Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
10 Август 2020, 18:00

Мохтаждар ярҙам аласаҡ

Республикала 1 июлдән 31 августҡа тиклем “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” хәйриә акцияһы бара. Башҡортостан Республикаһының Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ойошторған сара быйыл унынсы тапҡыр уҙғарыла.

Акцияның маҡсаты булып ауыр хәлгә тарыған, мохтаж һәм күп балалы ғаиләләрҙәге балалар өсөн мәктәп кәрәк-яраҡтарын йыйыу тора.
Ҡаланың Карл Маркс урамындағы 46-сы йортта урынлашҡан “Ғаилә” көнсығыш район-ара үҙәгендә (белешмә өсөн телефон 3-33-57) акцияға ҡушылырға теләгәндәрҙән канцелярия тауарҙары, мәктәп формалары, аяҡ кейемдәре һәм башҡа әйберҙәр ҡабул ителә.
Үҙәктең директор урынбаҫары Юлия Валерьевна Казанцева белдереүенсә, уҙған йылда ҡала предприятиелары, шәхси эшҡыуарҙар һәм ябай граждандарҙан 190 мең һумлыҡ әйбер ҡабул ителгән. Бындай ярҙамды йыл һайын 30-40 ғаилә ала. “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” хәйриә акцияһы барлығын белгәндәр, ҡайһы саҡ, үҙҙәре лә шылтыратып заявка ҡалдыра. Уларҙың ярҙамға мохтажлыҡтары башта үҙәк белгестәре тарафынан тикшерелә. Бигерәк тә беренсе класҡа барыусыларға, күп балалы ғаиләләргә айырыуса иғтибар бирелә. Пандемияға бәйле быйыл байрам сараһы ойошторолмаясаҡ. Һәр ғаилә ағзаһын үҙәккә айырым саҡырып, тейешле ярҙам тапшырыласаҡ.
Ун йыл дауамында “СтальПром”, “Стропкомплект”, “Сумра” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре, Белорет ҡала электр селтәрҙәре, Урал пружина заводы, “УралСиб” банкы, “Металлург” кинотеатры, Белорет үҙәк клиник дауаханаһы һәм ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы коллективтары, “Аструм” ҡала баҙары, “Юбилейный”, “Оникс”, “Энергогарант” магазиндары, шәхси эшҡыуарҙар - А.Н. Урцева, Н.Н. Колмыкова һәм В.И. Факеева акцияла ҡатнашып, мохтаж ғаиләләрҙә йәшәгән уҡыусыларҙың мәктәпкә тулы әҙерлек менән барыуында үҙ өлөшөн индерә.
Акция тамамланыуға өс аҙна самаһы ваҡыт ҡалды. Мәрхәмәтле сарала ҡала һәм район халҡын ихлас ҡатнашырға саҡырабыҙ, тиҙәр “Ғаилә” көнсығыш район-ара үҙәге хеҙмәткәрҙәре.
Читайте нас: