Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Ғинуар 2020, 22:00

Сәғәт нисә ине?

Уҡыусылар сәғәт өйрәнә. Балалар, сәғәтте ентекле өйрәнеүҙе дауам итәбеҙ, - тине уҡытыусы Әлмира апай. - Тел дә, уҡ та тип әйтәбеҙ. Ниңә улай тиҙәр икән, кем белә?

- Телгә оҡшап торғанға.
- Башы уҡ кеүек осло булғанға, - тип яуапланы кескәйҙәр. - Һеҙгә өйгә эш, балалар, бөгөн нисәлә ҡайтып ингәнегеҙҙе, нисәлә ашарға ултырғанығыҙҙы, дәрес әҙерләгәнегеҙҙе, иртәнсәк мәктәпкә сығып киткән ваҡытығыҙҙы дәфтәрегеҙгә теркәп ҡуйығыҙ. Сәғәт һүрәте төшөрөп, уҡтары менән билдәләп ҡуйһағыҙ, бигерәк тә яҡшы. Уныһы - теләк буйынса. Иртәнсәк тәүге дәресте түҙемһеҙләнеп көттө уҡыусылар. Һәр кем белемен күрһәтеп ҡалырға теләй. Ҡыҙҙар бигерәк тырышҡан. Сәғәт телдәрен төрлө төҫтәргә буяп ҡуйғандар. Бер-береһен бүлдерә-бүлдерә, шартлатып яуап бирәләр. Сират Алмасҡа килеп етте.
- Йә, Алмас, инде һин һөйләп ебәр? - тине уҡытыусы. Алмас үҙенә ҡарап ултырған класташтарына күҙ һирпеп алды. Ҡыҙарып китте. Ни өсөн тиһегеҙ? Дәфтәрендә бер ниндәй ҙә яҙыу- һыҙыу юҡ. Унан, һикереп торҙо ла:
- Әллә, белмәйем-белмәйем, апай, мин мәктәпкә китергә сыҡҡанда беҙҙең сәғәт телдәре бына ошолай тора ине, - тип ҡоласын йәйеп ебәрҙе. Класс «геү» итеп ҡалды. Ха-хаха, шырҡ-шырҡ килеп, көлөшә башланылар. Уҡытыусы апайҙары тәүҙә үҙе лә көлөп ебәрҙе, унан: - Тынысланығыҙ, балалар, хәҙер бергәләшеп уйлайбыҙ, - тине.
- Алмастарҙың сәғәте туҡтап торған булып сыға түгелме?
- Батарейкаһы ултырғандыр, - тип һүҙгә ҡушылды парталашы Кәрим.
- Сәғәт нисәлә туҡтаған була һуң, кем әйтә? Уҡыусылар уйға ҡалды. Кәрим партаһынан ситкә сығып баҫып, бер ҡулын өҫкә, икенсеһен аҫҡа төшөрҙө:
- Ошолай саҡта уң ҡулым 12-лә, һулы 6-ла тора. Ҡулдарым сәғәт теле икән, ти. Әһә, теүәл 6 була, - тип һөйләнә үҙ алдына. Шул саҡ Алмас та ҡулын күтәреп, урынынан һикереп торҙо.
- Белдем, белдем, апай, бер ҡулым сәғәт 3-тә, икенсеһе 9-ҙа булып сыға, - тине ул ҡыуанып.
- Сәғәтебеҙ өс тула 15 минутта туҡтаған.
- Бына, күмәкләшеп систек был мәсьәләне, - тине уҡытыусы.
- Бөгөн үк сәғәтегеҙҙе йүнәтеп ҡуй, йәме, Алмас.
- Ярай! Уҡыусылар тынысланып, инде өсөнсө, йүгерек тел - секундты өйрәнергә тотондо. Секунд теле 12-нән 12-гә йүгерһә, нисә секунд, нисә минут була, йәгеҙ әле кем тиҙерәк әйтә?

Фәриха ВӘЛИУЛЛИНА.

Читайте нас: