Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
13 Апрель 2020, 19:10

Балаларының ситтән тороп уҡыуына ата-әсәләр ниндәй фекерҙә?

Тормошта ниндәй генә хәл-ваҡиға булмай. Мәктәптә уҡыу яҡшыраҡ, әммә...

Юлиә Ғ.:
- Тормошта ниндәй генә хәл-ваҡиға булмай. Мәктәптә уҡыу яҡшыраҡ, әммә был хәлдә беҙгә уның ыңғай яҡтарын да күрә белергә кәрәктер. Мин ситтән тороп уҡыу баланы үҙаллылыҡҡа, яуаплылыҡҡа, фекер тупларға өйрәтәлер тип уйлайым. Улыбыҙ ситтән тороп уҡыһа ла, һәр дәрескә, бирелгән эштәргә яуаплы ҡарай. Бер нисә көн эсендә генә уҡыу барышында был ситуацияға ҡарата тулы фекерҙе белдереп булмай.
Гүзәл Х.:
- Ике балам мәктәп йәшендә. Башланғыс класта уҡыған улыма “Я класс” платформаһында эшләүе оҡшай. Эштәр аңлайышлы, дөрөҫ яуап бирмәгән осраҡта ҡайтанан ҡарап, яуап биреү мөмкинселеге бар. Тест форматындағы, ваҡытҡа бирелгән эштәрҙе эшләү барышында балдар һаны буйынса класташтары араһында нисәнсе урында килеүен ҡыҙыҡһынып күҙәтә: сәмләнә, тырыша, алдынғылыҡҡа ынтыла. Тәүге көндәрҙә уның менән үҙем шөғөлләнә инем, улымдың был технологияны минән дә яҡшыраҡ аңлауын һәм үҙаллы эшләй алыуын күргәс, ситкә киттем. Өлкән улым “Зум” платформаһы аша онлайн режимда уҡый. Яңыса уҡыу форматы балаларға әлегә ҡыҙыҡ тойола. Класс етәкселәребеҙ, Интернет бәйләнеше менән ҡаршылыҡтар килеп тыуһынмы, башҡа аңлашылмаусанлыҡтар булһынмы, һәр осраҡта ярҙам итергә әҙер. Өйрәтеп, аңлатып ебәрәләр. Рәхмәт, уларға!
Гөлфиә М.:
- Балалар уҡытыусылар менән ситтән тороп уҡый. Онлайн режимы менән проблемалар әлегә юҡ, Интернет һәйбәт тота. Эштә саҡта балалар үҙҙәре генә шөғөлләнә. Эргәләрендә булғанда, ҡай саҡ ярҙам итеп, аңлатып ебәрәбеҙ. Дәрестә үткәнде лә, өйгә эште лә үҙаллы эшләү ауырыраҡ бирелә, шулай булыуға ҡарамаҫтан, балалар үҙҙәрен ышаныслы тота. Барыһына ла яйлап күнегербеҙ тип уйлайым.
Әлиә М.:
- Бындай уҡыу алымы ауыр бирелһә лә, тырышабыҙ. Интернет селтәре менән тотҡарлыҡтар килеп тыуһа, уҡытыусылар менән телефон аша бәйләнешкә инәбеҙ. Улар беҙгә һәр нәмәне аңлатырға тырыша. Бирелгән эштәрҙе ваҡытында үтәп барабыҙ.
Гөлизә М.:
- Ауылда Интернет насарыраҡ эшләй. Шулай булһа ла, уҡытыусылар менән һәр саҡ бәйләнештәбеҙ. Улар бар яҡлап та ярҙам итергә тырыша, рәхмәт уларға! Әлеге мәлдә был ваҡытлы сара икәнен аңлайбыҙ. Бәлки тормошта бындай практика кәрәк булыр. Ата-әсәләргә лә компьютерҙа эшләү буйынса белемде арттырырға файҙаһы тейҙе.
Фото Интернет селтәренән.
Читайте нас: