Ҡарамалылағы ҡара ҡашлы Ҡарағол ҡарттың ҡап-ҡара ҡаҙы ҡайҙалыр ҡасҡан.
Ҡарға, ҡарға, осоп кил, беҙгә яҙҙы алып кил. Бергәләшеп йөрөрбөҙ, тәмле бутҡа бирербеҙ. Уртаһына төшөп кенә май булып та ирербеҙ.
Ҡарамалы ауылы ҡара Ҡарағолға сана ҡарамалатырға биргәйнем. Ҡарамаланымы икән, ҡарамаламаны микән. Ҡарамалаһа ла, ҡарамаламаһа ла, ҡарамаламауына, ҡарамалауына ҡарамайынса ҡарап ҡына алып ҡайт әле .