Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
28 Ғинуар 2020, 11:58

Исемдәре рухи байраҡ кеүек

Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында ике йылға бер тапҡыр уҙғарылған “Башҡортостан ынйылары” республика конкурсының беренсе - муниципаль кимәлдәге этабы үтте. Республикабыҙҙың тарихи шәхестәренә арналған “Рухи байраҡ һинең исемең” темаһы буйынса ойошторолған конкурста район-ҡала мәктәптәренең халыҡ ижады буйынса ғилми-тикшеренеү эштәре менән шөғөлләнгән театр-фольклор төркөмдәре ҡатнашты.

Гимназия директоры Сулпан Уйылданова сараны асып, барыһына ла уңыштар теләгәндән һуң, йәрәбә буйынса тәүгеләрҙән булып Шығай мәктәбе уҡыусылары (етәкселәре Гѳлсөм Йылҡыбаева) “Ҡурайсы, композитор Әбделғәфи (Абдулла) Хәлфетдинов - халыҡ хәтерендә” тип аталған ғилми эште жюри хөкөмөнә сығарҙы. Әбделғәфиҙең ҡурай уйнарға өйрәнеүен, ҡыҙҙар бейетеүен сәхнәләштерҙеләр, ауылдаштары яҙған йырҙарҙы башҡарҙылар, тормош юлына байҡау яһалды.
Абҙаҡ мәктәбенең “Йәншишмә” фольклор ансамбле (етәкселәре Фирүзә Фәттәхова, Рәзилә Фазылова һәм Лира Хәйруллина) рәссам Әхмәт Лотфуллиндың тормош юлына арнап, 1964 йылда эшләгән “Һабантуйға” картинаһы буйынса эҙләнеү эше менән сығыш яһаны. Уҡыусылар Һабан байрамына һөбә йыйҙы, ялан батырҙарына бүләктәр өләште, халыҡ уйындарын уйнаны. Һуңынан “Кәриә-Зәкәриә”не йырлап, үҙҙәре менән бергә залды бейетеп алдылар.
Өсөнсө булып Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының VII класс уҡыусылары (етәкселәре Сәриә Ҡаһарманова) сәхнә түрен яуланы. Улар "Былбыл моңо - Заһир моңо" тип аталған ғилми эш (һүрәттә) тәҡдим итте. Заһир Исмәғилевтең ағайынан ҡурай уйнарға өйрәнеүен, ҡыҙҙар менән егеттәрҙең ҡурай көйөнә киске уйында бейеүен, Арыҫлан Мөбәрәковтың Заһирҙы театрға саҡырыуын һәм икенсе бүлектә уның билдәле шәхес булып киткәндән һуңғы тормошонан өҙөктө күрһәттеләр.
Инйәрҙәге 2-се башҡорт мәктәбе уҡыусылары (етәкселәре Әлиә Саматова) Арыҫлан Мөбәрәковтың тормош юлына бағышланған “Сәхнә арыҫланы - Мөбәрәков” тип аталған ғилми эште тәҡдим итте. Ҡыҙҙар менән егеттәрҙең "Үгеҙйөҙөк" уйнауын, Арыҫландың Өфөгә йыйыныуын, сәнғәт училищеһына уҡырға инеүен, Рәғиҙә Йәнбулатова менән танышыуын, актер булып киткәс, ауылына ҡайтып “Салауат” трагедияһынан өҙөктө сәхнәләштереүен уйнанылар.
Жюри ағзалары исеменән ҡаланың тарихи-крайҙы өйрәнеү музейының ғилми хеҙмәткәре Фәнисә Шәрәфетдинова сығыш яһап, сараның шул тиклем матур үтеүен, уҡыусыларҙың һәм етәкселәрҙең ныҡлы әҙерләнеүен билдәләне, был сара барышында районыбыҙҙан сыҡҡан оло шәхестәрҙең бик күп булыуына йәнә лә бер ҡат инаныуҙарын, сәхнәлә уйнаған йәш актерҙар араһынан да шундай билдәле шәхестәр сығырына ышаныс белдерҙе.
Артабан һөҙөмтәләрҙе иғлан итеү өсөн һүҙ жюри ағзаһы, мәғариф бүлеге методисы Лариса Әхмәтшинаға бирелде.
Шулай итеп, III урынды ике белем усағы - Шығай һәм Инйәрҙәге 2-се башҡорт мәктәптәре бүлешһә, II урынды лайыҡлы рәүештә Абҙаҡ мәктәбе яуланы. I урын Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы уҡыусыларына бирелде. Улар 20 февралдә Белорет, Бөрйән, Учалы райондары, Сибай һәм Межгорье ҡалалары командалары араһында үтәсәк зона ярышында сығыш яһаясаҡ.
Читайте нас: