Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
23 Декабрь 2019, 18:00

Матур осрашыу уҙҙы

Сабир Шәрипов исемендәге "Иҙел башы" ойошмаһының Инйәрҙә йәшәгән ағзалары - Әлиә Саматова, Мөнирә Сәлимйәнова, Рәсимә Сәйетғәлина, Рафиға Ғәлиуллина, Асия Йосопова һәм башҡорт теле уҡытыусыһы Венера Басырова Инйәрҙәге 2-се башҡорт мәктәбе интернатында "Үҙ телемдә һөйләшәм" тип аталған осрашыу уҙғарҙы. Уны тәрбиәсе Асия Йосопова ойошторҙо.

Ҡәләм оҫталары үҙҙәренең шиғыр, хикәйәләрен уҡып ишеттерҙе, уҡыусылар үҙ телендә һөйләшеүҙәренә, башҡорт исемдәрен йөрөтөүҙәренә ғорурланыуҙарын белдерҙе. Саҡырылған ҡунаҡтар балаларҙы башҡорт халыҡ ижады менән бер аҙ таныштырып китте. Нурания Хөсәйенова "Тыуған илем" йырын башҡарҙы. Сара Рәми Ғариповтың "Туған тел" шиғырын бергәләп ятлау менән тамамланды.
Читайте нас: