- Сулпан Мәүләүи ҡыҙы, белеүебеҙсә, Һеҙ башҡорт мәктәбе асылыу ыңғайы эш башлаған иң тәүге уҡытыусыларҙың береһе. Был тарихи мәлде йәнә бер күҙ алдына баҫтырайыҡ әле...
- Мәктәп асыу идеяһы хупланғас, 5-се һанлы балалар баҡсаһының ни бары бер мѳйѳшѳн генә биләгән белем усағына өй һайын тиерлек йөрөп балалар йыйҙыҡ. Дөрөҫөн әйткәндә, ҡала ерлегендә уның ныҡлы “тамырланыуына” күпселек атай-әсәйҙәр икеләнеберәк ҡараны. Шулай ҙа тәүге осорҙа башланғыс кластарҙы ғына туплауға өлгәшһәк, 1997 йылда иһә урта мәктәпкә әйләндек. Белем усағы яңы кадрҙар менән тулыланды, уҡыусылар һаны ла бермә-бер артты. Мәҫәлән, ҡаланың 14-се гимназияһының ҡайһы бер башҡорт кластары тулыһынса беҙгә күсте. Хәҙер инде милли мәктәп балалар баҡсаһының өс кабинетын түгел, ә тотош бинаһын биләй ине.
Әлбиттә, уҡыу йортоноң тейешле матди-техник база, уңайлыҡтар менән тәьмин ителмәүе бәкәлгә һуҡты. Ләкин мәктәп һынлы мәктәп астырыуға ирешеп, бының кеүек кенә ҡаршылыҡтар алдында аҙап ҡалабыҙмы инде?! Тәүге директорыбыҙ Рәмил Нафиҡ улы Рәхмәтуллин, урынбаҫарҙары Зөбәржәт Әхмәҙулла ҡыҙы Суфьянова, Нәсимә Ниғмәт ҡыҙы Ғилманова менән берлектә оторо сәмләнеп, үҙ көсөбөҙ менән әсбаптар, компьютерҙар, йыһаз тупланыҡ; балаларҙың логик фекерләү ҡеүәһен, аң даирәһен үҫтереүсе яңы уҡытыу алымдарын, автор программаларын үҙләштереп, башҡорт теленә тәржемәләр яһаныҡ.
Ижади ҡомар, күтәренкелек менән янған коллективтың беренсел бурысы булып, теленән, милләтенән тартынмай саф башҡортса һөйләшкән, үҙ фекерен бүтәндәргә аныҡ итеп еткерә алған һәләтле, рухлы, зирәк балалар тәрбиәләү торҙо. Шөкөр, һөҙөмтәһе оҙаҡ көттөрмәне. Уҡыусыларҙың дәрестә генә түгел, үҙ-ара, ғаиләлә тик әсә телендә аралашырға тырышыуы, башҡортса китаптар уҡыуы, йырҙар тыңлауы беҙҙең дөрөҫ йүнәлештә барыуыбыҙҙы аңғартты. Бер хәл хәтерҙә уйылып ҡалған. Башланғыс кластарҙың ниндәй китап уҡыуҙары менән ҡыҙыҡһынғас, Илдар Мөхәмәтдинов исемле уҡыусым портфеленән башҡорт телендә ҡалын бер роман килтереп сығарҙы. Ғәжәп ҡылып, һуңынан әсәһенән, ысынлап та шундай ҙур күләмле әҫәрҙе уҡыймы, тип һораным. “Эйе, һеҙҙең мәктәпкә күскәне бирле һөйрәтеп йөрөп уҡый, хатта өйҙә башҡортса һөйләшеүебеҙҙе, радионан башҡорт каналын тыңлауыбыҙҙы талап итә”, - тигәйне ул. Хәйер, ышаныс белдереп, балаларын беҙҙең ҡулға тапшырған атай-әсәйҙәргә әле булһа рәхмәтебеҙ сикһеҙ...
Ул осорҙа балалар өсөн ижад ителгән йырҙарға әҙер музыка табыуы ҡыйыныраҡ ине. Шулай ҙа тора-бара кисәләр, концерттар ойошторҙоҡ, үҙешмәкәр сәнғәт смотрҙарында уңышлы сығыш яһаныҡ. Зөбәржәт Әхмәҙулла ҡыҙының тәҡдиме менән мәктәптә эстетик үҙәк барлыҡҡа килгәс, уның етәксеһе итеп Рәйлә Сәғит ҡыҙы Минһажева тәғәйенләнде. Ул бер юлы өс хор коллективын, ансамблдәр булдырҙы. “Толпар” өлгөлө балалар ансамбле республика кимәлендә төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яуланы. Беҙҙе хатта төбәктә “йырлаусы гимназия” тип йөрөтә башланылар. Әйткәндәй, гимназия диуарҙарында ҡанат нығытҡан талантлы егетебеҙ, “Толпар”ҙың солисы Зәкир Вәлиев бөгөнгө көндә танылыу яулаған опера йырсыһы.
2001 йылда, ентекле ремонттан һуң, милли мәктәп педагогия училищеһының ҡала үҙәгендә урынлашҡан элекке бинаһына күсте. Уны асыу тантанаһына Башҡортостан Республикаһының тәүге Президенты Мортаза Рәхимов үҙе килде. Төбәк Башлығы шул саҡта: “Был урыҫ мөхитендә ошондай шәп белем усағын булдырыуға нисек ирештегеҙ?” - тип ҡыҙыҡһынғайны. Хәйер, изге һөнәргә мөкиббән бирелгән фиҙаҡәр уҡытыусылар, эште тейешенсә ойоштора белгән етәкселәр, ышаныс белдергән атай-әсәйҙәр, теләктәштәр барҙа ниәт иткән ғәмәлдәр ҡарышамы ни?! Рухи берҙәмлек, ихтыярлыҡ, тиңһеҙ хеҙмәт, инаныс менән нығынды беҙҙең тамырҙар.
- Башҡорт гимназияһы тәүге мәлдән үк үҙен заман менән бергә атлаған, ғилем биреүҙе яңы технологияларға таянып ойошторған белем усағы итеп танытты. Һеҙҙең уҡыусылар, уҡытыусылар республика, Рәсәй кимәлендә уҙған конкурс-олимпиадаларҙа, тәжрибәүи-эҙләнеү эштәрендә ҡатнашып, призлы урындар яулай...
- Ысынлап та, өс йыл эсендә ябай мәктәптең гимназия статусына эйә булыуы күп нәмә хаҡында һөйләй. Бөгөн беҙ - инновацион милли уҡыу йорто. Уҡыусылар гуманитар фәндәрҙән тыш, биология, химия, физика, математика кеүек предметтарҙы төплө өйрәнә. Техник вуздарға инергә теләүселәр теүәл фәндәрҙән ѳҫтәмә сәғәттәр менән тәьмин ителә.
2006 йылдан алып башҡорт гимназияһы Иҙел башының арҙаҡлы улы, талантлы яҙыусы Яныбай Хамматовтың исемен йөрөтә. Башҡорт телен пропагандалау, әҙәбиәтте, мәҙәниәтте үҫтереү йәһәтенән даими рәүештә “Яныбай Хамматов һабаҡтары” тигән фәнни-ғәмәли конференция уҙып тора. Әйткәндәй, ул хәҙер Мәғариф министрлығының календарь планына индерелеп, быйылдан Бѳтѳн Рәсәй кимәлендәге сараға әүерелде. 2010-2018 йылдарҙа гимназияла директор вазифаһын башҡарған Зѳлфиә Басир ҡыҙы Ғәлийәнова заманында һалынған инновациялы үҫеш дәрәжәне бермә-бер күтәрҙе. Балалар ҡурҡмайынса тѳрлѳ эҙләнеү эштәренә, проекттарға тотона, абруйлы конкурс-олимпиадаларҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яулай.
Фән, мәҙәниәт, тел ѳлкәһендәге ярыштарҙа уңышҡа өлгәшеүебеҙ 2019 йылда гимназияның ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәптәре исемлегенә инеүенә этәргес булды. Яңы статус иһә ижади тәжрибә уртаҡлашыуға, уҡыусыларҙың профессиональ үҫешенә, йәш һәләттәрҙең һәр яҡлап ярҙам алыуына, уларға Рәсәй һәм сит ил сәнғәт оҫталары тарафынан кѳсәйтелгән иғтибар күрһәтелеүенә киң мөмкинлектәр аса. Үҙ сиратында, ул татыулыҡ, дуҫлыҡ, донъялағы именлек, кешелеклелек, телде, мәҙәниәтте һаҡлау, пропагандалау, экологик мәсьәләләрҙе күтәреү кеүек маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуҙы талап итә.
Бѳгѳн гимназияла башҡорт, урыҫ телдәре менән бер рәттән инглиз, француз, ғәрәп телдәре лә ѳйрәнелә. Республикала полилингваль мәктәптәр асыла башлағас, беҙ ҙә тәүҙә ошо идея менән янып киткәйнек, әммә был уйҙан кире дүндек, сөнки полилингваль белем усағының функцияһы бөтөнләй башҡа. Башҡорт мәктәптәре үҙҙәренең билдәләнешен, концепцияһын юғалтмаҫҡа тейеш. Беҙҙең бурыс - илен, телен, халҡын хѳрмәт иткән, уның тарихын, мәҙәниәтен яҡшы белгән илһөйәр рухлы шәхестәр тәрбиәләү. Шул ваҡытта ғына республиканың киләсәге ышаныслы буласаҡ.
- Тимәк, башҡорт гимназияһы белем биреү усағы ғына түгел, ә этномәҙәни үҙәк тә...
- Эйе, һис шикһеҙ. Ниндәй генә текә инновацион технологиялар заманы булмаһын, беҙ үҙебеҙҙең милли статусыбыҙҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Тәрбиәүи йәһәттән гимназияның тәүмаҡсаты - әсә теленә һөйөү аша балаға үҙенең милли асылын төшөндөрөү. Тыуған тел арҡылы донъяны танып белеү, үҙеңде уратып алған ғаләмдең матурлығын тасуирлау, һѳнәрҙәргә ѳйрәнеү кешегә рухи ҡәнәғәтлек бирә; камил шәхес булып формалашырға, тәбиғәт менән аһәңлелектә йәшәргә ярҙам итә. Әсә телендә иркен аралашҡандарҙың уй-фекере, ҡараштары ла нисектер үҙенсәлеклерәк, сағыуыраҡ төҫлө. Был яҡтан беҙ үҙебеҙҙең маҡсаттарға тулыһынса ирешәбеҙ, тип ышаныс менән әйтә алам. Сѳнки уҡыусыларыбыҙ беренсе кластан уҡ телде тѳплѳ ѳйрәнә. Бәлки, әсә телендә ул һѳйләшмәҫ тә, әммә йәшәй килә бәндә барыбер үҙ асылына ҡайта. Шул тел менән яҡты донъянан да китәсәк. Ошо фекерҙе беҙ атай-әсәйҙәргә, уҡытыусыларға ла еткерергә тырышабыҙ. Бер кем дә үҙ балаһының бәхетһеҙ булыуын теләмәй бит. Ә ниндәй кеше бәхетле һуң ерҙә? Тәү сиратта, үҙ асылын аңлаған, тәбиғәт, йәмғиәт менән гармонияла йәшәгән кеше. Һин ниндәй генә үҫешкән, белемле, камил шәхес булма, әгәр үҙ ҡәүемеңдең телен белмәйһең икән, тимәк, һин тулыһынса етлекмәгәнһең, рухи асманыңа ашмағанһың. Телде белеү - ул ҙур ѳҫтѳнлѳк. Бына шуны беҙ йәш быуынға һеңдерергә бурыслыбыҙ.
Гимназияла уҙған саралар, нигеҙҙә, халҡыбыҙҙың рухи ҡиммәттәрен үҙләштереүгә, мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеүгә ҡайтып ҡала. Яҡын киләсәктә шәжәрәгә бәйле байрамдарҙы ла ойошторорға ниәтләйбеҙ. Илнур Әхмәтшин етәкләгән “Мәргән уҡсы” түңәрәге лә уңышлы эшләп килә. Иң мөһиме, атай-әсәйҙәрҙең, балаларҙың рухлы булыуы, бѳгѳнгѳ ҡаршылыҡлы заманда үҙ телен, мәҙәниәтен ѳйрәнергә тороуы һоҡландыра.
- Гимназияла ғәмәлләшкән үҫеш программалары тураһында ла һөйләп үтһәгеҙ ине.
- Эйе, һәр мәктәп үҙенең үҫеш концепцияһын булдырырға тейеш. Беҙ, мәҫәлән, киләсәктә уҡыусыларыбыҙҙы техник вуздарҙа күрергә теләйбеҙ. Ошо маҡсатҡа ярашлы, гимназияла инженер кластар асыу планлаштырыла. Был йүнәлештә математика, информатика, логика, черчение, 3D моделләштереү кеүек фәндәр тѳплѳ уҡытыласаҡ. Беренсе кластың уҡыу планын яңынан барлап, математикаға тәғәйен сәғәттәрҙе арттырҙыҡ, робототехника, легоконструкторлау кеүек логик фекерләүҙе үҫтерер фәндәрҙе индерҙек. V класта иһә мониторинг үткәреп, балаларҙы техник профилгә һайлап аласаҡбыҙ; уҡыусылар тест формаһында имтихан тотасаҡ. VII-IX кластарҙа - профиль алды, X-XI класта профиль предметтары үҙләштерелә. Бындай үҫеш программалары юғары класс уҡыусыларына киләсәктә йүнәлеш һайларға, тәғәйенләнешен табырға ярҙам итер тигән өмөттәбеҙ. Ғѳмүмән, фекерләү ҡеүәһен үҫтереүсе, теүәллеккә өйрәтеүсе фәндәрҙе үҙләштереү бер кемгә лә артыҡ булмаҫ.
Уҡытыусыларыбыҙ тарафынан биология, экология буйынса бик шәп проект әҙерләнә. Был турала әлегә һүҙ ҡуйыртмайыраҡ торабыҙ. 2018 йылда гимназия нигеҙендә технопарк асылды. Уның төп тәғәйенләнеше булып дуаль белем биреү арҡылы йәш быуынды төрлө өлкәләге инженер-конструктор, тикшеренеү, проектлау эшмәкәрлегенә ҡыҙыҡһыныу уятыу, киләсәктә һөнәр һайлауға дөрөҫ йүнәлеш биреү, балаларҙың ижади мөмкинлектәрен ғәмәлгә ашырыу тора. Әлмира Фуат ҡыҙы Таһирова етәкләгән биотехнология йүнәлеше лә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Күҙәнәк төҙөлөшөн ян-яҡлап ентекле өйрәнеү, цитохимик һәм биохимик ысулдар арҡылы төрлө тәжрибәләр уҙғарыу, Биоквантум лабораторияһының заманса ҡорамалдарында практик эштәр - биология фәненә мөкиббән киткәндәр өсөн ысын мәғәнәһендә оло табыш. Әйткәндәй, гимназияла фәндәргә айырып уҡытыу системаһы уңышлы ойошторолған. Башланғыс кластарҙа уҡытҡан уҡытыусылар ѳлкән кластарҙа ла уҡыта. Был осраҡта иһә үҫеш процесы яҡшы күренә; уҡыусыларға ла яраҡлашыу осоро еңел бирелә.
Әлбиттә, үҫеш программалары уңышлы эшләһен өсөн гимназияның матди-техник базаһы ла кѳслѳ булырға тейеш. Үҙ проекттарының мөһимлеген иҫбатлай алғандар финанс йәһәттән дәүләт ярҙамына өмөт итә ала. Киләсәктә беҙ ҙә төрлө гранттарҙа ҡатнашып, көнәркәшлеккә һәләтлегебеҙҙе арттырырға, яңынан-яңы үрҙәр яуларға ниәтләйбеҙ.
- Белем усағының уңыш-ҡаҙаныштары, алдынғылығы туранан-тура уның көслө, берҙәм коллективына бәйле...
- Шөкөр, нигеҙ һалынғандан алып башҡорт гимназияһы үҙенең ойошҡанлығы, татыулығы, берҙәмлеге менән алдырҙы. Уға төрлө йылдарҙа етәкселек иткән директорҙар - Рәмил Рәхмәтуллин, Зөбәржәт Суфьянова, Зөлфиә Ғәлийәнова мәктәптең үҫешенә, ҡеүәтен арттырыуға, көслө коллектив туплауға үҙ өлөшөн индерҙе. Зѳбәржәт Әхмәҙулла ҡыҙы беҙҙең ѳсѳн әле булһа ла рухи остаз, аҡыллы кәңәштәре, фекерҙәре менән ярҙам итә.
Бѳгѳнгѳ кѳндә коллективта ѳс тиҫтәнән ашыу уҡытыусы эшләй. Улар араһында бай тәжрибәле, байтаҡ хеҙмәт стажы туплаған, үҙ эшен бирелеп башҡарған педагогтарыбыҙ бар. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республикабыҙҙың иң кѳслѳ уҡытыусыларының береһе, филология фәндәре кандидаты Сәриә Ҡаһарманова, уҡыусыларҙы башланғыс кластан уҡ тәжрибәүи-эҙләнеү эштәренә йәлеп иткән, үҙ фәнен төплө белгән Әлмира Таһирова, йәштәрҙән - урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәзимә Мостафина, инглиз теленән - Лариса Ручкина, математиканан Зилә Миңгәрәева эшкә ижади ҡарашы, сымырылығы, яуаплылығы менән айырылып тора.
Беҙҙең уҡытыусылар башҡорт телен өйрәнеү буйынса “Афарин” уҡыу ҡулланмаһын төҙөүҙә лә ҡатнашты. Ул Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы тарафынан тематик планға индерелде һәм икенсе йылдан төбәктең барлыҡ мәктәптәрендә уҡытыла башлаясаҡ.
Үҙ сиратымда, белем усағы өсөн ярайһы уҡ олпат юбилей уңайынан барлыҡ коллегаларыма, ветеран-уҡытыусыларыбыҙға, шулай уҡ беҙгә ышаныс белдереп, балаларын алып килгән, һәр йәһәттән ярҙам күрһәткән атай-әсәйҙәргә, ғилем эстәргә тырышып торған уҡыусыларыбыҙға ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге, бәрәкәт, ижади үрҙәр теләйем! Гимназиябыҙ артабан да йәш быуынға белем, тәрбиә биреүҙә ҙур уңыштарға ирешһен !
- Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Сулпан Мәүләүи ҡыҙы! Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының яулар бейеклектәре, лайыҡлы еңеүҙәре киләсәктә лә бихисап булһын!
Зѳбәржәт СУФЬЯНОВА, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, хеҙмәт ветераны, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының 2000-2010 йылдарҙағы директоры:
- Бѳтѳн республикаға киң билдәле башҡорт гимназияһын булдырыу бик ҡатмарлы осорға тура килде. Милли мәктәп астырыу өсөн ниндәй генә ишектәр шаҡыманыҡ та кемдәргә генә мөрәжәғәт ҡылманыҡ! Үҙ мәнфәғәтебеҙҙе яҡлап, хатта ки аслыҡ иғлан иткән мәлдәр ҙә булды... 1997 йылда ҡала хакимиәте тарафынан гимназияға педагогия училищеһының иҫке бинаһын бирергә тигән ҡарар ҡабул ителде. Унда төҙөкләндереү эштәрен башлар алдынан, кѳн дә эштән һуң килеп, уҡытыусылар, атай-әсәйҙәр, уҡыусылар территорияны тау-тау сүп-сарҙан, иҫке тѳҙѳлѳш материалдарынан таҙартты. Ул осорҙа райондың милиция бүлеге начальнигы булып Зиннәт Аккучуков эшләй ине. Рухлы, йүнсел етәксегә әле лә рәхмәтем ҙур - машиналар, эшсе ҡулдар менән тәьмин итте, матди вә рухи йәһәттән дә ҙур ярҙам күрһәтте. Уның кәңәшен тотоп, тәртип һағында хеҙмәт иткән байтаҡ атай-әсәйҙәр балаларын беҙгә уҡырға алып килде... Үҙ сиратында, ҡала хакимиәте башлығы Евгений Карепанов кѳн дә ремонт эштәрен, әҙерлекте килеп тикшереп торҙо. Уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Зифа Юлсуринаның, финанс идаралығы начальнигы Әминә Зиятдинованың да ярҙамы күп тейҙе. Һипләнгәндән һуң боронғо бина бермә-бер күркәмләнеп, яңырып ҡалды. Уҡыусыларыбыҙ әле ҡала үҙәгенә йәм биргән миләш ағастарын, спирея ҡыуаҡлыҡтарын, Абҙаҡ ауылы лесничийы Мансур Фазылов шыршы үҫентеләрен килтереп ултыртты...
Беҙ баштан уҡ башҡорт мәктәбен лидерҙар рәтенә сығарырға тигән маҡсат менән эшләнек. Бының ѳсѳн кѳслѳ кадрҙар тупларға, уҡыусыларҙы йөҙ процент кимәлдә вуздарға инерлек итеп уҡытырға кәрәк ине. Шундай маҡсат менән мәктәптә ѳс тәжрибә майҙансығы астыҡ. Улар менән Ѳфѳ юғары уҡыу йорттары ғалимдары етәкселек итте. Уҡыусыларыбыҙ республика кимәлендә тѳрлѳ конкурстарҙа әүҙем ҡатнашты. Башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Сулпан Мәүләүи ҡыҙы Уйылданова 2004 йылда, ҡалала беренсе булып, «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса йыл уҡытыусыһы» республика конкурсының иң юғары баһаһына лайыҡ булды. Уға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы” исеме бирелде. 100 мең һумлыҡ грант отҡан иң яҡшы физика уҡытыусыһы Лениза Хѳсәйен ҡыҙы Селеверстова ла беҙҙә эшләне.
Эйе, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы ил буйынса лидерҙар рәтендә. Иң мѳһиме, ошо сирек быуат эсендә бихисап уҡыусыларыбыҙ юғары уҡыу йорттарын уңышлы тамамлап, тѳрлѳ тармаҡтарҙа эшләп йѳрѳй. Уларҙың барыһы ла туған телгә һѳйѳү, ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләгән гимназияға оло рәхмәтен белдерә.
Педагогик коллективты, уҡыусыларҙы, атай-әсәйҙәрҙе күркәм дата уңайынан тәбрик итәм! Киләсәктә лә гимназиябыҙ тик уңыштары менән генә һөйөндөрһөн!