Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
17 Декабрь 2020, 19:10

Студенттарға ҙур бүләк

Ҡала медицина колледжында Башҡорт теле йылын ябыуға арналған сара уҙҙы.

Колледжда йыл дауамында ошо тематикаға ярашлы онлайн һәм офлайн форматта төрлө саралар ойошторолдо һәм студенттар, милләтенә ҡарамай, уларҙа актив ҡатнашты. Тап ошо иң-иңдәргә директор Азат Хамматов Дипломдар һәм бүләктәр тапшырҙы.
Сентябрь айында үткән “Милли кейем байрамы”нда I урынға 112- се, II урынға 113-сө һәм 114-се, III урынға 191-се һәм 192-се төркөмдәр лайыҡ булды. Байрамдың онлайн форматында иһә I урын 212- се, II урын 391-се һәм III урын 213- сө төркөмдәргә бирелде.
Әсәләр көнөнә бағышлап ойошторолған “Йөрәк йылым әсәйемә” тип аталған конкурста I урынды 213- сө һәм 292-се, II, III урынды 291- се һәм 192-се төркөмдәр яуланы. Шиғыр һөйләү буйынса I урынға Г. Насырова, II урынға М. Коробова менән А. Хәйруллина лайыҡ булһа, III урын Я. Корнеевҡа бирелде. Әсәләргә бағышланған йыр конкурсында А. Рәхимҡолова - I, А. Хәзиева II урынға сыҡты.
Артабан һүҙ “Гүзәл” туҡымалар салоны етәксеһе, шәхси эшҡыуар, V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты Резеда Сайдароваға бирелде. Ул район-ҡала ҡоролтайының Рәхмәт хаттары менән йыл дауамында төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан 191-се, 192-се, 112-се, 113-сө, 213-сө төркөмдәрҙе һәм уҡытыусы Л. Назарованы, методист М. Кислинскаяны, тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары Л. Кваснинаны бүләкләне. Шулай уҡ һәр яҡлап та актив студенттарға - Б. Кинйәбаев (һүрәттә) менән Г. Насыроваға аҡсалата бүләк тапшырҙы. Колледжға 5 милли кейем бүләк итеүе тураһында белгертеүе барыһы
өсөн дә көтөлмәгән шатлыҡ булды!
Әйткәндәй, Резеда Рәфҡәт ҡыҙы медицина колледжы менән күптән тығыҙ бәйләнеш тота, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша, һәр яҡлап ярҙам итә. Киләсәктә лә иң кәрәкле (бигерәк тә хәҙерге ваҡытта) һөнәр эйәләрен әҙерләгән уҡыу йорто менән эшләүен дауам итәсәк.
Сара һуңында колледж директоры Азат Хамматов Резеда Сайдароваға Рәхмәт хаты тапшырып, эштәренең алға барыуын, именлек теләне.
Читайте нас: