Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
18 Сентябрь 2020, 13:00

Яңы китап сыҡты

Ошо көндәрҙә гәзитебеҙҙең актив хәбәрсеһе Хөснә ӘХМӘТЙӘНОВАның «Иҫтәлек» исемле китабы сыҡты.

«Урал» гәзитендә Хөснә Әхмәтйәнованың төрлө темаға яҙылған мәҡәләләре баҫылып тора. Редакция үткәргән сараларҙа, конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша ул.
- Һуңғы йылдарҙа «Урал» гәзитендә баҫылып сыҡҡан мәҡәләләремде бер урынға туплап ҡуйыу теләге тынғы бирмәй ине.
Иншалла, хыялым тормошҡа ашты. «Иҫтәлек» тип атаным йыйынтығымды. Китабым балаларыма, туғандарыма, дуҫ-иштәремә бер бүләк булыр, - тип ҡыуанысы ме-нән уртаҡлашты Хөснә Мофассал ҡыҙы.
Авторҙы яңы китабы сығыу менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм артабан да илһамланып, дәртләнеп ижад итеүен теләйбеҙ.
Читайте нас: