Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
31 Август 2020, 14:10

Беҙҙә - сит ил студенттары!

Юғары уҡыу йортоноң II-IV курсында “Дауалау” факультетында уҡыған 16 егет-ҡыҙ Һиндостан, Ираҡ һәм Мысыр илдәренән.

Ҡаланың үҙәк район клиник дауаханаһына тәжрибәләр менән уртаҡлашырға Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡыған бер төркөм сит ил студенттары килде.
Улар Башҡорт дәүләт медицина университетының сит ил студенттары деканатының планына ярашлы, “Башҡортостан Республикаһындаһөнәри аралашыу теле - инглиз теле” тип аталған йәйге белем биреү лагеры сиктәрендә, үҙәк район клиник дауаханаһында тәжрибә уртаҡлашыу практикаһы үтәсәк.
Юғары уҡыу йортоноң II-IV курсында “Дауалау” факультетында уҡыған 16 егет-ҡыҙ Һиндостан, Ираҡ һәм Мысыр илдәренән. Улар ун көн дауамында төп эштәренән тыш, ҡаланың крайҙы өйрәнеү, металлургия комбинаты, ДОСААФ өлгөлө автомәктәбе, янғын һүндереү часы һәм Тирлән музейҙарына сәйәхәт ҡыласаҡ, медицина колледжы студенттары менән осрашасаҡ, шулай уҡ ҡала мәсетен һәм сиркәүен ҡараясаҡ.
Студенттар тәүге көндө, ике төркөмгә бүленеп, ҡала менән танышты. Уларҙы медицина колледжы хеҙмәткәрҙәре оҙатып йөрөнө.
Студенттар етәксеһе, Башҡорт дәүләт медицина университетының сит ил студенттары эше буйынса декан урынбаҫары, томографик анатомия һәм оператив хирургия буйынса өлкән уҡытыусы Ария Надер Раджабович әйтеүенсә, уҙған уҡыу йылында университетта 1500 сит ил студенты белем алған. Алдағы йылдарҙа был һандың 2000-2500-гә барып етеүе ихтимал. Һиндостандан килеүселәр һаны беренсе урында - 750 студент. Унан ҡала Тажикстан, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Мысыр тора. Студенттар тәүге өс курсты инглиз төркөмөндә уҡыһа, IV-Vкурстарҙа уҡыу рус телендә алып барыла. Уларҙың күпселеге уҡырға инер алдынан әҙерлек төркөмөндә уҡып, телде өйрәнә. Телде яҡшы белгәндәр рус төркөмөнә күсеү хоҡуғына эйә.
- Сит ил студенттары буйынса декан урынбаҫары булараҡ, мин уларҙың килеп тыуған проблемалары, һорауҙары өҫтөндә эшләйем. Уҡыуҙы тамамлаған студенттар араһында Рәсәйҙә ҡалыу тураһында уйлағандары ла бар. Араларында тик “5”ле билдәләренә генә уҡыусылар күп. Башҡа студенттар менән сағыштырғанда, күпкә тырыштар, һәр нәмәне өйрәнергә, белергә ашҡыналар, ҡыҙыҡһыныусандар. Бер һүҙ менән әйткәндә, ата-әсәләренең өмөтөн аҡларға тырышалар.
Беҙ бындай кимәлдәге тәжрибә уртаҡлашыу практикаһы менән йыл һайын республика буйлап йөрөйбөҙ. Белореттан алда Стәрлетамаҡта булһаҡ, артабан Салауат, Бәләбәй, Туймазы ҡалалары көтә. Сәйәхәт өсөн университет аҡса бүлә. Үҙебеҙҙең автобусыбыҙ алып йөрөй. Ашау-эсеү өсөн студенттар үҙҙәре түләй.
Уларға Башҡортостандың тәбиғәте бик оҡшай. Юл буйында ҡаялар, тауҙар ҡырында фотоға төшә-төшә килдек. Тыуған илдәрендәге иптәштәренә, туғандарына бындағы халыҡты бик изге, яҡшы күңелле тип, тик ыңғай яҡтан ғына телгә алалар, - тине Ария Раджабович.
Тәжрибә уртаҡлашыу ике яҡ өсөн дә тик файҙаға булыр, ҡуйылған маҡсаттар тормошҡа ашыр, тип ышанғы килә.
Читайте нас: