Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Декабрь 2019, 13:50

Яңы китап биттәрен асып

Күптән түгел Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте - 100, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы 85 йыллыҡ юбилейҙарын билдәләне. Беҙҙең китапхана был уңайҙан "Яңы көнөм - яңы китап бите!" тип аталған ике әҙәби осрашыу кисәһе үткәрҙе.

Был осрашыу кисәләре "Тирмәкәй" башҡорт балалар баҡсаһында һәм китапхананың үҙендә лицей-интернаттың II класс уҡыу-сылары менән үткәрелде. Һәр бер сарала "Китап" нәшриәте һәм Яҙыусылар союзының тарихы менән таныштырҙыҡ, китап баҫылып сыҡҡанға тиклем ниндәй оҙон, ауыр юл үтеүе тураһында һөйләнек, балалар менән белем, уҡыу, китап тураһында әңгәмәләштек, мәҡәлдәр һәм әйтемдәрҙе иҫкә төшөрҙөк. Был сарала һөйөнөслө ваҡиға булды: шағирә Зѳһрә Үтәғолованың яңы сыҡҡан "Йәнле мунсаҡ" китабының исем туйын үткәрҙек. Балалар менән осрашыуға Зѳһрә Әхмәҙей ҡыҙы үҙе килде, улар менән әңгәмәләште, нисек шиғыр яҙа башлауын һөйләне, шиғырҙарын уҡып, ҡобайырынан өҙөк һөйләп ҡыуандырҙы.
Лицей-интернат уҡыусылары менән үткән сарала яҙыусы Фәриха Вәлиуллина ҡатнашты. Иң башта Зөһрә Үтәғолованың "Китап" нәшриәтендә яңы баҫылып сыҡҡан "Те-ре мунсаҡ" китабына презентация үткәрелде. Тағы бер китап - Шығай күп тармаҡлы ауыл клубы етәксеһе Сәғирә Ғәлиуллинаның "Ағиҙел" китапханаһында баҫылған "Ялан аяҡ йүгереп үтмәле..." китабына байҡау яһалды.
Әҙәби физкультминутка үткәргәс, сараны Фәриха Нәҙербай ҡыҙы дауам итте. Ҡыҫҡаса тормош юлы менән таныштырғас, ижады, хикәйәләренең нисек яҙылыуы тураһында биҡ ҡыҙыҡлы итеп һөйләне, бер нисә хикәйәһен, бер әкиәтен уҡып ишеттерҙе, балаларҙың һорауҙарына яуап бирҙе, әңгәмәләште.
Шулай итеп, был иҫтәлекле даталарға арналған сараларҙа ба-лаларға Башҡортостанда, Иҙел башында йәшәп ижад итеүсе яҙыусылар мираҫын алып барып еткерергә тырыштыҡ. Был эште беҙ артабан да дауам итербеҙ!

Флүрә ШАКИРОВА,
Дауыт Юлтый исемендәге китапхана етәксеһе.

Читайте нас: