Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
28 Ғинуар 2020, 13:45

Күркәм традицияға әйләнгән

Рәсәй студенттары көнө рәсми рәүештә бынан 14 йыл элек билдәләнә башлаһа ла, был датаның тарихы быуаттар төпкөлөнә үк барып тоташа.

1755 йылда Елизавета батшаның Мәскәү университетын ойоштороу хаҡындағы указға ҡул ҡуйған, йәғни уҡыу йортона нигеҙ һалынған көн хәҙер бөтә Рәсәй студенттары көнө булараҡ билдәләнә.Ҡаланың медицина колледжы студенттары өсөн Татьяна көнө дәрестәр алдынан асыҡ һауала, дәртле көй аҫтында иртәнге күнекмәләр эшләү менән башланды. Педагогтар, уҡытыусыларҙың байрам менән ҡотлауынан һуң барыһы ла колледжға ағылды. Унда уларҙы директор Азат Хамматов йылы сәй һәм тәмлекәстәр менән ҡаршы алды.
Әйткәндәй, был үҙенсәлекле сара уҡыу йортонда бишенсе йыл рәттән үткәрелә һәм традицияны артабан да дауам итергә иҫәп тоталар.
Шулай уҡ студенттар үҙҙәре уҡыған мәктәптәрҙә сығарылыш класс уҡыусылары менән осраша, концерт номерҙары менән сығыш яһай.
Читайте нас: