшләгән З.М. Моталлапов, А.Т. Йомадилов, Т.Ғ. Йомадилова, У.З. Моталлапов, В.Н. Лобанова, Х.З. Сабурова (Моталлапова), Ә.М. Зәбдинова (Зәйнуллина), Р.М. Ачилова (Зәйнуллина), Ә.Х. Басирова, Л.Х. Ғайсина (Лонская), А.А. Мозафарова (Килдейәрова), О.В. Егорова, З.М. Тютюнова, Ә.М. Ларионова, А.Ф. Гвоздикова, О.В. Цудинович (Андрееева), Р.Р. Ғайсина (Хәйбуллина), Л.Р. Әйүпова (Хәйбуллина), Г.Х. Аҡкѳбәкова (Солтанова), Э.Ә. Әҙелмырҙина (Әүбәкирова), Г.Г. Шәнгәрәева һәм башҡалар шулар иҫәбендә.
Ағымдағы йылдың 5 октябрендә Татлы мәктәбе - Межгорье ҡалаһының 1-се мәктәбе 90 йыллыҡ юбилейын үткәрҙе. Туған мәктәбен мәртәбәле юбилейы менән ҡотларға бик күп ҡунаҡтар килде. Улар араһында Татлы ауылының арҙаҡлы шәхесе Барый Абдрахмановтың улы, химия фәндәре докторы, академик Илдус Абдрахманов, Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ранис Алтынбаев, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юрисы Булат Йомадилов, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Зәлифә Ситдиҡова, ветеран-уҡытыусы Тәнзилә Йомадилова, Межгорье ҡалаһының почетлы гражданы Айытбай Йомадилов, Зөлфиә Ғәлийәнова, Әлфиә Зәбдинова һәм башҡалар булды.
Ҡунаҡтарҙы ҡаршы алғас, мәктәп буйлап экскурсия ойошторолдо. Иң беренсе, музейҙа һәм китапханала ойошторолған күргәҙмә-сараға юл тоттолар. Унда VI А класы уҡыусылары ҡунаҡтарҙы мәктәп тарихы менән таныштырҙы, китапханала улар өсөн ҡыҙыҡлы викторина һорауҙары әҙерләнгәйне. Һуңынан информатика кабинетында презентация ҡаранылар.
Артабан бай йөкмәткеле концерт программаһы күрһәтелде. Ҡунаҡтарҙың һәр береһе туған мәктәбенә бүләктәр менән килгәйне. Улар йылы һәм ихлас теләктәрен еткерҙеләр, байтаҡ хәтирәләре менән уртаҡлаштылар, уҡытыусыларына рәхмәт һүҙҙәрен әйттеләр.
Миңзилә МӨХӘРӘМОВА.
Ләлә ҒАБДУЛХАҠОВА.
Читайте нас: