Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
28 Октябрь 2020, 12:30

Ярты быуат тарихлы мәктәп

Ҡаланың 20-се мәктәбе өсөн ағымдағы йыл бик иҫтәлекле - уның тәүге тапҡыр ишектәрен асып, беренсе уҡыусыларын ҡабул итеүгә 50 йыл тулды. Белем йортоноң үткәне, йылдар дауамындағы үҙгәрештәр һәм бөгөнгөһө тураһында директор Владимир САТАРОВ менән әңгәмәләштек:

► Владимир Иванович, мәктәп асылғандан алып ниндәй йүнәлештәрҙә эшләй?
- Мәктәп бынан теүәл 50 йыл элек, 1970 йылдың 1 сентябрендә асыла. Шул уҡ ваҡытта химия, физика, биология, география, тарих буйынса лабораториялар эшләй башлай һәм мәктәп бөтә йүнәлештәр буйынса ла (Роман Григорьевич Хазанкиндың физика-метематика кластарын иҫәпкә алмағанда) алдынғылар рәтенә сыға. Тәүге директоры Карам Ғәли улы Залалов була. Бер аҙҙан медицина йүнәлешендәге химия-биология кластары үҙ һөҙөмтәләрен бирә башлай. Уҡыусылар уны тамамлар алдынан өс йыл медицина училищеһы базаһында уҡый һәм был уҡыу йортоноң икенсе курсына ҡабул ителәләр. Был кластарға конкурс, әлбиттә, ҙур була.
Хәҙерге мәғлүмәт технологиялары тип аталған компьютер кластары беҙҙең мәктәптә тәүгеләрҙән барлыҡҡа килә. Бынан 20 йыл элек беренсе компьютер класына уҡыусылар ҡабул ителә. Унда белем алған балалар дәүләт имтихандарында юғары күрһәткестәргә ирешә, юғары уҡыу йортона инеү буйынса ла алдыралар.
Йәнә шулай уҡ ҡалала берҙән-бер кадет хәрәкәтен үҫтереүсе лә булып торабыҙ. Кадет класына тәүге тапҡыр 2003 йылда 26 егетте алдыҡ. Хәҙер инде уларҙың күбеһе юғары офицер дәрәжәһенә эйә. Бер аҙҙан эксперимент эшләргә булдыҡ һәм был кластарға беренселәрҙе ҡабул иттек. Бөгөнгө көндә улар IX класта уҡый. Ата-әсәләрҙең балаларының тап ошо класта уҡыуын теләүҙәре беҙҙе шатландыра ғына.
► Ярты быуат эсендә мәктәпте миҙалға тамамлаусылар һаны күпме?
- 50 йыл эсендә мәктәп 38 алтын һәм 37 көмөш миҙал яулаусыны оло тормош юлына сығарған. Уҡыусыларҙың был уңыштарға өлгәшеүендә уҡытыусыларының өлөшө һис шикһеҙ ҙур.
► Әйткәндәй, мәктәп ниндәй уҡытыусылары менән ғорурлана ала?
- Уҡытыусыларҙың барыһы ла тырышып, заманса алымдар ҡулланып эшләй. Хаҡлы ялда булған ветерандарыбыҙ Любовь Копытова, Лариса Мурина, Нина Ситько, Тамара Чувашова, Любовь Усынина һәм бөгөнгө көндә уңышлы эшләгән Зәйнәп Собханғолова, Дамира Хәлимуллина, Ирина Гулякова, Галина Канайкина, Любовь Медовикова, Наталья Муравьева, Нина Колобова, Людмила Сидухина, Александр Повираев һәм башҡалар менән ғорурлана алабыҙ тип әйтә алам. 20-се мәктәптә танылған уҡытыусылар династиялары Никитиндар, Мироновтар эшләүен дә әйтеп үтергә кәрәктер. Ҡасандыр ошо белем усағында уҡыған Алла Семенова, Олег Пиндюрин, Андрей Рыжов, Владимир Яковлев, Инесса Будеева бөгөнгө көндә үҙҙәре уҡытыусы.
► Әлеге көндә мәктәптә күпме бала уҡый? Мәктәп заман талаптарына яуап бирерлек итеп йыһазландырылғанмы?
- Ағымдағы уҡыу йылында мәктәптә йәмғеһе 903 бала иҫәпләнә. Ҡасандыр уларҙың һаны 1300-ҙән ашҡаны булды. Техник яҡтан тулыһынса заман талаптарына яуап бирә. Кластарҙа электрон көндәлектәр тултырыу өсөн ноутбук, проекторҙар бар. Ике информатика, практик эштәр өсөн химия һәм физика кабинеттары һөҙөмтәле эшләп килә. Шулай уҡ мәктәптә 40 йыл элек асылған музейға реконструкция үткәрҙек. Уны интерактив итеп үҙгәрттек: мөмкин булған тиклем документтарҙы һанлы форматҡа күсерҙек.
► Уҡыуҙа ла, спортта ла, йәмәғәт тормошонда ла һынатмаған уҡыусылар ҙа барҙыр?
- Уҡыусыларыбыҙ төрлө ярыштарҙа еңеүҙәр яулап, уңыштары менән һөйөндөрөп тора. Беренсе сентябрҙә былтырғы уҡыу йылында төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа еңеү яулаған уҡыусыларға: Ирина Ларинаға, Римма Мофазаловаға, Родион Флягинға, Верения Ерастоваға, Сергей Бедаровҡа, Евгений Дамбровскийға, Данил Мансуровҡа Почет грамоталары тапшырҙыҡ. “Иң әүҙем класс” конкурсында IX “в” һәм XI “б” кластары билдәләнде. Ғөмүмән алғанда, беҙҙә актив уҡыусылар белем ала. Мәктәптә патриотик тәрбиә биреүҙе, тыуған илгә һөйөү тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуйған төрлө конкурстар ойошторолоп тора. Дистанцион уҡыу ваҡытында ла был эш туҡталманы, “Милли кейем” конкурсы иғлан иттек. Унда уҡыусылар #минмилликейемдә хэштегы аҫтында үҙҙәренең төрлө байрамдарҙа төшкән фотоларын Интернет аша ебәрҙе. Уҙған йылда “Рәсәй мәктәптәрендә кинодәрестәр” Бөтә Рәсәй проектында уҡыусыларыбыҙ актив ҡатнашып, “Ел йыры” тип аталған ҡыҫҡа метражлы тәрбиәүи фильм төшөрөүҙә үҙ өлөшөн индерҙе. Әйткәндәй, был кино Башҡортостан уҡыусыларының макулатура тапшырыуҙан килгән аҡсаһына төшөрөлдө.
► Һәр мәктәптең үҙенә генә хас традициялары бар. 20-се мәктәптә шуларҙың ҡайһыныһы иң үҙенсәлекле һанала?
- Эйе. Мәктәбебеҙ традицияларға бик бай. Шуларҙың береһе - киләсәккә теләктәр яҙылған капсулалар һалыу. Быйыл беҙ сирек быуат элек уҡыған уҡыусыларыбыҙҙың теләктәрен асып уҡыясаҡбыҙ
һәм 2045 йылға тәғәйенләнгән теләктәребеҙҙе яҙып һаласаҡбыҙ.
► Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт, Владимир Иванович! Мәктәп коллективына һәм уҡыусыларға уңыштар теләйбеҙ!
Фекер:
Зәйнәп СОБХАНҒОЛОВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы:
- Республикабыҙ мәктәптәрендә башҡорт теле уҡытыла башлау менән мәғариф бүлегенән методист эшен ҡалдырып, мәктәпкә туған телемде уҡытырға күстем. Уҡытыу-методик ҡулланмаларҙың, дәреслектәрҙең булмауы ла ҡурҡытманы. Төндәрен ҡулдан карточкалар, ребустар һәм башҡаларҙы эшләп ултырыуҙар тарихта ғына ҡалды.
Бөгөнгө көндә башҡорт телен уҡытыу һәм уҡыу өсөн тейешле дәреслектәр мәктәптәрҙә лә, район мәғариф бүлегендә лә, магазиндарҙа ла етерлек. Әммә йылданйыл үҙ телдәрен өйрәнеүҙән баш тартыусыларҙың (ата-әсәләрҙең ғариза менән балаһының ниндәй телде өйрәнеүен һайлауы сәбәпле) арта барыуы эсте бошора. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был хәл беҙҙең мәктәпте лә урап үтмәй. Мәктәптә башҡорт телендә иркен аралашҡан, уны тағы ла яҡшыраҡ белергә ынтылған тырыш уҡыусыларыбыҙ байтаҡ. Беҙгә, уҡытыусыларына, уларға был йүнәлештәге белемдәрен нығытырға ярҙам итергә, дәртләндерергә, төрлө конкурстарҙа ҡатнашырға әйҙәргә генә ҡала. Улар араһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса үткәрелгән олимпиадаларҙа призлы урындарға лайыҡ булыусылар, республика кимәлендәге Интернет конкурстарҙа ҡатнашыусыларҙың барлығы ҡыуандыра, ғорурландыра. Был йәһәттән ата-әсәләр ыңғай ҡарашта булыуы һөйөнөс.
Уҡыусының ниндәйҙер уңыш яулауында уның уҡытыусыһының өлөшө бик ҙур. 20-се мәктәп уҡытыусылары был йүнәлештә уларға үрнәк булып тора: “Йыл уҡытыусыһы” кеүек һөнәри конкурстарҙа даими ҡатнашалар, мәктәптә үткәрелгән бер генә саранан да ситтә тороп ҡалмайҙар, тел мәсьәләләренә бәйле һорауҙарҙы ла бергәләп хәл итергә тырышалар. Киләсәктә лә мәктәбебеҙ уҡытыусыларына белем һәм тәрбиә биреү йәһәтенән яңы ысулдар ҡулланып, яңы идеялар менән янып эшләргә яҙһын.
Читайте нас: