Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Октябрь 2020, 12:00

Юбилейға арналған автосәйәхәт

1940 йылдың 2 октябрендә СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы “Совет Социалистик Республикалар Союзында хеҙмәт резервтары” тураһында Указ ҡабул итә һәм шул кѳндән алып был өлкәлә белем биреүҙең рәсми тарихы башлана.

Ҡалабыҙҙа ла иҫтәлекле датаға арналған автосәйәхәт уҙҙы. Башҡортостан Республикаһының һөнәри белем биреү ойошмалары араһында дуҫлыҡ ептәрен нығытыу маҡсатында үткәрелгән сараны Башҡортостан Республикаһының Һөнәри әҙерлек үҙәге Мәғариф һәм фән министрлығы ярҙамы менән ойошторған. Республикала өс көн дауам иткән сарала ҡатнашыу өсөн заявкалар 22 сентябргә тиклем ҡабул ителгән. Интернет киңлектәрендә сәйәхәт #АвтопробегПРОТЕХ80 хэштегы менән билдәләнгән.
Автосәйәхәттә медицина колледжының уҡыуҙа ла, йәмәғәт эштәрендә лә һынатмаған актив студенттары ҡатнашты. Ете автомашинанан торған колоннаны Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре уҡыу йортонан алып Блюхер һәйкәленә тиклем оҙатып барҙы. Һәйкәл янында һөнәри-техник белем биреү ойошмаларын юбилей айҡанлы ҡотлағандан һуң, студенттарҙы ҡалабыҙҙың үҙенсәлекле символы - мышы һыны янында уҡытыусылары шифалы эҫе сәй менән һыйланы.
Автосәйәхәт иҫтәлеккә күмәкләп фотоға төшөү менән тамамланды.
Читайте нас: