Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
13 Апрель 2020, 16:45

Башланып китте уҡыуҙар...

6 апрелдән илебеҙҙең бөтөн дөйөм белем биреү ойошмалары ваҡытлыса дистанцион уҡытыуға күсте. Эйе, кешелек өсөн хәүефле яңы коронавирустың таралыуына юл ҡуймау маҡсатында күрелгән мәжбүри сара барыбыҙ өсөн дә етди һынауға әйләнде. Әлбиттә, бер башланғыс та еңел бирелмәй, Интернет селтәрендә тыуған көсөргәнешлек арҡаһында, онлайн-дәрестәр уҡыусы-уҡытыусыларҙың, атай-әсәйҙәрҙең ҡанын ҡыҙҙырырға ла өлгөрҙө. Шулай ҙа беҙҙең халыҡҡа рух төшөнкөлөгөнә бирелеп, ерле-юҡҡа ғауға ҡуптарып ятыу тигән нәмә хас түгел - тәүге көндә сирҡаныс алып, дистанцион уҡытыуҙы һин дә мин артабан дауам ҡылдыҡ.

Көн дә онлайн-дәрестәр абруйлы шәхестәрҙең сәләмләүенән башланды. Төбәк етәкселеге лә был йәһәттән ситтә ҡалманы - беренсе дәресте республика Башлығы Радий Хәбиров үҙе үткәрҙе.
- Бөгөн республикабыҙҙың 450 меңдән ашыу уҡыусыһы ғилем алыуҙы үҙҙәренең класс бүлмәләрендә түгел, ә өйөндә, дистанцион уҡыу рәүешендә башларға мәжбүр. Беҙ быны уңайлыраҡ итеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тырыштыҡ. Әлбиттә, бөтөн ерҙә лә шарттар бер үк түгел. Республикабыҙҙа Интернет селтәренә тоташмаған ауыл мәктәптәре бар. Шулай уҡ бер нисә мәктәп уҡыусыһы булған ишле ғаиләләрҙә бер-ике генә гаджет булған осраҡтар хаҡында ла беләбеҙ. Һөҙөмтәлә, “Кем беренсе булып уҡыясаҡ?” тигән һорау тыуа. Был проблемаларҙы бергәләп хәл итәсәкбеҙ. Бөтә балалар ҙа уҡый алһын өсөн башҡа төрлө алымдар эҙләйбеҙ, - тине ул сығышында.
Шулай уҡ Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, “Башҡортостан 24”, “Рәсәй 24”, “Вся Уфа”, “ЮТВ” каналдарында көн һайын “Беренсе кластар өсөн теледәрестәр” күрһәтелә.
Республиканың иң ҙур районы - Иҙел башында хәлдәр нисегерәк һуң? Дистанцион уҡытыу йәһәтенән дөйөм мәғлүмәт алыу өсөн мәғариф идаралығының методик бүлек етәксеһе Нелля ПОЛЬЩИКОВАға мөрәжәғәт иттек.
- Аҙна башынан райондың бөтөн мәктәптәре лә эшкә тотондо. Һис бер нәмәгә ҡарамай уҡыу-уҡытыу процесы әүҙем бара. Тәүге уҡыу көнөнән һуң уҙған видеоконференцияла, Интернет селтәренә бәйле ҡатмарлыҡтар арҡаһында, кейс-технологияларға өҫтөнлөк бирергә кәңәш ителде. Был иһә уҡыу процесын ойоштороу башлыса уҡыусы һәм атай-әсәйҙәр иңенә ята тигән һүҙ. Мәктәп администрацияһының бурысы - дәрестәрҙе мөмкин тиклем ябайлаштырыу, уҡыусы өсөн етди уйланылған конкрет аҙымдар булдырыу, артыҡ эш, мәғлүмәт менән күммәү. Уҡыусының дәресте 30 минут эсендә үҙләштереүе лә күҙ уңында тотолорға тейеш.
Уҡыу менән бергә өҫтәмә белем биреү, түңәрәктәр, тикшеренеү эштәре лә алып барыла. Ижади проекттар ваҡыт яғынан әллә ни сикләнмәгән, уларҙың ҡайһы берҙәрен изоляцияланыу режимы тамамланғас тапшырырға йәки яҡларға мөмкин.
Минеңсә, кейс-технологияларҙың ыңғай яҡтары ла юҡ түгел, уҡыусы ҡабалан-ҡарһалан бер дәрестән икенсеһенә күсмәй, үҙ яйына, көндөң ниндәй яртыһында булһа ла, күңеленә оҡшаған фәндән башлап уҡыуға тотонасаҡ. Был вариант айырыуса атай-әсәйҙәр эшләгән осраҡта уңайлы, сөнки башланғыс класс уҡыусыларына уларҙың ярҙамы мотлаҡ кәрәгәсәк. Йәнә шул: кейстар тотош бер аҙнаға килһә, уңайлыраҡ булыр тигән ҡараштабыҙ. Бер көнөн уҡыусы, мәҫәлән, математикаға арнаһа, икенсе көндө рус теленән бирелгән эштәрҙе генә башҡарасаҡ.
Ғөмүмән, һәр һынау арҡылы беҙ ниндәйҙер һығымталар яһайбыҙ, үҙебеҙ өсөн файҙалы һабаҡ алырға тырышабыҙ. Бынан ары, моғайын да, барыбыҙ ҙа мәктәп диуарҙары эсендә барған белем биреү процесының ҡәҙерен белербеҙ, уҡытыусы эшмәкәрлегенә ихтирам артыр, шул уҡ мәлдә теге йәки был сәбәптәр арҡаһында мәктәпкә йөрөй алмаған уҡыусыларҙы ла бынан ары өй шарттарында уҡыта аласаҡбыҙ. Өҫтәүенә, Интернет селтәрендә ниндәй платформаларҙың уҡыу-уҡытыу өсөн уңайлы, йөкмәткеле булыуын да һынарға мөмкинлек тыуҙы, - тип үҙ фекерҙәре менән бүлеште Нелля Рәфҡәт ҡыҙы.
Бер уңайҙан, дистанцион уҡытыу буйынса ҡала-ауыл мәктәптәренең дә хәл-әхүәлдәрен һораштыҡ.
Нимә-нимә, ә бына беҙҙең төйәктән тыш, Әбйәлил, Бөрйән, Учалы райондары уҡыусылары ла белем алған Белорет лицей-интернатына (йәмғеһе 285 бала) икеләтә ҡатмарлыраҡ. Шулай ҙа был дөйөм белем биреү усағының директоры Гөлнара ЗӘЙНЕТДИНОВАның оптимистик ҡарашы, эштәренең ойошҡанлығы һоҡландырҙы.
- Шөкөр, һәммәһе лә көйлө, дистанцион уҡытыуға етди әҙерләндек. Ғилем алыу бер нисә ысул - онлайн-программалар, ҡағыҙ кейстар, электрон почта, телефон бәйләнеше ярҙамында ғәмәлгә ашырыла. Мәҫәлән, Мөхәмәт ауылынан уҡыған уҡыусыларыбыҙға аҙнаһына өс тапҡыр ҡағыҙ кейстар ташыһаҡ, Отнурок, Мулдаҡай ауылдарына эштәр электрон почта аша ебәрелә. Юлһыҙ, бәйләнешһеҙ Баҡый, Өмөтбай ауылы уҡыусыларына күнегеүҙәр стационар телефон аша әйтеп яҙҙырыла. Улар өй эштәрен үҙизоляция тамамланғас тапшырасаҡтар. Әбйәлил, Бөрйән, Учалы райондары уҡыусылары иһә электрон кейстар аша уҡый. Һәр алым өсөн яуаплы хеҙмәткәр бар. Көн дә тиерлек ойошторолған онлайн-кәңәшмәләрҙә бөтөн проблемаларҙы уртаға һалып һөйләшәбеҙ, - ти етәксе уҡытыу барышы менән таныштырып.
Шығай, Боғанаҡ, Манышты ауыл мәктәптәрендә лә дистанцион уҡытыу ыңғай бара. Был белем усаҡтары ла алыҫтан тороп уҡытыуҙың төрлө варианттарын ҡуллана.
- WhatsApp ҡушымтаһында уҡыусылар, атай-әсәйҙәр өсөн айырым чаттар булдырҙыҡ. Яңы теманы аңлатыу, күнегеүҙәр биреү, һорауҙарға яуаптар ҙа күп ваҡыт телефон аша тормошҡа ашырыла. Хөсәйендә Интернет бәйләнеше насар тотоу сәбәпле, ул ауылдан уҡыусыларға эштәр ҡағыҙ форматта тапшырыла. Дөйөм алғанда, уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар һәм атай-әсәйҙәр ҙә үҙ-ара аңлашып, бер-береһенә ярҙам ҡулы һуҙып эшләргә тырыша. Класс етәкселәре бер генә уҡыусыны ла күҙ уңынан ысҡындырмай, - тип Шығайҙағы хәлдәр менән таныштырҙы уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Зилә СӘЙФУЛЛИНА.
Боғанаҡ мәктәбендә лә дистанцион уҡытыу тап Шығайҙағы кеүек алып барыла - уҡытыусылар, уҡыусылар мобиль телефонға, компьютерға ҡуйылған программалар, ҡушымталар аша үҙ-ара бәйләнешкә сыға. Электрон гаджеттары булмаған 9 уҡыусыға дежур уҡытыусы аҙнаһына өс тапҡыр ҡағыҙ кейстар ҡалдыра. Шулай уҡ аҙ тәьмин ителгән ишле ғаиләләргә һәм инвалид балаларға аҙыҡ-түлек тупланмаһы ла таратыла.
Манышты мәктәбе завучы Рәшиҙә БАЙРАМҒӘЛИНА әйтеүенсә, бында дистанцион уҡытыу башлыса ҡағыҙ кейстар ярҙамында ғәмәлләшә. Өҫтәмә рәүештә телефон аша ла аңлатыу эштәре ҡаралған.
Нисек кенә булмаһын, заманса электрон технологиялар уҡыусы менән уҡытыусы араһындағы күҙгә-күҙ ҡарап аралашыуҙы алыштыра алмай, әммә уларҙан бөтөнләй үк баш тартырға ла ярамай, тигән фекерҙә уҡытыусылар. Хәйер, әлеге осорҙа был процестың уртаһында ҡайнаған атай-әсәйҙәр ҙә ошондай уҡ ҡарашта. Бөгөн улар балалары өсөн ярҙамсы ла, уҡытыусы ла, психолог та... Иң мөһиме, бер-беребеҙгә терәк-таяныс булып, ваҡытлыса килеп тыуған ауырлыҡтарҙан рух төшөнкөлөгөнә бирелмәй, дуҫ-берҙәм булайыҡ!
Фото: Нәркәс Вәлиуллина
Читайте нас: