Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
28 Ғинуар 2020, 13:00

Илнурҙың иҫтәлекле ваҡиғаһы

Төрлө олимпиада, конкурстарҙа призлы урын яулаған, спортта еңеүҙәргә өлгәшкән уҡыусылар Яңы йыл алдынан Мәскәүгә, Кремлдә үткән Шыршы байрамына барып ҡайтты. Беҙҙең райондан Инйәрҙәге 1-се мәктәп уҡыусыһы Илнур ХӨСӘЙЕНОВҡа унда барыу бәхете тәтене.

Илнур VII класта тик “бишле” билдәләренә генә өлгәшә. География менән ҡыҙыҡһынған малай яратҡан фәне буйынса Гагарин кубогына үткәрелгән республика олимпиадаһында ике тапҡыр ҡатнашып еңеү яулаған. V, VI кластарҙа уҡ ошо фәндән мәктәп уҡыусыларының бөтә Рәсәй олимпиадаһында призлы урындар яулап өлгөргән. Был еңеүҙәр менән генә сикләнергә уйламай ул, киләсәктә тағы ла ҙурыраҡ конкурс, олимпиадаларҙа ҡатнашырға иҫәп тота.
Тырыш малай уҡытыусылар ғаиләһенән. Атаһы Салауат Зәки улы - география, әсәһе Алһыу Өлфәт ҡыҙы физкультуранан уҡыта.
Илнур Кремль шыршыһынан алып ҡайтҡан тәьҫораттары менән уртаҡлашып:
- Кремль шыршыһына барыу миңә беренсе тапҡыр самолетта осҡан көн булараҡ та иҫтәлекле. Ике сәғәтлек был ваҡыт һиҙелмәй ҙә ҡалды. “Домодедово” аэропортына килеп төшкәс, беҙҙе дүрт йондоҙло “Альфа” отеленә урынлаштырҙылар. Бер-ике сәғәттән Измаил кремленә экскурсияға алып барҙылар. Беҙ унда үҙ ҡулдарыбыҙ менән Яңы йыл уйынсыҡтарын эшләнек. Иртәгәһенә төп байрам сараһы уҙҙы. Унда театрлаштырылған тамаша, концерт ҡараныҡ, татлы бүләктәр тараттылар. Һуңынан отелдә дискотека үткәрҙеләр, күстәнәстәр бирҙеләр.
Өфө аэропортында беҙҙе Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры Айбулат Хажин ҡаршы алды, уның менән иҫтәлеккә фотоға төштөк.
Кремль шыршыһынан дәрт, яҡшы кәйеф алып, яңы дуҫтар табып ҡайттым. Был көн минең өсөн уҙған йылдағы иң күңелле ваҡиғаларҙың береһе булып иҫемдә ҡаласаҡ, - тине.
Читайте нас: