Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Октябрь 2020, 18:40

“Һөнәр һайлауҙа яңылышманым”

Замана үҙгәрә барыу менән уҡытыусыларға ла талаптар арта. Информацион технологиялар үҫешкән XXI быуатта дәрестәрҙә компьютер, проектор кеүек техник саралар ҡулланыу, дистанцион рәүештә онлайн дәрестәр үткәреү ғәҙәти күренеш. Бының өсөн Интернет селтәре бөтә мөмкинлектәрҙе лә бирә. Бер яҡтан был уҡытыусыларҙың эшен бер аҙ еңеләйтә лә кеүек, әммә яңы технологияларҙы өйрәнеү, көн һайын тиерлек үҙгәреп торған программаларҙы үҙләштереү өсөн дә ярайһы ғына ваҡыт талап ителә.

Пандемияға бәйле карантин ваҡытында белем биреү ойошмалары дистанцион форматта эшләне. Тап ошо осорҙа күп кенә ата-әсәләр гаджеттарҙың уҡытыусыны алмаштыра алмауына, уның барлыҡ технологияларҙан юғары тороуына инанғандыр. Инйәрҙең 2-се мәктәбендә рус теленән белем биргән Зифа ЙОМАҒУЖИНАны ла уҡыусылары яңы уҡыу йылында һағынып көтөп алған.
Уҫманғәле ауылы ҡыҙы Зифа Әхтәм ҡыҙы уҡытыусылар династияһынан. Атаһы Әхтәм Йосоп улы Уҫманғәле мәктәбендә - математика, әсәһе Гәүһәр Хәбиб ҡыҙы - Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы рус теле һәм әҙәбиәтенән белем биргән, оҙаҡ йылдар мәктәп директоры булып эшләгән. Атаһы яҡлап ғүмерҙәрен балаларға белем биреүгә арнаған туғандары күп кенә.
Уҫманғәле мәктәбенең IX класын тамамлағандан һуң, Зифа Әхтәм ҡыҙы үҙ теләге менән Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт гимназияһына уҡырға инә. Ҡулына аттестат алғас, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының филология факультетына, рус-башҡорт бүлегенә уңышлы һынау тота. Студент йылдарында әүҙем йәмәғәт тормошо алып бара, ғилми эштәр яҙыу менән шөғөлләнә: үҙе уҡыған уҡыу йортонда Рәсәй кимәлендә үткәрелгән ғилми конференцияларҙа, Марий Эл, Алтай республикаларының педагогик университеттарында сығыш яһай. Психология, тел буйынса үткәрелгән олимпиадаларҙа ҡатнашып, күп тапҡыр призлы урындар яулай.
Юғары уҡыу йортон тамамлағас, 1992 йылда Инйәрҙең 3-сө мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай. Ун биш йыл эшләгәндән һуң 2-се башҡорт мәктәбенә күсә һәм бөгөнгәсә рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта, уҡыу-уҡытыу буйынса директор урынбаҫары вазифаһын да атҡара. Белем биреү өлкәһендә хәҙер инде 28 йыл хеҙмәт стажына эйә Зифа Әхтәм ҡыҙы.
- Эшем ауыр булһа ла, уны яратам, ашҡынып килеп етәм. Үҙемде бер ҡасан да башҡа һөнәр эйәһе итеп күҙ алдыма килтермәнем. Минең булмышым - уҡытыусы булыу. Һөнәр һайлауҙа яңылышмауыма йылдан-йыл инана ғына барам. Уҡыусыларымдың һәр уңышына шатланам, мәктәпте тамамлап сығып киткәс тә артабанғы тормоштары менән ҡыҙыҡһынып торам, осрашҡанда хәлдәрен һорашам. Күҙ алдыңда үҫеп буй еткергән балаларҙың һәр ҡайһыһы ғәзиз һәм яҡын, - ти ул.
Әйткәндәй, Зифа Йомағужинаның бер ҡасан да класс етәксеһе булмай ҡалғаны юҡ. Быйылғы уҡыу йылында ул IX класс уҡыусылары менән эшләй.
Юғары категорияға эйә уҡытыусының уҡыусылары Берҙәм дәүләт имтихандарында яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә, район-ҡалала үткәрелгән, Рәсәй кимәлендәге онлайн конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша, еңеүҙәр яулап һөйөндөрә.
Тормош иптәше Дим Басир улы менән Илдус һәм Ләйсән исемле тәүфиҡлы, тырыш балалар үҫтергәндәр. Улдары Илдус - шәхси эшҡыуар, Өфөлә буҙа етештереп һатыу итеү менән шөғөлләнә. Өфө ҡыҙы Раушания менән Асель исемле ул үҫтерәләр. Ҡыҙҙары Ләйсән, уҡытыусылар династияһын дауам итеп, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының “Инглиз теле” факультетына уҡырға ингән. Ул әле I курста уҡый.
Күренекле ғалим-педагог Ян Каменский “Аҙ белгән кеше бик аҙ өйрәтә ала” тигәндәй, уҡытыусы кеше һәр саҡ белемен камиллаштырыу өҫтөндә эшләргә, замандан бер аҙым алға барырға, күпте белергә тейешлеген яҡшы аңлай Зифа Әхтәм ҡыҙы.
Коллегалары араһында ихтирамлы, алдынғы ҡарашлы һөнәр эйәһе күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн мәғариф бүлегенең, Башҡортостан Журналистар союзының Почет грамоталары менән бүләкләнгән. “Ә шулай ҙа уҡытыусы һөнәре матди байлыҡ, наградалар менән баһаланмай, күңелемде биреп башҡарған эшемә яуапты уҡыусыларымдың рәхмәтле ҡарашы бирә”, - ти ул.
Рәсимә СӘЛИХОВА.
Нәркәс ВӘЛИУЛЛИНА фотоһы.
Читайте нас: