Һәр яңы башланғыс беҙ теләгәнсә генә бармай икән шул. Дистанцион уҡытыуҙың тәүге көндәренән үк уҡыусылар, педагогтар, ата-әсәләр бихисап мәшәҡәттәр - яңы платформаларға, Интернет тиҙлегенә, техник ҡорамалдарға бәйле проблемалар менән осрашты. Мәҫәлән, 8 апрелдә республикала 281 190 уҡыусы онлайн-дәрестә ҡатнашҡан. Ғөмүмән алғанда, был мәктәп уҡыусыларының 52,2 проценты тигән һүҙ.
Әлбиттә, балаларҙы уҡыу программаһы менән тәьмин итеү, онлайн-дәрестәргә инеү мөмкинлеген арттырыу йәһәтенән эш даими алып барылды. Мәҫәлән, 6 апрелдә ҡағыҙ кейстар ҡулланған уҡыусылар һаны 12 713 булһа, 17 апрелгә ундайҙар 6 124-кәсә кәмегән. Муниципаль органдар балаларҙы компьютерҙар менән тәьмин итеү эшен дауам итә. Әлеге башланғысҡа ошо көндәрҙә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары ла ҡушылды.
17 апрелдә онлайн-дәрестәрҙә уҡыусыларҙың 79,5 проценты, атап әйткәндә, 379 924 бала ҡатнаша алды. 13 апрелдә 101 дәрес мәлендә Интернет селтәрендә өҙөклөктәр күҙәтелһә, 17 апрелдә бындай етешһеҙлек 14 дәрестә генә теркәлгән. Һәр өҙөклөк белгестәр тарафынан иҫәпкә алынып, тейешле сара күрелә. Башҡортостан юлдаш телевидениеһында I класс уҡыусылары өсөн республиканың көслө уҡытыусылары тарафынан үткәрелгән теледәрестәр ҙә күптәр тарафынан ыңғай баһаланды. Дәрестәр көн һайын иртәнге сәғәт 10-да телеканалда күрһәтелеп килә. Бынан тыш, электрон кейстар ҙа уңышлы ҡулланыла: дәрестәр төрлө мессенджерҙар, социаль селтәрҙәр һәм почта сервисы ярҙамында үткәрелә. Был - элемтәлә булып, уҡыу процесында үҙ ваҡытында төҙәтмәләр индереү мөмкинлеген бирә.
Тәүге аҙна менән сағыштырғанда, атаәсәләрҙең дистанцион уҡыуға ҡарата фекере лә үҙгәрҙе. Бөгөнгө шарттарҙа мәктәптәрҙең дистанцион белем биреү сифатын һәм уҡытыусыларҙың күрһәткән эштәрен ыңғай баһалайҙар. Әйҙәгеҙ, уларҙың фекеренә лә күҙ һалайыҡ.
Гөлсинә БАШАРОВА, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының башланғыс кластар уҡытыусыһы:
- Ваҡытлыса дистанцион уҡытыуға күсеүҙе алдыма ҡуйылған сираттағы бер һынау итеп ҡабул иттем. Балалар каникулда булғанда, беҙ, уҡытыусылар, дистанцион эшләргә өйрәндек, вебинарҙар тыңланыҡ, дәрестәр күрһәтеп ҡараныҡ. Уҡыусыларҙы дистанцион уҡытыуҙың тәүге көндәре еңелдән бирелмәне. Интернет селтәрендәге көсөргәнеш үҙен ныҡ һиҙҙертте. Яйлап яйға һалынды, әле Интернет селтәре өҙөклөкһөҙ эшләй тиерлек. Хәҙер инде балалар ҙа, үҙебеҙ ҙә өйрәндек. Ата-әсәләр ҙә дистанцион белем алыуға яуаплы ҡарай һәм хәстәрлек күрһәтәләр. Уҡыусыларыма ла дәрес һайын тиерлек күреп өйрәнгән күнегеүҙәрҙе кластағы экрандан түгел, ә компьютер, ноутбук экранынан күреп ҡабул итеү ауырлыҡ тыуҙырмағандыр, тип ышанам.
Сәлиә МӘҮЛИТОВА, 4 бала әсәһе:
- Беҙгә, күп балалы ғаиләгә, бер аҙ ҡыйынға тура килде. Ғаиләбеҙҙә мәктәп уҡыусылары, студент та бар. Кемелер компьютерҙа, икенсе-өсөнсөһө телефонда ултыра. Башта бер аҙ мәшәҡәтләнделәр, хәҙер төшөнөп алдылар.
Тамамлап шуны әйткем килә. Үҙем дә, уҡыусы балалар әсәһе булараҡ, дистанцион уҡыуҙың ыңғай һәм кире яҡтары ла бар, тип уйлайым. Ғаиләбеҙҙә сығарылыш уҡыусыһы ла, яңы ғына парта артына ултырған улыбыҙ ҙа бар. Донъяны баҫып алған пандемия ғына бер ҡалыпҡа һалынған көн тәртибебеҙҙе үҙгәртергә мәжбүр итте. Шулай ҙа бошонмайбыҙ, уҡытыусылары ла, балаларҙың теләктәрен иҫәпкә алып, өҫтәмә шөғөлләнә, Берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырыу өсөн барыһын да эшләй. Ә бына I класс уҡыусыһына контроль кәрәк. Онлайн-дәрестә ултырырға ла тура килә ҡайһы берҙә. Бер яҡтан уйлаһаң, ҡасан әле балаңдың дәресендә ултыраһың, эйе бит. Уның ҡайһы фәндән көслөрәк, ҡайһыныһынан өҫтәмә шөғөлләнеү талап ителгәнен күрәһең. Ә иң күңеллеһе - физкультура. Балаң менән бергә дәрестә булыу үҙе ни тора! Экран артында ғына булһа ла. Шулай ҙа улар гимназияһын, класташтарын һағына. Уҡыу йәһәтенән проблемаларыбыҙ булмаһа ла, мәктәптә белем алыуға, йәнле аралашыуға етмәй, әлбиттә. Ә шулай ҙа был ваҡытлыса... Сәләмәт булайыҡ!