Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
20 Декабрь 2019, 14:05

Республика Башлығы Шыршыһына!

Яңы йыл - һәр кемдең көтөп алған байрамдарының береһе. Тап ошо сихри мәлдәрҙә республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларынан ҡыҙ һәм малайҙар республика Башлығы Шыршыһына юллана. Бөгөн баш ҡалабыҙ төрлө яҡлап үҙен танытҡан, уҡыуҙа, спортта уңыш ҡаҙанған уҡыусыларҙы «Башҡортостан» дәүләт концерт залына йыйҙы. Төп концерт залында үтәсәк Шыршы байрамында быйыл 800-гә яҡын уҡыусы ҡатнашыуы күҙаллана. Унда күп балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә, приютта тәрбиәләнеүселәр, мөмкинлектәре сикләнгән балалар саҡырылған. Йылдағыса, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу, әкиәт геройҙары уларға күңелле тамаша күрһәтеп, бүләктәр таратасаҡ.

Яңы йыл - һәр кемдең көтөп алған байрамдарының береһе. Тап ошо сихри мәлдәрҙә республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларынан ҡыҙ һәм малайҙар республика Башлығы Шыршыһына юллана. Бөгөн баш ҡалабыҙ төрлө яҡлап үҙен танытҡан, уҡыуҙа, спортта уңыш ҡаҙанған уҡыусыларҙы «Башҡортостан» дәүләт концерт залына йыйҙы. Төп концерт залында үтәсәк Шыршы байрамында быйыл 800-гә яҡын уҡыусы ҡатнашыуы күҙаллана. Унда күп балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә, приютта тәрбиәләнеүселәр, мөмкинлектәре сикләнгән балалар саҡырылған. Йылдағыса, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу, әкиәт геройҙары уларға күңелле тамаша күрһәтеп, бүләктәр таратасаҡ.
Район-ҡаланан мәртәбәле сараға - республика Башлығы Шыршыһына 19 уҡыусы китте. Инйәрҙең 3-сө мәктәбе уҡыусылары Даниил Кималов, Марсель Мужипов, Инйәрҙең 2-се мәктәбе уҡыусыһы Азазель Фәйзуллина, Туҡандан Аделина Ғәббәсова, Тимер юл мәктәбенән Камилла Мирзаханова, Тирләндән Екатерина Мальгина, Сермән мәктәбе уҡыусыһы Айгизә Мөхәмәтйәнова, Шығайҙан Гөлминаз Хафизова, Үҙәнбаштан Илдар Хөсәйенов, 21-се мәктәп уҡыусыһы Анастасия Абрамовских, 17-се гимназиянан София Миронова, 1-се мәктәптән Оскар Мораҙымов, 13-сө мәктәптән Лидия Родионова, 20-сенән Михаил Семавин, 14-се гимназиянан Роман Хөсәйенов, Йәш натуралистар станцияһынан Радмир Әхмәҙин, Туризм үҙәгенән Екатерина Рассказова һәм Үҙән балалар йортонан апалы-ҡустылы Зарина һәм Фарид Павловтар иң лайыҡлылары тип табылды. Яҡшы уҡыған, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан, спортта ал бирмәгән, конкурс-олимпиадаларҙа еңеп уңыш ҡаҙанған был балалар, һис шикһеҙ, шундай дәртләндереү сараһына лайыҡ.
Мәғариф идаралығының тамаша залында муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов балаларға күтәренке байрам кәйефе, файҙалы ял, яңы дуҫтар табыуҙарын, артабан да алдынғылыҡты бирмәүҙәрен теләне, ата-әсәләргә, яҡындарына рәхмәтен еткерҙе.
Байрамға юлланыусы балалар араһында күптәнге танышыбыҙ Гөлминаз Хафизова ла бар быйыл. Шығай мәктәбенең V класында тик "4" һәм "5" билдәләренә уҡыған, йыр-бейеүҙе яратҡан ҡыҙ әүҙем йәмәғәт тормошо менән йәшәй. Гөлминазды уҡыу алдынғыһы, төрлө фәндәрҙән олимпиадаларҙа призлы урындар яулаусы ғына итеп түгел, район, республика кимәлендә үткән мәҙәни конкурсфестивалдәрҙә ҡатнашып, ярайһы уҡ еңеүҙәргә өлгәшкән ҡыҙ тип тә беләбеҙ. Ошо көндәрҙә "Һаумы, һаумы, әкиәт!" район конкурсында ла еңеү яулаған һәләтле ҡыҙ.
“Республикабыҙҙың төп Шыршы байрамына саҡырыу алып бик ҡыуандым. Бындай күләмле сарала ҡатнашасағымды мәктәптә әйттеләр. Класташтарым да минең өсөн бик ҡыуанды, изге юл теләп ҡалдылар. Бындай байрамда тәүгә ҡатнашыуым, тулҡынланам да. Әсәйем менән байрамға махсус бал күлдәге һатып алдыҡ. Яңы йыл байрамында дуҫтар ҙа табасаҡмын”, - ти Гөлминаз.
17-се гимназияның V класында уҡыған Радмир Әхмәҙин дә республика Башлығының Шыршыһына барыусылар исемлегенә осраҡлы ғына эләкмәгән. Башҡа тиҫтерҙәре кеүек үҫмер робототехника, футбол менән шөғөлләнә, уҡыу алдынғыһы бигерәк тә тарих фәнен ярата. Ҡаланың Йәш натуралистар станцияһына йөрөй. Йәш тикшеренеүсе күп тапҡыр фәнни-ғәмәли конференцияларҙа сығыш яһаған, эштәрен яҡлаған. Әсәһе Айгөл Тимербай ҡыҙы менән шифалы үләндәрҙән һабын ҡайнатып, тикшеренеү эше яҙған. Радмир ҙа Гөлминаз кеүек яңы дуҫтар табырына, матур тамашанан күтәренке кәйеф, йылы тәьҫораттар менән ҡайтырына ышана. Икеһенең тағы бер дөйөм теләге - республика Башлығы Радий Хәбиров менән осрашыу. Республика Башлығы Шыршыһына юлланған балаларҙың байрам тантанаһында ҡатнашып, бүләктәр, онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар алып ҡайтырына ышанып оҙатып ҡалды ата-әсәләре, туғандары.
Читайте нас: